– Нәзифә Жәүәт ҡыҙы, һеҙҙең донъяны яратыуығыҙ, күңел нескәлеге, шул уҡ мәлдә эске ныҡлыҡ һоҡландыра. Тормош һынауҙарын нисек еңдегеҙ?
– Ғүмер – иң матур бүләктәрҙең береһе, тик маңлайыңа ниндәй ғәмәл дәфтәре яҙылғанын берәү ҙә белмәй. Яҙмышыңдағы һәр ваҡиға, бәхет тә, бәхетһеҙлек тә – Аллаһ Тәғәләнән һынауҙыр. Иң ауыр мәлдәремдә ижадым, туғандарым, дуҫтарым һәм тамашасым ҡотҡарҙы. Йырҙарымды кешеләрҙең яратыуы, уларға кәрәклегем упҡынға уйылғанда сөңгөлдәрҙән тартып алды. Тормош иптәшем Ғабдрахманды юғалтҡанда ла, бөртөк ҡыҙым Гүзәлем менән хушлашҡанда ла миңә йәшәү көсөн тик улар бирҙе. Асылда, мин – тормошта баҫалҡы кеше, ә сәхнәлә иһә, киреһенсә, саҡматаштай саямын. Ун ете генә йәшемдә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының ишектәрен астым, әлегәсә уға һәм халҡыма тоғро хеҙмәт итәм. Яҙмышыма исемдәре йыр сәнғәте йылъяҙмаһына алтын хәрефтәр менән яҙылған иҫ киткес талантлы, бөйөк шәхестәр менән эшләү, ижад итеү бәхете тейҙе. Ә ҡәйнәм әйтмешләй, мирға берәүҙең һөйөклөһө булыу бәхеттең иң юғары тәхете ине. (Улы Ғабдрахманды, ғорурланып, мирға берәү бит ул, ти торғайны). Шул уҡ мәлдә рухи ныҡлыҡ, тормошҡа һөйөү, эске мәҙәнилек ҡәҙерле атай-әсәйемдән һәм тыуып үҫкән тәбиғәтемдән киләлер. Эшһөйәрлектең аҫыл өлгөһө – ғүмерҙәрен колхоз эшенә арнаған атайым Жәүәт Абдулла улы менән әсәйем Хәбирә Фәхрислам ҡыҙы ерҙәге фәрештәләрем булһа, тыуған ерем – Учалы районының Ахун ауылы – йәннәттең үҙе. Фиҙакәрлеге өсөн Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ булған әсәйем бик моңло ине, көмөш шишмәләй сылтырауыҡ тауышы һаман ҡолаҡта сыңлағандай. Һуғым мәжлестәрендә, табындарҙа уның һәр ҡунаҡҡа тәғәйен тапҡыр, шаян таҡмаҡтары ла булды. Бәхеттең түп-түңәрәк мәле – улар иҫән ваҡыттар. Беҙ ауылдан ете саҡрым алыҫлыҡта ятҡан һарыҡсылыҡ утарында йәшәнек. Был – ғүмеремдең иң матур миҙгеле. Башланғыс синыфтарҙы шунда уҡыным, һигеҙенсене бөткәндә атай-әсәйемдәр Ахунға күсеп ҡайтты. Ҡырҙа саф һауала, урман ҡосағында эшсе ағайҙар көн дә тиерлек өҙҙөрөп гармун уйнай, беҙ ҡушылып йырлайбыҙ. Бигерәк тә Сәлимйән ағайҙың ауылыбыҙҙың гимнына әйләнгән Ахун ауылы көйөн уйнауын һәм йырлауын мәңге онотаһы түгел. Минең дә йырға булған тәүге хис шул хуш еҫле аҡландағы кис ултырыуҙарҙан, ауылдаштарымдың моңло күңеленән яралғандыр. Йыш ҡына ялан эшселәренә: тракторсыларға, комбайнсыларға, бесәнселәргә арнап, агитбригадалар менән концерттар ҡуя инек. Сихри тәбиғәт ҡосағында, тере тауышҡа бай моң даръяһында йәшәүем – киләсәгемде йыр сәнғәтенә бәйләүсе тәүге һуҡмаҡ, тәүге күпер ул.
– Һеҙ – ҡәйнәгеҙ менән оҙаҡ йылдар бергә йәшәп, уны һуңғы юлға оҙатыусы ла...
– Ҡәйнәм – ҡатын-ҡыҙ яҙмышының ысын ҡаһарманлыҡ өлгөһө. Тормош уны күпме һынаһа ла, һындыра алмаған, күңел төшкәндә, йәшәүҙән төңөлгән мәлдәремдә уның ныҡлығына, йәшәү көсөнә һоҡлана инем. Намыҫсан, сәмсел, ғорур тәбиғәтле ҡәйнәм, ире яу яланында ятып ҡалғас, берҙән-бер балаһын кеше итеүгә бөтә көсөн һала, ныҡлы булмышы уға ҡала мөхитендә улына дөрөҫ тәрбиә бирергә ярҙам итә. Яҙа ла, уҡый ҙа, ҡултамға ла ҡуя белмәгән ошо ябай ҡатын – мотоуҙыш буйынса алты тапҡыр Донъя чемпионы Ғабдрахман Ҡадиров исемле легенданы тәрбиәләүсе. Мәле менән үҙ һүҙле, ҡырыҫ холоҡло Ғасимә Мөхәмәтгәрәй ҡыҙынан мин күп нәмәгә өйрәндем, ысын тормош мәктәбе үттем. Аш-һыуға оҫталығы, егәрлелеге, донъя көтөүгә таһыллығы, таҙалыҡ-бөхтәлеге һоҡландырғыс ине уның.
– Бәләкәйҙән генә ҡулығыҙҙа ҡалған ейәнегеҙ менән ейәнсәрегеҙ үҫте инде. Улар хаҡында һөйләгеҙ әле?
– Төҫ-башҡа ла, спортҡа булған ынтылышы менән дә Ғабдрахман олатаһына оҡшаған ейәнем Данилға – 20 йәш. Бала сағынан матай ене ҡағылған ейәнебеҙ ҡаяға үрмәләү менән дә ныҡлап шөғөлләнде. Донъяны тик үҙенсә ҡабул иткән, шәхси фекере, ҡарашы булған ҡайнар йөрәкле ир-егет булып үҫеп килә. Физкультура колледжын тамамлап, әлеге мәлдә шул йүнәлештә юғары уҡыу йортонда белем ала. Ейәнсәрем Лиза иһә ҡатын-ҡыҙҙарға ғына хас булғанса йомшағыраҡ, хислерәк тәбиғәтле. Унда, Әмировтар затына оҡшап, артислыҡ сифаттары көслө, ләкин тәбиғи оялсанлығы, иплелеге бар. Урта махсус музыка мәктәбенең фортепиано класын бөттө, бөгөн музыка йүнәлешле педагогия колледжының 2-се курсында уҡып йөрөй. Әйткәндәй, бала сағынан минең шәхси тамашаларымдың биҙәге булған ейәнсәрем 13 апрелдә лә юбилей концертымда Чайковский әҫәрҙәрен уйнаясаҡ. Тормошта ниндәй генә юл һайлаһалар ҙа, ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, бәхетле йәшәү насип итһен, тип теләйем күҙ нурҙарыма. Шул мәлдәрҙе күрә алһам, ерҙәге иң бәхетле кеше булыр инем.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 4-се (2024) һанында уҡығыҙ.