– Асылда кем булып ҡалдығыҙ? Вазифалар һеҙҙе үҙгәртә алдымы?
– Минең асылым – шағирә. Вазифалар уны үҙгәртмәне.
– Һеҙ – 14 йыл баш мөхәррир булып эшләгән кеше. Тап һеҙҙең дәүерҙә баҫмабыҙ сифатлы ҡағыҙҙа сыға башланы. Заманса матур журналға әйләнде. Шул осорҙан күңелегеҙҙә һаҡланып ҡалған иң иҫтәлекле ваҡиғаны хәтерегеҙгә төшөрмәҫһегеҙме?
– Был дәүер эсендә бер генә түгел, байтаҡ иҫтәлекле ваҡиғалар булды. Журналыбыҙ полиграфия сифаты йәһәтенән заманса баҫмаға әйләнде. Йөкмәтке буйынса ла йәмғиәттән алдараҡ барырға ынтылдыҡ.
Хәҙер көн үҙәгендә иҫәпләнгән ғәрип баланы ғаиләгә алыу, сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгән килеш тә тулы ҡанлы тормош менән йәшәү ынтылышы һымаҡ күренештәргә 2000 йылдар башында әллә ни иғтибар юҡ ине. Әммә бәндә ғүмеренең үҙ ҡанундары, шуға күрә был мәсьәләләр даими рәүештә ҡаршылыҡлы хәлдәр тыуҙыра торғайны.
Көтөлмәгән фажиғәнән үлеп киткән бер туған апайы менән еҙнәһенең ике балаһын, шул иҫәптән, фалиж менән яфаланған, уллыҡҡа ала алмай ыҙалаған, ҡыҙын яңғыҙ тәрбиәләгән ҡатын тураһында яҙып ҡына ҡалманыҡ, был бурысты бергәләп атҡарып сыҡтыҡ.
Тағы бер яҙмыш. Тәүге сабыйы тыумыштан бик яман ауырыуға дусар булған йәш кенә һылыуҙы ире ташлап китә. Ауылдарына ситтән эшкә килгән егет өйләнергә тәҡдим яһағас, ул ризалаша. Бәхеткә өмөттө бер ни ҙә ҡаҡшатмай шул. Һау-сәләмәт балаға уҙһам, бер ҙә ғүмерен ҡыймам, Хоҙай насип иткән һәр береһенә ҡыуанырмын, тип нәҙер әйтә. Ун бер бала әсәһенә шулай уҡ ярҙам күрһәтеп, был ғаиләгә тоҡ менән он илтеүебеҙ ҙә хәтеремдә.
Өй эсендә имгәкләп кенә йөрөй алған берәүҙең тап-таҙа донъяһына хайран ҡалып яҙып сыҡҡайны хәбәрсебеҙ. Мәҡәлә геройының һоҡланғыс сигеү өлгөләрен дә биргәйнек.
Бына ошондай эшмәкәрлеге өсөн 2002 йылда «Башҡортостан ҡыҙы»на, тағы өс кенә баҫма – «Известия», «Комсомольская правда» гәзиттәре һәм Санкт-Петербургтағы бер журнал менән бер рәттән, Рәсәй Федераль агентлығы етәксеһе Михаил Сеславинский рәхмәт белдерҙе.
2005 йылда Бесланға барыу күңелдә ғүмерлек һыҙланыу булып ҡалды. Күптәр хәтерләйҙер, 1 сентябрҙә, тотош илебеҙҙең иң матур байрамдарының береһе – Белем көнөндә, террорсылар мәктәпкә ут асып, ата-әсәләрҙе һәм уҡыусыларҙы бикләп тота. Сабыйҙарына пуля теймәһен өсөн ололар үҙ кәүҙәләре менән ҡаплай, һыуһыҙ интеккән кескәйҙәр һейҙектәрен эсә. Ҡотҡарыу бик ауыр бирелә. Күптәрҙең ғүмере өҙөлә. Мин фажиғәнең бер йыллығында булдым. Ҡайғылар бөтөнләй баҫылмаған, киреһенсә, көсәйә төшкән һымаҡ тойолдо. Беслан – уҡыу бинаһындағы тәүге теракт. Бындай ҡот осҡос ваҡиғалар, үкенескә ҡаршы, ишәйә бара. Балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү – бөгөн төп мәсьәләләрҙең береһе.
Әлбиттә, иң һағынып иҫләгәнем – журналыбыҙҙың күп һанлы дуҫтары менән осрашыуҙар. «Башҡортостан ҡыҙы»на бағышланған шиғырҙар булһынмы, үҙ ҡулдары менән бәйләгән, сиккән әйберҙәр тотоп килһендәрме –барыһы ла баҫмабыҙға сикһеҙ ихтирам, һөйөү билдәһе ине.
Күҙҙәре насарыраҡ күреп, инде бик уҡый алмаған оло апайҙар, бәй, ай һайын көтөп торған журналымдан башҡа нисек йәшәйем, тип яҙыла торғайнылар.
Бер ағайҙың мәрәкә һүҙе лә онотолмай: «Башҡортостан ҡыҙы»на яҙылманың ни ҙә, кәләш алманың ни». Баймаҡ (рәйесе – Луиза Дәүләтшина), Ҡырмыҫҡалы (рәйесе – Зөлфиә Ҡотоева), Ейәнсура (рәйесе – Гүзәл Көнсыуаҡова), Әбйәлил (рәйесе – Линиза Сәғәҙиева) райондары ҡатын-ҡыҙҙар советтары менән бигерәк матур эшләнек, юғары кимәлдәге төрлө саралар үткәрҙек. Бик яҡты, күңелле осор ине.
– Бөйөк аҡыл эйәһе, шағир Мостай Кәрим менән дуҫлығығыҙ һоҡланғыс булды? Уны һеҙ уҡыусыларыбыҙға көндәлектәре аша кеше, ир, атай булараҡ та астығыҙ. Һеҙҙе журнал дуҫлаштырҙымы? Әллә был мөнәсәбәттәрҙең яҡтыһы журналға төштөмө?
– Яҙмышымдың журналға бәйле мәлдәре – минең бәхетемдең дә бер өлөшө. Мостай ағай менән аралашыу, ысындан да, шулай уҡ бер бүләк, бер мәртәбә булған.
Беҙ уның менән үҙгәртеп ҡороуҙар башланғаныраҡ саҡта яҡынайҙыҡ. Бының сәбәбе ҡараштар тап килеүгә бәйле булғандыр. Илдәге буталсығыраҡ дәүерҙәр бер-береңдән йылы, таяныс алғанда еңелерәк күтәрелә.
Әле «Башҡортостан пионеры»нда эшләгәндә мин 1 Май айҡанлы әҙиптең мәҡәлә биреүен үтенеп шылтыраттым. Телефонды Рауза апай алды. «Хәҙер хеҙмәт, намыҫ кеүек оло төшөнсәләрҙең бәҫе төштө бит», – ти моңһоу ғына. Уның менән тулыһынса килешһәм дә, тормош дауам итә, киләсәктә нисегерәк булыры ниндәйҙер дәрәжәлә һәр беребеҙгә бәйле, тигән булам. Бер-ике көндән Мостай ағай тик уға ғына хас төплө, һәр баланың йөрәген яуларлыҡ бер кәлимә һүҙен үҙе алып килде. «Һеҙ хаҡлы, үҫмер быуынға фекеребеҙҙе еткереү – мөһим бурыс ул», – тине.
Бындай хеҙмәттәшлек артабан «Йәшлек», «Башҡортостан» гәзиттәрендә һәм, әлбиттә, «Башҡортостан ҡыҙы»нда дауам итте.
Һуңғы йылдары әҙип һирәгерәк ижад итте, һәр яҙғанын иң беренсе беҙгә алып килеүен баҫмабыҙға, уҡыусыларыбыҙға ҙур хөрмәте билдәһе күреп ҡабул иттек. Бөйөк шағирҙың ҡатын-ҡыҙға ғәжәйеп ихтирамы барса әҫәрҙәренән шулай уҡ мөлдөрәмә түгелеп тора.
«Көндәлектәр»ҙең тулы тексы ла компьютерҙа беҙҙең редакцияла йыйылды, әҙип беҙгә ышана ине...
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 10-сы (2022) һанында уҡығыҙ.