-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ
22 Сентябрь 2020, 12:52

Әйләнгән ул һайрар ҡошҡа

«Башҡортостан ҡыҙы» журналының тәүге баш мөхәррире Кәтибә Кинйәбулатованың тыуыуына 100 йыл тулды.

Әле яңы ғына әҙибәнең 90 йәшлек юбилейын билдәләгәйнек. Ул ваҡытта Кәтибә апай тере ине. Ҡояштай йылылығы менән барыһын янына туплап, балҡып ултыра ине. Тәрән хисле, ҡайнар йөрәкле шағирәнең изгелеге йәндәрҙе иретте, сыңғырлатып мандолинаһын сиртеп ебәрһенме, ерем, телем, тип өҙгөләнһенме – уның илһөйәрлеге яңғырауыҡлы һүҙ түгел, күңел иңрәүе булып ишетелде.
Кәтибә Кәрим ҡыҙы Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Мәүлит ауылында тыуып үҫкән. Уның һуңғы маҡәме лә – әсәһенең тыуған ауылында, Бикҡол ауылы зыяратында. Тәрбиәләп, сәскәләргә күмеп тота әҙибәнең ҡәберен ауылдаштары, аят бағышлап, мәңге хәтерҙә тота уны яҡташтары. Ижад өлкәһендә уңыштарға өлгәшкән ерҙәштәрен Кәтибә Кинйәбулатова премияһын тапшырып ололоҡлай.
Үҙе яҡты донъяларҙан китһә лә, ижады мәңгелек юлын дауам итә. Уның әҙәби мираҫы үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләй, зиһен офоҡтарын киңәйтә, йәнде имләй. Асылында изгелек нурҙары һипкән моңло ижад емештәре рухиәтебеҙҙе байытыуын, кешеләрҙең күңел күген балҡытыуын дауам итә.
Читайте нас: