Илеш районының Абдулла ауылында мөхәббәтле ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килә Әминә. Башҡорт, рус әҙиптәренең әҫәрҙәрен уҡып үҫкән ҡыҙға бәләкәстән «китап ене» ҡағыла. Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәб Биишева, Мостай Кәрим, Талха Ғиниәтуллиндарҙың әҫәрҙәре тәьҫирендә тәрбиәләнә һәм рух ныҡлығы ала Илеш һылыуы. Киләсәктә тап уларҙың повесть-хикәйәләре буйынса кандидатлыҡ, аҙаҡ докторлыҡ диссертациялары яҙырмын тип ул ваҡытта күҙ алдына ла килтермәй, әлбиттә. Атаһы Шакирйән Хәкимйән улы Рафиҡов үткер һүҙле, уңған кеше була, оҙаҡ йылдар ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы директоры вазифаһын биләй. Балаларын ул бирешмәҫкә, ғилемгә ынтылырға өндәй. Ауылда һатыусы булып эшләгән зирәк тәбиғәтле, намыҫлы, Хоҙайға ышанған әсәләре Нәзибә Имаметдин ҡыҙынан улар бөтмөрлөккә, донъя көтөү зирәклегенә өйрәнә. Ысындан мөхәббәтле, бер-береһе өсөн өҙөлөп торған татыу ғаиләлә һөйөүгә, йылы хәстәргә төрөнөп үткән бәхетле бала сағын йылы хәтирәләр менән иҫкә ала Әминә апай. «Атайым менән әсәйем икеһе лә – уңған, уҡымышлы нәҫел вариҫтары. Һәр эшкә лә күңел һалып тотоноу, тормошто, кешеләрҙе яратыу кеүек гүзәл сифаттары үҙҙәрен дә бәхетле итте, донъяларын нурланы. Олатайым Бөйөк Ватан һуғышында Украинала барған аяуһыҙ алышта хәбәрһеҙ юғала, өләсәйем балаларын яңғыҙы аяҡҡа баҫтыра, атайһыҙ үҫһәләр ҙә, егәрле әсәләре бәләкәстәрен икмәктән, һөттән өҙмәй. Бына инде әсәйемә лә 89 йәш, уның илтифатлығына, әҙәплелегенә әле булһа һоҡланам. Изгелекле бул, ҡыҙым, матур эшең үҙеңә мең яҡшылыҡ булып әйләнеп ҡайтыр, тип ул яҡты ғәмәлдәргә генә дәртләндереп торҙо», – ти Әминә апай әсәһе хаҡында.
Илеш районының Юғары Манһар урта мәктәбен уңышлы тамамлап, ул ваҡыттағы Бөрө дәүләт педагогия институтының рус теле һәм әҙәбиәте факультетына уҡырға инә буласаҡ профессор. Руфина апаһы шул уҡ юғары уҡыу йортонда икенсе курста белем алған була. Һуңынан апаһы байтаҡ йылдар институттың уҡыу залы бүлеге етәксеһе эшен атҡара. Биләүҙән тиерлек техника менән мауыҡҡан Салауат ҡустылары һөнәрен транспорт менән бәйләй.
Бала саҡтан эшкә әрһеҙ, уҡыуға тырыш Әминә, китап донъяһына башкөллө сумып, сәмләнеп белем эстәй. Отҡор ҡыҙ юғары уҡыу йортонда тик «биш» билдәләренә генә өлгәшә.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 5-се (2023) һанында уҡығыҙ.