-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ
16 Февраль 2025, 14:00

Ауылдарҙа шундай апайҙар бар

Бар. Улар менән кәңәшләшәләр. Ярҙам һорап киләләр. Сер бүлешәләр. Ғорурланалар. Өлгө итеп ҡуялар. Ерлек-тең бер биҙәге һәм мәртәбәһе итеп күрәләр. Шундай ханымдарҙың береһе – Хәйбулла ҡыҙы Бүләкбикә Ҡаҙаҡбаева.  

Ауылдарҙа шундай  апайҙар бар
Ауылдарҙа шундай апайҙар бар

– Бүләкбикә Ғәлиулла ҡыҙы, исемегеҙ үҙе үк бер серле тарих һөйләмәксе кеүек?

– Эйе, был исем – атайымдан ҡалған аманат. Атайым Ғәлиулла Абдулҡадир улы Билалов һуғыштан имен-аман ҡайтып, башта Михайловка, унан һуң Һабыр етемдәр йортонда бухгалтер булып эшләп, 12 майҙа ҡапыл вафат булған. Ә мин бынан өс көн алдараҡ – 9 Майҙа донъяға килгәнмен. Башҡорттоң бер ғәҙәте  бар – бала тыуғанда атаһы йәки әсәһе үлһә, Бүләк йәки Бүләкбикә тип атағандар, минең исемде лә ошоға бәйле һайлағандар. Өс көнлөк кенә мин, дүрт йәштәге Дауыты һәм биш йәшлек Рәшиҙәһе менән яңғыҙы тороп ҡалған, утыҙы саҡ тулған әсәйемде әле лә йәлләйем. Бына шундай ҡомартҡы ул минең исем.

 

– Артабанғы яҙмышы нисек ғаиләгеҙҙең?

 

– Ике-өс йыл үткәс әсәйем ҡайнаға тейеш кеше менән донъя ҡорған. Билалетдин Ҡолбулды улы Билаловтың ҡатыны мәрхүм була һәм өс ҡыҙ – Асия, Таңһылыу, Сара атаһы менән тороп ҡала.Үҙ етемдәребеҙҙе үҙебеҙ ҡарайыҡ, тинеләрме икән, ике ғаилә ҡушылып, йәшәп киткәнбеҙ. Уйлап ҡараһаң, һуғыш тиҫтә йыл элек кенә бөткән, халыҡ һаман да аслы-туҡлы, әрем тәме сығып торған ҡара икмәк ашап йәшәгән осор булған. Шулай ҙа атайым (оло ихтирам менән беҙ уны атай тип үҫтек, үгәй һанаманыҡ) беҙҙе ас ҡалдырманы – гел һунар итте, әсәйем ҡуян итенән мейес төбөнә йыш ҡына бәлеш ҡуйыр ине, икмәгебеҙ ҙә булды.

1958 йылда Дамир исемле ҡустыбыҙ тыуҙы, беҙҙе тағы ла нығыраҡ берләштергән алсаҡ, шуҡ малайҙы барыбыҙ ҙа яраттыҡ. Бәхетле бала саҡ өйөндә апайҙарым күп булғас, миңә артыҡ эш эләкмәне, бар мәшәҡәтем  – шул бәләкәс Дамирҙан күҙ яҙлыҡтырмау. Тиҫтер ҡыҙҙарым менән Бирмәҫ йылғаһы буйында үҫкән ерек башында өй ҡороп уйнайбыҙ. Ҡустымды йөкмәп алам да көнө буйы шунда йөрөйөм. Ялан аяҡ булһаҡ та, бала сағымдың шул осоро үтә бәхетле мәлдәр булып иҫтә ҡалған.

Фатима Ҡоҙабаева әңгәмәләште.

Гөлназ Ҡаҙаҡбаева фотоһы.

Автор: Роза Хуснуллина
Читайте нас