– Яңы кейем – онотолған иҫкеһе, тиҙәр. Мода 30 йыл арауығында кире әйләнеп ҡайта. Үткән быуаттың ҡырҡынсы йылдарындағы милитари стиле етмешенсе йылдарҙа популяр булған, илленселәрҙә мода тенденцияларын һикһәненсе йылдарҙа күрергә мөмкин ине...
– Эйе, моданың ниндәйҙер бер ваҡытта әйләнеп килеүе бар, тик барыбер ҙә ул үҙгәреп, заманға ярашлы булып ҡайтыусан. Мәҫәлән, пинжәк, жакеттарҙы алайыҡ, уларҙы Коко Шанель осоронда ла яратып кейгәндәр, ләкин дәүеренә ҡарап, икенсерәк фасонлы, башҡасараҡ тегелешле булған. Кейемдең ниндәйҙер элементтары һаҡлана, ҡабатлана, әлбиттә, әммә ул тулыһынса шул осорҙоң сағылышы түгел. Бөгөнгө тормошта нимә актуаль – заман баҙарында шул буласаҡ. Хәҙер уны беҙ яңы һүҙ менән – тренд тип йөрөтәбеҙ. Шулай ҙа быйыл ана шул замандағы галстук, күбәләк-бант тағыу модала. Был кейем аксессуарын тап Шанель уйлап таба – ирҙәр галстугын ҡырҡып, ҡатын-ҡыҙ гардеробына индерә.
– Лилиә, әйт әле, бөтә кеше лә килешле кейенә беләме? Зауыҡ тойғоһон нисек тәрбиәләргә? Әллә ул тыумыштан биреләме?
– Халыҡтың 60-70 проценты дөрөҫ кейенә белмәй, тип әйтер инем, тимәк, күпселек. Төп сәбәбе: ошо өлкәлә махсус ғилеме булған белгескә, йәғни профессиональ стилисҡа мөрәжәғәт итмәү. Мәҫәлән, теш һыҙлаһа, мотлаҡ табипҡа барабыҙ, бер ҙә өйҙә тешебеҙҙе үҙебеҙ ямамайбыҙ йәки һурмайбыҙ. Бында ла шул уҡ хәл. Тик кешеләр өҫ-башына шул тиклем битараф. Ә бит барыбыҙ ҙа тиерлек иң тәүҙә кешенең кейеменә, килбәтенә күҙ һалып фекер йөрөтәбеҙ, мәҡәлдәгесә, тышҡы ҡиәфәтенә ҡарап ҡаршы алабыҙ. Кейем – ул һин, тип ҡабатларға яратам шуға. Уның аша кешенең уй-хистәрен, йәшәү рәүешен, холоҡ үҙенсәлеген тоҫмалларға була. Төптән уйлаһаң, кәрәкмәгән кейем-һалымға күпме аҡса сарыф итәбеҙ, магазиндар буйлап сабып ваҡыт юғалтабыҙ, һөҙөмтәлә шкаф тулы әйбер, ә кейергә – юҡ. Стилисҡа мөрәжәғәт итеп, беренсенән, йөҙөңдө асҡан, буй-һыныңа килешкән, эшкә лә йөрөргә яраҡлы әйбер һатып алаһың, икенсенән, ул һинең өсөн кибеттәрҙән һайлап, фатирыңа тиклем килтереп ҡуя, өсөнсөнән, үҙеңдең зауыҡлы һәм дөрөҫ образыңды табаһың. Ваҡыт – аҡса, ти был төшөнсәләрҙең ҡәҙерен белгәндәр. Белгес менән эшләү күпме ваҡытты һәм аҡсаны һаҡлай! Нимә генә тиһәк тә, үҙебеҙҙе кейем аша сағылдырабыҙ. Аралашыр, сығыш яһар алдынан кешеләр иң тәүҙә беҙҙең тышҡы ҡиәфәтебеҙҙе күрә. Һуңынан ғына аҡыл кимәлебеҙҙе баһалай.
Был – кире ҡаҡҡыһыҙ хәҡиҡәт. Шуға ла мин кейемемә иғтибар итмәйем, нимәгә ул, тиеүселәр ныҡ яңылыша, һәр кем өҫ-башына үтә лә иғтибарлы булырға тейеш.
Зауыҡ тойғоһо тыумыштан бирелмәһә лә, ул ғаиләлә һалынырға мөмкин. Мәҫәлән, үҙ миҫалымда ғына алғанда: әсәйем, уҡытыусы булараҡ, гел ҡупшы, йыйнаҡ, бөхтә йөрөнө һәм мине лә матур кейендерҙе. Бер ҡасан да, икенсе йылға булыр әле, тип ҙурыраҡ әйбер алманы, башҡалар кеүек бер иштән һайламаны. Кеше әйберен дә кейеп үҫмәнем. Шулай итеп, ул, үҙе лә һиҙмәҫтән, күңелемә дөрөҫ орлоҡ һалған һәм ниндәйҙер кимәлдә зауыҡ тойғоһо ла тәрбиәләп, башҡаларҙан айырылып торорға, индивидуум булырға өйрәткән.
– Нисә төрлө стиль бар? Ниндәйе йышыраҡ ҡулланылышта? Һинең үҙеңә ҡайһы стиль яҡын? Көндәлек тормошта нисек кейенәһең?
– Стилдәр, әлбиттә, күп, беҙгә таныш һәм яҡын булғандары: классика, спортшик, кэжуал... Бөгөн популяр булған һуңғыһы тураһында әйткәндә: кэжуал – ул етди классиканың еңелләштерелгән төрө. Мәҫәлән, ҡәтғи аҡ күлдәк урынына күкһелен кейеү, ниндәйҙер аксессуарҙар ҡулланыу. Хәҙерге заман йәштәренең кроссовкиҙы матур күлдәк, төрлө итәк, джинсыны пинжәк менән бергә, килешле итеп кейә белеүе лә ошо стилгә ҡарай. Ҡатын-ҡыҙ шкафында бөтә образдарға ярашлы кейемдәр булһа, бигерәк яҡшы. Гел офис өсөн генә түгел, ә әхирәттәр менән осрашыуға, театрға, көндәлек тормошта кейергә... Бер ҡалыпҡа бәйләнмәйенсә генә үҙ стилеңде булдырыу мөмкин. Шуныһын да билдәләү мөһим: стиль аҡсаға ҡарамай. Бай, брендлы магазиндарға йөрөмәй ҙә, зауыҡлы, матур кейенергә була. Ә үҙемдең гардеробым шулай ҡоролған: ҡайҙа, нимә кейергә, тигән һорау тыумай. Ысын гардероб шулай булырға тейеш.