-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Бейей-бейей ғүмер юлынан

Журналист, йәмәғәт эшмәкәре, сәйәсмән, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлфиә ЮНЫСОВАның тормошо барыһының күҙ алдында. Яҙмышы – яҙғандарында. Булмышы – эсендәге тышында. Бейеһә, йондоҙҙарға етә. Йырында – аҡҡош һағышы.

Бейей-бейей  ғүмер юлынан
Бейей-бейей ғүмер юлынан

75 – барыһы ла етеш!
Сирек быуат «Башҡортостан ҡыҙы»нда эшләп, 21 йыл уның алыштырғыһыҙ баш мөхәррире булған яҙыусы, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт, Мифтахетдин Аҡмулла премиялары лауреаты Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы Иҙелбаева (Юнысова) елле 75-енә аяҡ баҫты. Уның моңло шиғриәте, балалар өсөн әҫәрҙәре, публицистик яҙмалары башҡорт әҙәбиәтен байытты, уға яңы төҫмөрҙәр, буяуҙар өҫтәне. Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы – уңғанлығы, алсаҡлығы, яуаплылыҡты үҙ иңенә алыуы, кеше хәстәрҙәре менән йәшәй белеүе, маҡсатын намыҫлы башҡарып сығыуы менән күптәрҙең ихтирамын яулаған әҙибә. Юҡҡа ғынамы ул Рәсәй Думаһына депутат итеп һайланмаған! Әле булһын уның бөтә ил алдында халҡыбыҙ мәнфәғәтен яҡлап сығыш яһауын хәтерләп, түбәнселек менән баш эйәләр. Гөлфиә апай үҙе лә кешеләргә кеселекле, иғтибарлы. Үпкәләй, үҙенә иғтибар таптыра торғандарҙан түгел ул. Редакцияға килеп инһә, көн яҡтырып киткәндәй. Хеҙмәттәштәренә бүләк өләшергә ярата.
Тормошто фәлсәфәүи ҡабул итеүе, үҙенән башҡаларға әүлиә итеп ҡарай белеүе, кеше хәленә инеүе уны күтәрә, ихтирамлы, бәҫле итә. 75 йәше уңайынан Гөлфиә Юнысоваға республика, ҡала алдындағы хеҙмәттәре өсөн «Өфө ҡалаһының Почетлы гражданы» исеме бирелде.
Башҡорт әҙәбиәтендә йыр лирикаһының оҫтаһы тип танылған ижадсының иңләгән офоҡтары киң, әйтер һүҙе тос, фәһемле. Маһирлыҡтың һәм олпатлыҡтың бейеклеген билдәләүсе маяҡ булып, бәхетле, оҙон ғүмер кисерергә яҙһын һеҙгә, Шағирә!

«Һыуҙың мотлаҡ Дим булыуы кәрәк,
Сабаҡтың да яҡташ булыуы...»
Ете балаға ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтергән, СССР дәүләт наградаларына лайыҡ булған Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ветерандары Хөмәйрә Сафа ҡыҙы менән Аҙнағол Миңлеғол улы Юнысовтарҙың рухлы ғаиләһендә Әлшәй районы Һарыш ауылында донъяға килә Гөлфиә апайыбыҙ. Әсәһе уға «күлдәктә тыуыуын» әйтә. Шулай тыуған кеше бер ваҡытта ла бирешмәй, ауырлыҡтарҙы йырып сыға, уңыш, еңеү ҡаҙана, тигән ышаныс уны бер ваҡытта ла ташламай.
Күрше ауылға йәйәү йөрөп уҡый ул. Шиғыр һөйләү буйынса бәйгелә еңеү яулауы, тиҫтерҙәре уны лидер итеп таныуы, «Башҡортостан пионеры» гәзитендә тәүге шиғырҙары баҫылыуы күңеле ҡоштай талпынған ҡыҙсыҡтың киләсәген билдәләй. Сәхнә тип хыялланһа ла, уны яҙмыш юлдары Башҡорт дәүләт университетына алып килә. Шағирә булараҡ иртә өлгөрә ул. Студент саҡта уҡ бер түгел, ике шиғырҙар йыйынтығын ҡулына ала.
Баш бала булыуы Гөлфиәне кесе туғандары, ата-әсәһе хаҡында уйландыра, шуға ла ул тиҙерәк өлгөрәлер ҙә, бәлки. Нисек хәл итһә лә, ғаиләһенә еңеллек килтереү, ғәзиз әсәкәйен хафаландырмау, атаһының ышанысын аҡлауҙы күҙ уңында тотоп ҡарарҙар ҡабул итә. Яҡындары алдында яуаплылыҡ халҡы алдында һынатмау, тоғро исеменә тап төшөрмәүгә барып тоташа. Бөгөнгө көндә ул шуға ла тыуған яғында ғына түгел, тотош республикала танылған ил инәһе дәрәжәһендә аяҡ баҫа елле етмеш бишенә.
Тыуған яғында – Әлшәй районында шағирәне тәбрикләп бер-бер артлы әҙәби саралар үтә. Тыуған ауылы Һарышта матур ауыл байрамы ойошторһалар, район үҙәгендәге китапханала, мәҙәниәт йортонда, Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылында ифрат йылы осрашыуҙар уҙыуы, Өфөлә «Башҡортостан» концерт залында ҙур кисә әҙерләнеүе шағирәнең йәмәғәтселек алдында сикһеҙ абруйы хаҡында һөйләй.

«Таңдан тороп улым ат эйәрләй,
Сыңлап китә көмөш йүгәндәре...»
Шағирәне тәүге тапҡыр үҙебеҙҙең ауыл клубында күрҙем. Әҙиптәр Яныбай Хамматов, Әсхәл Әхмәт-Хужа менән осрашыу үткәргәйнеләр. Гөлфиә апайҙың ул ваҡытта сәйәси карьераһы башланып торған сағы ине. Белеүебеҙсә, ул 1990 – 1995 йылдарҙа РСФСР-ҙың 12-се саҡырылыш (артабан Рәсәй Федерацияһының) Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының 3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты итеп һайланды. «Сыңлап китә көмөш йүгәндәре...» тип сылтырыуыҡ тауыш менән шиғырын һөйләп ебәреүе булды, моңонан, булмышынан арбалдым да ҡуйҙым. Ошо шағирә апайҙан да саф, ышаныслы кеше юҡтыр кеүек тойолдо. Ҡайтҡас та уға арнап шиғыр яҙҙым. «Башҡортостан ҡыҙы»н былай ҙа яратып уҡый, алдыра инек. Хәйер, был баҫма булмаған өй юҡ ине ул заманда. Гөлфиә апай эшләгән дәүерҙә «Башҡортостан ҡыҙы»н яҙҙырыусылар һаны 130 мең (!) данаға етте. Хәҙер ошо популярлыҡтың серенә төшөнөргә тырышып, журнал биттәрен йыш аҡтарам. Баҫма, мәғлүмәт биреүсе, тәрбиә­ләүсе булыуға өҫтәп, хәл итеүсе, ярҙамға ташланырға әҙер көс булып торған ул заманда. Партия, өлкә комитеты ҡыҫымдарына ҡарамаҫтан, үҙәгендә – кеше һәм уның мәнфәғәтендә эшләү баҫманың төп тәғәйенләнеше булған. Һарғайып бөткән биттәр араһынан йылмайған ҡатын-ҡыҙҙар – үҙ заманының йөҙө. Ул ваҡытта гүзәл заттар өсөн сыҡҡан берҙән-бер баҫманың абруйында баш мөхәррир Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙының роле баһалап бөткөһөҙ. Төҫ-ҡиәфәте, нәфислеге, кәрәк ваҡытта тәүәккәллеге менән ул үҙе лә үрҙә телгә алған «Ат көтөүсе малай» шиғырындағы өйөр өйөргән сая малайға оҡшап китә. «Ауырлыҡтарға ҡаршы тороу көсөм ныҡлы. Тәбиғәткә сығам, ҡоштар һайрауын, һыу ағышын тыңлайым. Икешәр сәғәт велосипедта йөрөйөм. Ҡышын саңғыла шыуам. Ял итергә ейән­дәрем янына барам, һөйләшеп ултырам, бәхәскә инәбеҙ. Ҡәләмдәш әхирәттәрем бар. Улар менән серләшеп алыу ҙа күңелде күтәрә. Шулай яңы шиғырҙар тыуа», – ти ул, ижад серҙәре менән бүлешеп.

 

«Бейей-бейей осоп уҙҙым
Йондоҙҙар араһынан...»
Ошо юлдарҙа уның, гүйә, булмышы сағыла. Яҙғандары ла еңел генә күңелгә һеңә, сәпкә тейә. Гөлфиә Юнысова шиғырҙарына 500-ҙән артыҡ йыр ижад ителгән. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә 2023 йылда Гөлфиә Юнысованың «Рәхмәт, яҙмыш!» шиғырҙар йыйынтығы донъя күрҙе. Был – ижад һөйөүселәргә шағирәнән тос бүләк. Әҙибә өсөн үҙен ижадта асыу һәм асылыу, яҙғандарының кеше күңелен имләүен күреүҙән дә ҙур бәхет юҡ.
Уның ижад емештәре лә тос – дүрт тиҫтә китабы баҫылған. Бейей-бейей, йырлай-йырлай еңел генә бара һымаҡ ул ғүмер юлынан. Ниндәй ауырлыҡтар, һынауҙар аша үтергә тура килгәнен ул үҙе генә белә. Ҡояштай алсаҡ булмышы кешеләрҙең күңелен йылыта, яҡтылыҡ-моң өләшә, рухын нығыта.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 10-сы (2023) һанында уҡығыҙ.

Бейей-бейей  ғүмер юлынан
Бейей-бейей  ғүмер юлынан
Бейей-бейей  ғүмер юлынан
Бейей-бейей  ғүмер юлынан
Бейей-бейей ғүмер юлынан
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: