-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Бейеүгә арналған ғүмер

Үткән йылда ул үҙенең имиджына ҡырҡа үҙгәреш индерҙе. Ҡара толомдарын киҫеп ырғытты ла өлтөк башлы бер ханымға әүерелде. Аҡ ҡылғанлы ҡыҫҡа сәсе лә, заманса стилдәге кейеме лә үҙенә килешкәндәй. Уның ҡарауы, бейеүсенең күп һанлы тамашасылары борсолоп ҡуйҙы: Зөлфиә Ҡудашеваға нимә булды икән?

Башҡортостандың халыҡ артисы Зөлфиә Ҡудашева – Сибай ҡыҙы. Атаһы Иҙрис Арыҫланов Хәйбулла районы Йәнтеш ауылынан. Бик иртә донъя ҡуя ул. Әсәһе Ишбикә икенсегә кейәүгә сыға. Үгәй атай Зөлфиәгә ҡарата бик рәхимле була. Баймаҡ районы Темәс ауылы кешеһе Рауил Дәүләтшинды бейеүсе әле лә йылы хәтирәләр менән иҫкә ала. Ҡыҙыҡай үҙенең – Нәзирә һәм үгәй атайҙың әсәһе Алтын өләсәләренең тәрбиәһен алып үҫә. Һәр ваҡыт башҡортса кейенеп, ҡатын-ҡыҙҙарҙың милли биҙәүестәрен мул итеп тағып йөрөгән киң күңелле өләсәләре хәтерендә уның. Инәйҙәрҙең боронғо фотоларын да ҡәҙерләп һаҡлай.
– Шул биҙәүестәрҙән тәңкәләрҙе ҡырҡып алып, тышта өй уйнай торғайныҡ, күбеһен шунда юғалтып та бөткәнбеҙ. Бына ошо өләсәйҙәр тәрбиәһе, әсәйемдең түңәрәккә алып барыуы мине бейеүсе итте лә. Беҙ ғаиләлә өс бала үҫтек, ҡустым яҡты донъяла юҡ, Әлфиә һеңлем бар. Икебеҙ ике атайҙан булғас, тамсы ла оҡшамағанбыҙ. Ул – минең иң яҡын кешем. Бала саҡта етешһеҙ генә торһаҡ та, беҙҙе кәм-хур итмәнеләр, өҫтөбөҙ бөтөн, тамағыбыҙ туҡ булды. Әсәй гел кейем тегеп бирә ине, өләсәйем бәйләм бәйләне. Үгәй атай менән бик яҡшы йәшәнеләр, һуңғы һулыштарына тиклем бергә булдылар. Никахтарының 60 йыллығына саҡ ҡына етмәй бер-бер артлы киттеләр, – тип хәтирәләргә бирелә әңгәмәсем.
8-се класҡа еткәс, Зөлфиә Ҡудашева үҙенең Фәйзи Ғәскәров ансамблендә бейейәсәгенә инана. Сөнки уларҙың сығышын буласаҡ бейеүсе, һабантуйҙа күреп хайран ҡала. Өйҙәрендә лә гел Фәриҙә Ҡудашева, Бәхти Ғайсиндарҙың йыр-моң пластинкаларын тыңлап үҫә. Хыялын яҡындарына ла белдерә.
Ҡыҙҙы әсәһе Өфөгә, ул ваҡытта мәғариф министры урынбаҫары булып эшләгән атаһының ике туғаны Роберт Арыҫлановҡа, алып килә. Бейеүсе булам, тип килгән ҡыҙҙы ағаһы педагогия училищеһына барырға күндерә. Уҡырға ингәс, Зөлфиә ҡалалағы бөтә бейеү түңәрәктәренә яҙылып сыға.
Зөлфиә Ҡудашева бейеүсе булараҡ үҙенең хеҙмәт юлын Башҡорт дәүләт филармонияһында башлай. Унда Зөлфиә аҙашы менән эстрада бейеү­ҙәрен башҡара. Бер-береһенә оҡшама­һалар ҙа, уларға «Игеҙәктәр» бейеүе һалалар. Йәш бейеүселәр бик тырышып эшләй, сөнки хыялдары – билдәле ансамблгә эләгеү.
Башҡортостандың халыҡ артисы Рамаҙан Йәнбәков төркөмөндә бейеп йөрөгән ваҡытта йәш ҡыҙҙарҙы йыр алиһәһе Фәриҙә Ҡудашева һәм Бәхти Ғайсин менән гастролгә ебәрәләр. Унда бейеп йөрөгән Мөхәмәт Иҙрисовтың сирләп китеүе Зөлфиә Иҙрис ҡыҙының шәхси тормошонда ла ҙур роль уйнай. Шунда осрата ул үҙенең буласаҡ ире Рөстәм Ҡудашевты. Ул Башҡортос­тандың халыҡ артисы Фәриҙә Ҡудаше­ваның ике туған ҡустыһы, оркестрҙың музыканты була. Ике йәш йөрәк араһында мөхәббәт уты тоҡана. Зөл­фиәгә ни бары – 21, Рөстәмгә – 23 йәш. Шул мәлдә Рөстәм Ҡудашевты әрме хеҙмәтенә, ә Зөлфиәнең әхирәтен хыялдағы ансамблгә алалар.
– Бик матур йылдар. Фидан Ғафаров менән Нурия Ирсаеваларҙың популяр саҡтары. Беҙҙе шундай һәләтле, сәнғәтебеҙҙең эталоны булған артистар, йырсылар уратҡан. – тип хәтерләй был осорҙарҙы Зөлфиә Иҙрис ҡыҙы.
Зөлфиә Ҡудашеваның йөҙө Азия халыҡтарына нығыраҡ тартым, үҙенә башҡа, айырылып тора. Хатта имеш-мимештәр, Зөлфиә Ҡудашеваны тап ошо үтә сағыу милли һыҙаты өсөн ансамблгә ҡабул итмәгәндәр икән, тигәнде лә ишеттерә.
– Көлөп ебәрһәм, күҙҙәрем бөтөнләй йомола ине. Ирем Рөстәм, гел мәрәкәләп, һин мине күрәһеңме ул, тип һорай торғайны. Мин уның ыңғайы нығыраҡ көләм. Әммә эсемдән һыҙған, илаған саҡтарым да булды. Атаҡлы бейеүсе Хазина Мағазова көҙгө ала ла, минең алдына ҡуйып: «Ҡара, һинең йөҙөң шул тиклем колоритлы, шәхсән бер кемгә лә оҡшамаған», – ти ине. Японияға барып, күҙемә пластик операция эшләтергә хыяллана инем. Бала-сағалыҡ инде, – тип һөйләй бейеүсе.
Фәйзи Ғәскәров ансамбленә эләгә Зөлфиә. Уға «Гөлнәзирә», «Зарифа» кеүек данлыҡлы бейеүҙәрҙе өйрәнергә ҡушалар. Хәтере яҡшы булғанға, ундағы хәрәкәттәрҙе йәһәт отоп ала. Ике йыл бейей. Һөйгәне Рөстәмде әрменән көтөп ала. Ләкин ярты йыллап осрашырға форсат юҡ. Зөлфиә Ҡудашева кире эстрадаға күскәс кенә, йәштәр өйләнешеүгә ғариза тапшыра ала. Шул мәлдә Испанияға гастролдәр башлана. Зөлфиә осоп йөрөп сит ил турына әҙерләнә, әммә һөйгәне һүҙендә ныҡ тора.
– Һинең Испанияң хәҙер – мин, үҙем алып барырмын, тине лә ҡуйҙы. Вәғәҙәһендә лә торҙо, Болгарияға, Югославияға алып барҙы. Ул – ғүмере буйы яҡын кешем, ярҙамсым, тоғро кәңәшсем. Ә Фәйзи Ғәскәров ансамблендә бейеүем – тормошомдоң иң матур йылдары. Тәртипкә, бейеү техникаһына өйрәндем шунда. Әле лә сәхнәләмен шуға (көлә). Унда бергә эшләгән беҙҙең быуын коллегаларымды тик рәхмәт йөҙөнән хәтергә алам, – ти әңгәмәсем.
Зөлфиә Ҡудашева, һөйгәне Рөстәм әрмегә киткәс, Фәриҙә Ҡудашеваларҙың фатирында йәшәй. Һуңынан инде уларҙы туғанлыҡ ептәре лә бәйләй.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 4-се (2021) һанында уҡығыҙ.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: