Бөйөк Ватан һуғышында ҡаты яраланған атаһы, күкрәк тултырып миҙал таҡҡан Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры Барый Ғатауллин, тыуған еренә, Мәсетле районы Ҡаранай ауылына, тулҡынланып аяҡ баҫа. Көҙ Ҡыйғы районына иген йыйыу өмәһенә барғанда осрата ул Розаның буласаҡ әсәһен. Оҙон сәсле, зәңгәр күҙле йырсы ҡыҙға үлеп ғашиҡ була, күп тә үтмәй, улар өйләнешә.
1947 йылдың яҙында Барый, йөклө ҡатынын алып, бер нисә иптәше менән урманға, тәбиғәткә, сыға. Йылға ташып китә, ҡатын кире яҡта ҡала, бәпесләй. Шулай ашыға Роза донъя күрергә. Атаһы йәш талдан тиҙ генә кәрзин үрә һәм бәләкәсте ошо бишеккә һалалар.
Ғаилә, ете йыл Свердловск ҡалаһында йәшәгәндән һуң, Балаҡатай районы Есаул ауылына күсенә. Роза яҡшы өлгәшә, олимпиада булһа, бөтә фәндәр буйынса ла гел уға өмөт бағлайҙар. Хатта спорт ярыштарына тик Розаны ебәрәләр. Бер шулай район үҙәгендә Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы, режиссер Ғабдулла Ғиләжев уға иғтибар итә. Театр бүлегенә уҡырға килергә күндерә ҡыҙҙы. «Әртистәр тик прәник кенә ашай, тигән уй бик ҡыуандырҙы. Сөнки бала саҡта тәмле-татлы һыйҙар эләкмәне. Имтихандарҙы яҡшы биреп, әртис булайым тигәндә, һүрәт тотҡан бер малайҙы күрҙем. Уның ижады үҙемдекенән бер ҙә артыҡ түгел ине», – тип хәтерләй хәҙер Роза апай шул саҡтарҙы. Сәнғәт мәктәбен бөткәндәрҙе генә алабыҙ, тип әйткәстәре, илап ҡайтып китергә тура килә уға. Златоуст ҡалаһында эшкә урынлашып, мәҙәниәт һарайындағы һүрәт төшөрөү оҫталығына өйрәткән студиялағы дүрт йыллыҡ курсты бер йылда үҙләштереп, 1964 йылда студент булыу бәхетенә өлгәшә. «Класс етәксебеҙ Ғүмәр Мөхәммәтшин, уҡытыусыларыбыҙ Рәшит Нурмөхәмәтов, Әхмәт Лотфуллин, скульптор Владимир Кузнецовтарға рәхмәтлемен», – ти Роза ханым.
«Ағиҙел» журналына барып йөрөгәндә «Башҡортостан ҡыҙы» журналы ойоштороласағы хаҡында ишетә. Шағир Абдулхаҡ Игебаев, Ғүмәр уҡытыусыһының дуҫы, уны Кәтибә Кинйәбулатова менән осраштыра. Кәтибә апай Рәми Ғариповҡа: «Бына беҙҙең буласаҡ художество редакторы Роза һылыу Йәһүҙина була», – тип таныштыра. Октябрь проспектындағы Мебель туҡталышында урынлашҡан подвалдағы офиста редакция эш башлай. Мәрйәм Бураҡаева, Фәүзиә Рәхимғолова, Әнисә Таһирова, Йыһат Солтанов, Таңһылыу Ҡарамышева, Миңлегөл Хисмәтуллина кеүек таланттар менән юлдары шул рәүешле киҫешә. Бигерәк тә Рәми ағай менән яҡыная ул. Өлкән ҡыҙы Гөлшат менән бала табыу йортонда ятҡанда, Рәми Йәғәфәр улының уны күрергә килеүен айырыуса бер йылылыҡ менән иҫкә ала. Редакцияла эшләгән ваҡыттарҙа Розаның, һүрәттән тыш, тәржемәләре, мәҡәләләре, яҙмалары баҫыла. 1975 йылда СССР-ҙың Журналистар союзы ағзаһы итеп алына. 1977 йылда Марксизм-Ленинизм университетында уҡый. 1984 йылда Юғары профсоюз мәктәбен тамамлай. 1979–1988 йылдарҙа профсоюз мәктәбенән дүрт кешене СССР күргәҙмәләре вәкиле итеп һайлайҙар, улар араһында Роза ла була. «Кремль эргәһендәге «Манеж»ға, ниндәй генә күргәҙмәләр үтһә лә, беҙҙе, дүрт кешене, саҡыралар ине. Сценарийҙар төҙөп, эскиздар эшләнек. Профессиональ рәссамдарҙың эштәрен күсереп йөрөтөүҙе миңә ышанып тапшыралар ине», – ти Роза апай. Күренекле совет карикатурист-рәссамдарҙың «Айыҡлыҡ – тормош нигеҙе» күргәҙмәһен, М.В Куприянов, П.Н. Крылов, Н.А. Соколов (Кукрыниксы)кеүек график рәссамдарҙың эштәрен, бөтә Рәсәй буйлап, Екатеринбургтан башлап Новосибирск, Магадан, Владивосток һәм башҡа ҙур ҡалаларҙа күрһәткәс, Беренсе секретарь М.З. Шакиров Роза Барый ҡыҙына «Маҡтау ҡағыҙы» тапшыра.
1981–1987 йылдарҙа өсәр ай дауамында Ҡырым Ливадияһында башҡорт халҡына бағышланған күргәҙмәләр үткәреүгә ҙур көс һала.
«Фронтовик балаһы булараҡ, атайым һөйләгәндәрен иҫкә алып, ветеран үҙешмәкәр рәссамдарҙың эштәрен күргәҙмәләргә сығара инем. Ошонда бер бик характерлы портретҡа күҙ төштө. Г.И Даниловтың ижады һәм тарихы менән танышҡас, тетрәнеп, «Совет Башҡортостаны», «Ленинец» гәзиттәренә мәҡәлә яҙҙым», – ти Роза апай. Бында һүҙ һуғыш башланғандан Брест крепосынан алып Польшалағы «Ломедофф» концлагеры тотҡоно булған Даниловтың портреттары тураһында бара. Польшалағы лагерҙы һүткәндә 130 һүрәт килеп сыға. Уны «билдәһеҙ совет һалдатының эштәре» тип музейға оҙаталар. Польша яҙыусыһы портреттарҙа кәүҙәләндерелгән тере һалдаттарҙы табып, улар аша һүрәттәрҙең авторы Башҡортостандан Стәрлетамаҡ егете Георгий Данилов икәнлеген иҫбатлай. Башвоенкомат аша Польшаға сәфәр ҡылырға, фотоальбом сығарырға ниәтләнә Роза. Әммә ул тормошҡа ашырылмай ҡала. Музейҙың әле ни хәлдә икәнлеге лә билдәһеҙ.
1987–1995 йылдарҙа Розалия Солтангәрәева, Сәфәрғәле Йәнтүрин, Рәшит Шәкүр, Мәрйәм Бураҡаева, Дамир Вәлиев башланғысында башҡорт мәҙәниәт клубы – «Аҡ тирмә» эшләй. Ҡала советы аша «Дуҫлыҡ» милли-мәҙәни үҙәге барлыҡҡа килә, рәйесе вазифаһын Горинға йөкмәтәләр. Әммә уны тиҙҙән Шолом Наумович Кац алмаштыра. Бөтә милләттәр ойошоп, «Дуҫлыҡ» тирмәһенә тупланғас, 1-се бойороҡ менән «Аҡ тирмә»нең директоры итеп Роза Зиннәтшина тәғәйенләнә. Был клубта халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, милләт рухын, аманатын, телебеҙҙе һаҡлау, уны яҡлау бурысы алға ҡуйыла. Ситтә йәшәгән башҡорттарға ярҙам күрһәтеү, балаларҙы Өфөгә экскурсияға саҡырып, төрлө осрашыу, кисәләр үткәреү, Республикала йәш таланттарҙы үҫтереү һәм танытыу эштәрен киң йәйелдереп ебәрәләр.
1995–2001 йылдарҙа Роза Барый ҡыҙы «Салауат күпере» республика балалар ойошмаһы рәйесе итеп һайлана. Рухлы, талантлы балаларҙың ижадын үҫтереүҙе һәм танытыуҙы маҡсат итеп ҡуялар бында. Республикабыҙҙың балалар күргәҙмәһен Японияға ебәрәләр, улар ҙа, яуап итеп, үҙҙәренең һүрәттәрен юллай. «Башҡортостан – Япония» күсмә күргәҙмәһе күптәрҙең күңеленә хуш килә.
1996 йылда Совет районы рәйесе һорауы буйынса, Якутов паркының 60 йыллығына арнап, «А почему бы и не Диснейленд?» байрамын үткәрә. Унда райондарҙан төрлө балалар ансамблдәре ҡатнаша. Байрамды Кәтибә Кинйәбулатованың шиғырҙары биҙәй.
1997 йылда «Артек» пионер лагерында үткән «Башҡортостан көндәре»ндә 100 бала ҡатнаша. Башҡорт мәҙәниәте менән балаларға йырҙар өйрәтеп, һабантуй үткәреп һәм башҡа уйындар ойоштороп таныштыра Роза. Аҙаҡ, хушлашыу кисендә, бөтә лагерь Роза Барый ҡыҙы бешергән башҡорт аштары, тәмле бауырһаҡ менән һыйлана.
1997 йылда Ковров ҡалаһында «Тыныслыҡ, дуҫлыҡ һәм ижад» халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашып, лауреат дипломы алалар. 1997 йылда Мәскәүҙә балалар ижадының «Аһ, Мәскәү» халыҡ-ара фестивале күргәҙмәһендә Почет грамотаһы, диплом менән бүләкләнеүҙәре лә күпте һөйләй.
1998 йылда Севастополдә балаларҙың, йәштәрҙең, уҡытыусыларҙың һәм ата-әсәләрҙең «Киләсәк өсөн көс ҡулланмай» халыҡ-ара фестиваль-конгресы асыла. «Тел һәм мәҙәниәт» темаһына фекер алышалар. Сараға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Әхмәт Сөләймәнов уларҙы ышанып ебәрә. Роза етәкләгән Башҡортостан делегацияһы Рәсәй буйынса беренсе урынға лайыҡ була. Фестивалде япҡан саҡта беҙҙең гимн яңғрауында Роза Барый ҡыҙының да өлөшө бар.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 4-се (2022) һанында уҡығыҙ.