-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған тантаналы сара.

Кисә, 6 март, “Торатау” конгресс-холында Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған тантаналы сара булып үтте. Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән был сараға МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ҡатындары һәм әсәйҙәре, күп балалы әсәләр һәм сәйәсәттә, бизнеста, фәндә, сәнғәттә уңыштарға өлгәшкән ҡатын-ҡыҙҙар саҡырылғайны. «Был матур яҙғы байрам, һеҙгә хас булған бөтә сифаттарҙы – матурлыҡты һәм мөхәббәтте, изгелекте һәм наҙҙы, һөйкөмлөлөктө һәм тәрән аҡылды сағылдыра, ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ. Һеҙ донъяға яңы ғүмер бүләк итеүселәр”, - тине Радий Хәбиров, ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡотлап.

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған тантаналы сара.
Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған тантаналы сара.

Республика башлығы бына инде 73 йыл үҙ һәләте менән тамашасыны шатландырыусы, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Сәүиә Сираеваны шәхсән ҡотланы.

Ил башлығы волонтер ҡатын-ҡыҙҙарҙың хеҙмәтен айырым баһалап үтте. Ир-егеттәр яу ҡырында көрәшһә, илһөйәр ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ тылда уларға терәк булып тора: гуманитар ярҙам ебәрә, йылы әйберҙәр бәйләй-тегә, окоп шәмдәре әҙерләй, маскировка селтәрҙәре бәйләй һ.б.

Радий Хабиров шулай уҡ Башҡортостандан сыҡҡан геройҙарҙы айырым билдәләне, әлеге ваҡытта Рәсәй Геройы йондоҙон Башҡортостандан 13 батыр алған. Геройҙарҙың әсәләре һәм ҡатындарын зал алҡыштарға күмде.

Шулай уҡ ил башлығы Архангель районынан Рәмилә Миҙхәт ҡыҙы Бәшироваға һәм Дәүләкән районынан Наталья Валерьевна Ивановаға оло рәхмәтен белдерҙе: ике әсәнең дә дүртәр улы әлеге ваҡытта МХО-ла.

Борай районынан 30 йыл буйы балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләгән Земфера Хаматсаф ҡыҙы Зайруллина ире менән бергә Артур һәм Денисты тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ике улы ла хәрби һөнәрҙе үҙләштерә. МХО башланғас ғаилә башлығы Илгиз Рафаэль улы ситтә тороп ҡала алмай, хәҙер ул улдары менән бергә яу юлында.

Благовещенда Вәхит Вәлиев һәм Ирина Вервельскаяның ҙур ғаиләһе йәшәй. Улар 29 бала тәрбиәләй. Уларҙың өсәүһе – үҙҙәренең балалары, 24-е – тәрбиәгә алған балалар. Был ғаилә әлеге көнгә 13 туй үткәргән, бер нисә йорт һалған, 9-ы колледж һәм вуздарҙа уҡый. Былтыр ғаилә башлығы МХО-ға киткән.

Радий Хәбиров МХО-лағылар һәм уларҙың ғаиләләренә гел ярҙам ҡулы һуҙып тороуы хаҡында әйтте.

Мәғлүмәт һәм фотолар “Башинформ” сайтынан алынды.

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған тантаналы сара.
Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған тантаналы сара.
Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған тантаналы сара.
Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған тантаналы сара.
Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған тантаналы сара.
Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған тантаналы сара.
Автор:
Читайте нас