Райондаштары яҡташын онотмай, шағирәнең тыуыуына 80 йәш тулыуға арнап, Шаран районы беҙҙе яҙыусының хәтер кисәһенә саҡырҙы.
Беҙ саҡырыуҙы ҡабул итеп, юлға сыҡтыҡ. Зарема Әхмәтйәнова “Башҡортостан ҡыҙы” журналында ла эшләп киткән бит, беҙҙең баҫмабыҙҙы сығарыуға ҡасандыр уның да ҡулы тейгән...
...Бына беҙ Шаран районына елдерәбеҙ. Көн салт аяҙ. Асфальт юл тип-тигеҙ, бәүелеп кенә барабыҙ. Ике яҡта иркен баҫыу-ҡырҙар оҙатып бара, урманлы бейек түгел тауҙар ҙа осрап ҡуя. Башҡортостан тәбиғәте һәр районда ла матур. Шаран ауылына барып ингәс тә, күңелде еңел тойғо биләп ала, райондың энергетикаһы шундай һәйбәт!
Район хакимиәте башлығы Марат Замир улы Әхмәҙуллин беҙҙе бик ихлас ҡаршы алды. “Башҡортостан ҡыҙы”, “Башҡортостан уҡытыусыһы” һәм башҡа республика баҫмаларына яҙылыу һәм З. Әхмәтйәнованың китабын сығарыу буйынса сәй артында эшлекле һөйләшеүҙән һуң беҙҙе яҙыусының, тыуған ауылы Шарлыҡҡа оҙаттылар.
Ауыл осонда беҙҙе уның яҡташтары “Килегеҙ беҙҙең яҡҡа” йыры менән ауылса ябай, ихлас итеп, икмәк һәм сәк-сәк менән ҡаршы алды. Шағирә тыуған өйҙөң ҡаршыһында уны иҫкә алдыҡ. Ерекле ауылы китапханасыһы Руфина Мөхәмәтшина: “Бөтә ерҙә лә Зарема Әхмәтйәнованың тыуған ауылы Ерекле тип яҙылһа ла, ысынында иһә, яҙыусы Шарлыҡ ауылында донъяға килгән”, - тип, уның тыуған өйөн күрһәтте, - “Шағирә эскән һыуҙы тәмләп ҡарағыҙ”, -тип, Шарлыҡ ауылы шишмәһенән алынған самауыр сәйен, данлыҡлы Шаран еләктәре, бәлештәре менән һыйлағандан һуң, Зарема Әхмәтйәнова 4 йәштән алып йәшәгән Ерекле ауылына киттек.
Шағирәнең бала, йәшлек сағы үткән йорт ҡаршыһында уның хаҡында хәтирәләр йомғағын һүтте ауыл китапханасыһы: “Иҫ киткес етеҙ, теремек, егәрле булды ул”, - тип ҡылыҡһырланы уны ауылдашы. Артабан Марат Хужин төҙөткән Ерекле ауылы мәсетендә имам-хатиб Флүз Әхмәтйәнов шағирә, прозаик Заремә Әхмәтйәнова рухына бағышлап аят уҡыны.
Унан һуң сара үтәсәк төп урынға – Ибраһим Абдуллин исемендәге Ерекле ауылы мәктәбенә юлландыҡ. Беҙҙе гөлдәй кейенгән уҡыусы балалар ҡаршы алды. Уҡыу йортонда Зарема Әхмәтйәноваға арналған музей-тирмә һәм мәктәп музейында яҙыусыға арналған мөйөш булдырылған. Унда уның шәхси әйберҙәре, китаптары, документтары һаҡлана.
Артабан мәктәптең тамаша залында мәктәп директоры Фәрхизә Бикмырҙа ҡыҙы Харисова етәкселегендә уҡыусылар һәм уҡытыусылар тарафынан әҙерләнгән “Ул ҡабыҙған йондоҙ балҡып янһын, нурҙар һибеп, илем күгенә” тип аталған хәтер кисәһе булды.
Сараны район хакимиәте башлығы урынбаҫары Филүс Фәрит улы асты, ул я:ыусының тормош юлына экскурс яһаны: “...Өфө нефть институтын тамамлағандан һуң (1968) Андижан һәм Өфө ҡалаларының төрлө учреждениеларында эшләй. БАССР Яҙыусылар союзының художестволы әҙәбиәтте пропагандалау бюроһында, 1987–88 йылдарҙа. “Башҡортостан ҡыҙы” журналында эшләй, 1990 йылда “Аҡбуҙат” журналын асыу өсөн күп көс түгә, унда1992 йылға тиклем эшләй.
Балалар өсөн яҙылған “шиғырҙары һәм повестарының төп темаһы – тәбиғәткә һөйөү, илһөйәрлек, әхлаҡи ҡиммәттәр, үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙә ғаиләнең һәм әсәнең роле. Шулай уҡ автор өлкәндәр өсөн дә яҙа. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шағирә, 1992 йылдың 9 октябрендә Өфө ҡалаһында вафат була.Шаран районының Шаран ауылында З. Әхмәтйәнова исеме менән урам аталған, тыуған ауылындағы мәктәптә уның исемендәге стипендия булдырылған, бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.”. Район мәғариф бүлеге етәксеһе Михаил Александрович Пастухов Зарема Әхмәтйәнованың исеме онотолмаһын өсөн эшләргә кәрәклеген, беренсе сиратта, мәктәп уҡыусыларына яҙыусы хаҡында һөйләргә тейешбеҙ, тип билдәләне. Ысынлап, мәктәп уҡыусылары яҡташының шиғырҙарын яттан һөйләне, уның тормошо һәм ижадын яҡшы белеү кимәлен күрһәтте.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Гөлнур Яҡупова шағирәне яҡындан белгәс, уның хаҡында йылы хәтирәләре менән бүлеште: “Зарема Әхмәтйәнова интеллигент, белемле, мәҙәниле кеше булды. Русса, башҡортса, татарса таҙа һөйләште, Үзбәкстанда йәшәп ҡайтҡанлыҡтан, үзбәк телен дә яҡшы белде”, - тине һәм мәктәпткә үҙенең китаптарын бүләк итте, балаларҙы үҙе үткәргән “Өмөтлө ҡәләм” конкурсында ла ҡатнашырға өндәне.
“Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы редакторы Салауат Кәримов шағирәнең “Аҡбуҙат” журналын булдырыуҙа матди яҡтан да, рухи яҡтан да бик ҙур эштәр эшләүен, журналды астырыуҙа уның роле ҙур булыуын билдәләне.
“Башҡортостан ҡыҙы” журналы редактор урынбаҫары Регина Камалова баҫманың 1987-88 йылдарҙағы, тап Зарема Әхмәтйәнова эшләгән осорҙағы һандарын күрһәтеп, экскурс яһаны. Роза Хөснуллина менән Регина Камалова шағирәнең һүҙҙәренә яҙылған “Аҡсарлаҡлы күл” йырын гитара һәм ҡумыҙ аккомпонементы аҫтында башҡарып ишеттерҙе.
Артабан һүҙ Зарема Әхмәтйәнованың туғандарына, уны белгән ауылдашарына, райондың ижади кешеләренә бирелде. Рафаэль Суфиян улы Игдиев тәрән мәғәнәле шиғыры менән сығыш яһаһа, Сәгдинә Вәлиева Шарлыҡ юлында тыуған, Зарема Әхмәҙуллинаға арналған һағышлы ла, моңһоу ҙа шиғырын һөйләп ишеттерҙе.
Беҙҙе Шарлыҡ, Ерекле ауылына килеп төшкәндән алып оҙатып алып йөрөүсе ауыл хакимиәте башлығы Шаран районы Ерекле ауыл биләмәһе башлығы Игдеев Роберт Суфиян улына ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!
Осрашыу тәрән тойғолар ҡалдырҙы, рухи мираҫыбыҙҙы һаҡлау һәм киләһе быуындарға етекереү ни тиклем мөһим икәненә тағы ла бер ҡат инандыҡ.