-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Тере һыу – «Урал батыр»ҙа!

Ҡотло йортБына беҙ Мәрйәм Бураҡаеваның диуары тыш яҡтан үҫәргән ырыуы тамғаһы ҡойошҡан менән биҙәлгән, йорт алдында ырыу ағасы миләштәр үҫкән Ейәнсура районы Ибрай ауылындағы ҡотло йортонда ҡунаҡта. Өй боронғосараҡ итеп йыйыштырылған. Һуғылған балаҫ, ҡул эштәре, шулай уҡ ҡыҙы Таңсулпан Бураҡаеваның картиналары һәм – кәштәләр тулы китаптар. Бер яғында Мәрйәм апайҙың үҙенең әҙәби әҫәрҙәре, «Тормош һабаҡтары» дәреслектәре, икенсе яҡта – һүҙлектәр, энциклопедиялар, ғилми һәм әҙәби баҫмалар.

Ыҡсым ғына өйҙөң ал яғы бик ҙур итеп йәйге өлөшкә бүленгән. Унда Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы үләндәр йыйып киптереп элеп ҡуйған. Һәр береһенең башҡортса исемдәрен әйтеп, ҡайһыһы нимәнән файҙалы булыуын аңлатты. Беҙ, юл кешеләре, урындыҡҡа тәгәрәп киткән арала ул ҡоймаҡ ҡойоп ала, самауырына ҡуҙ һалып, борлатып индерә лә йәйге яҡта өҫтәл тирәләп ултырып рәхәтләнеп сәй эсәбеҙ. «Ҡайнатманы боронғо башҡортса эшләнем. Балға болғаным. Ҡайнатмағас, емештең үҙенең тәме һаҡлана», – тип һыйлай ул беҙҙе.
Сәй эскәндә һөйләшкәнде һеҙгә лә еткерәм.
Йәйләү инәй
17800 һумға балалар, 21 көнлөк юллама алып, Ейәнсура районында урынлашҡан йәйләүҙә һаулығын, рухын нығытып ҡайта ала ине. Быйыл, коронавирус ҡотороуы сәбәпле, улар был бәхеттән дә мәхрүм ҡалды.
Шулай ҙа «йәйләү»ҙәр бирешеп ҡалманы, республика балалар йәйге лагерын ике аҙна онлайн үткәрҙе. Онлай ял итеү интернет аша булғас, дәрестәрҙән һуң эштәр бирелгәс, балаларҙың аңлап етмәүе лә ихтимал. Шуға Мәрйәм апай үҙенең сәхифәһендә аңлатма ла яҙып ҡуйған: «Йәйләү» – конкурс түгел. «Йәйләү» – ул рухи ял итеү, һәләттәрҙе асыу, яңы һөнәргә өйрәнеү, бығаса белмәгән мәғлүмәттәр туплап, зиһен яҡтыртыу, туған телде байытыу, аралашыу, дуҫтар табыу төйәге. «Йәйләү» тигән һүҙҙе ишетеү менән, йөҙөгөҙҙә ҡәнәғәт йылмайыу, күҙҙәрегеҙҙә аҙ ғына һағыш нурҙары балҡып китһен; туған тел, туған моң, туған традициялар, йолалар, үҙ тарихың мөхите күңелегеҙгә һәр саҡ йылылыҡ һирпеп торһон ине».
«Ысын йәйләүгә барғыбыҙ килә», – тиҙәр икән балалар. «Ысын йәйләү ҡайһылай була?» – тип һорағас, Бураҡаева инәй ҡайҙа була, шунда, тиҙәр икән. Рух тәрбиәһен, күңел йылылығын улар инде айыра белә.
Милләтте һаҡлау өсөн ниндәй юлдар эҙләргә, тигән юғары идеялар менән янып йәшәй әҙибә. «Шәжәрә байрамы» тип аталған сараның концепцияһын да ул яҙған икән. Был байрам башҡаларҙан айырылып торһон ине. Уны үткәргәндә һәр ырыу ниндәй ерҙәрҙе биләгәнен белһен, һәр ара үҙенең затлы кешеһен табып күрһәтһен, балаларҙы шул өлгөлә тәрбиәләү юлдарын байҡаһын ине, тигәйнем. Ара шәжәрәһен оло кеше йәш кешегә тантаналы шарттарҙа тапшырырға тейешлеген, архивта соҡсонорға, боронғо документтарға таянып, карта эшләргә кәрәклеген дә аңлатып яҙғайным. Хәҙер ул, ябай «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!»ға әйләнеп китте. Шәжәрә байрамында тантаналы итеп етәкселәрҙе ҡаршылау, сығыштар тыңлау юҡ. Унда бары ырыуҙың данлы кешеләрен, затлы уҙамандарын хөрмәтләү, ололау, нәҫел ебен барлау, кемдәрҙән кемдәр ҡала – шуға иғтибар итеү маҡсат ине. Шәжәрә байрамы боҙолдо. «Йәйләү»ҙе лә боҙоп ҡуймаһындар, тип, һәр йыл үҙем ҡатнашам, ти Мәрйәм апай.
Башҡорттоң йәшәйеш мәктәбе
«Урал батыр» эпосына аңлатма яҙҙым, концепция төҙөнөм һәм шул йүнәлеш буйынса эш башланыҡ. Әле ике йүнәлеш арыу китте. «Урал батыр» нигеҙендә беҙ ойошҡанбыҙ, шуның өсөн беҙ һаҡланып ҡалғанбыҙ. Оҙаҡ йылдар ул архивтан сығарылманы. Үткән быуаттың етмешенсе йылдарында ғына донъя күрҙе. Милләтте, телде беҙ фәҡәт «Урал батыр» тәғлимәттәре, ундағы йәшәйеш фәлсәфәһе нигеҙендә генә һаҡлап ҡала аласаҡбыҙ. Шуға «Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәктә бөйөк эпосыбыҙ нигеҙендә эш башланыҡ. Эшсе төркөм һайланды. Һәр йүнәлеш буйынса яуаплы кеше билдәләнде. Эпос йөкмәткеһенән сығып, ун йүнәлеш эшләйәсәк.
Беренсеһе: «Тау буйҙары йәшәрһен, мәңге үлмәҫ төҫ алһын». Ул тәбиғәтте һаҡлау маҡсатын тота.
Икенсеһе: «Еҫерҙәрҙең алдында күҙенә керпек булығыҙ». Элек бит етемдәр булмаған. Туғандары баҡҡан. Хәҙер хатта яҡын туғандарының балалары ла тырым-тырағай. Мин ҡыяматлыҡ ҡыҙ баҡтым. Ҡыуанып бөтә алмайым. Бынамын тигән уҡытыусы, әсәй ул хәҙер. Әле лә халҡыбыҙҙың ошо һәйбәт йолаһын дауам итергә кәрәк.
Өсөнсөһө: «Ил ынйыһын йәшереп, ергә күмеп ҡуймаҫҡа». Бына был йүнәлеште ҡуҙғатып булмай. Байҙар бит элек халыҡты ҡараған. Ҡыуатовтар, Тасимовтар, Мәмбәт ҡарттар... Һинең байлығың ул – ил ынйыһы. Халыҡ мәнфәғәтендә генә уның бәрәкәте була. Байлыҡты байлыҡ өсөн туплау – уны ергә йәшереп ҡуйыуға бәрәбәр.
Дүртенсеһе: «Яҡшының эскәне – һыу булыр, ямандың эскәне – ыу булыр». Бына был «Айыҡ ауыл»дың девизы булырға тейеш. Нисә быуаттар элек үк халҡыбыҙ яманлыҡтың башы ыуҙа икәнлеген аңлатырға тырышҡан. Ошоно еткерергә кәрәк һәр кемгә. Халҡыбыҙ зирәк беҙҙең. «Урал батыр» эпосын ижад иткән ҡәүем балалары бит беҙ. Халыҡтың зиһенен яҡтыртып ебәрерлек итеп эпосты уҡып, ошо юлдарға аңлатма биреп башларға кәрәк был изге ниәтте. Ә урам буйлап йөрөп самогон түгеп түгел.
Бишенсеһе: «Ил күрергә сыҡтым мин, Ер ҡошонан түгелмен – йәшәй торған илем бар, илһеҙ етем түгелмен». Сит илдә оя ҡороусылар үҙҙәрен нисек тоя икән? Балаларының киләсәге, үҙҙәренең ҡартлыҡ көндәре нисек икән? Бер нисә егет һәм ҡыҙыбыҙға мөрәжәғәт иттем. Ай-һай... Асығын ғына яҙырҙармы-юҡмы? Ә бит эпоста асыҡ әйтелгән: атай-әсәйһеҙ генә түгел, ә илһеҙ ҡалыуҙың да етемлек икәне, тыуған илдең сикһеҙ яҡын булыуы. Ил ташлап бөтөнләйгә сығып китеү дөрөҫ түгеллекте аңлатыу кәрәк. Был «Урал батыр»ҙа аныҡ сағыла. Илһеҙ ҡалыу ҙа – етемлек.
Алтынсыһы: «Атамдың хаҡы өсөн, әсәмдең хәтере өсөн тағы ла бер һынайым». Саҡ ҡына кеше яңылышһа, ғәйепләй һалып, ситләтергә әҙер торабыҙ. Туҡта, ярҙам итәйем әле, бәлки, ул тел ярҙамына, кәңәшкә мохтаждыр, бәлки, матди ярҙам кәрәктер, тигән юҡ. Кеше хәленә инеү бик кәрәк.
Етенсеһе: «Күккә менер баҫҡысһыҙ, Ерҙе асыр асҡысһыҙ» йүнәлеше буйынса, йәш ғалимдарыбыҙҙы йыйып, эш алып барыу. Халҡыбыҙҙың борон-борондан ғилемгә ынтылыуын аңлатыу кәрәк. «Атам һине ҡурҡытыр, уныһынан да ҡурҡма һин, һаман телен һора һин...» – ошо һүҙҙәрҙең әрәсәһен аңлатыу зарур. Кешенең, халыҡтың теленә хужа булдыңмы, барыһы ла һинеке, тигән һүҙ.
Һигеҙенсеһе: «Яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ ҡыла торған йола бар». Насар кеше юҡ. Кешенең насар холҡо була. Шулай уҡ уның яҡшы сифаттары ла бар. Кешенең ошо яҡшы эше, яҡшы сифаттары аша тәрбиәләү ыңғай һөҙөмтә бирә. Әйтәйек, берәү: «Ҡустым, һин шул ваҡытта миңә ярҙам итеп ебәргәйнең. Һаман онота алмай йөрөйөм әле, ярҙам кәрәк булһа, үҙемә әйт. Яҡшы ата балаһы бит һин. Атайың шулай ине, әсәйең бик шәп кеше булды. Һин дә бит уларға тартҡанһың. Ысын, иҫеңдәме, кемдән ярҙам һорарға белмәй йөрөгәнемдә һиңә йүгереп барҙым», – тип, уны үҙенең яҡшылығы менән тәрбиәләргә кәрәк. Шуға ишара эпостағы ошо юлдар.
Туғыҙынсыһы: «Олоно оло итегеҙ, Кәңәш алып йөрөгөҙ. Кесене кесе итегеҙ, Кәңәш биреп йөрөгөҙ». Бына был йүнәлеш буйынса Тәнзилә Яҡуп ҡыҙы Бикбаева менән «Өләсәйҙәр мәктәбе»н асып ебәрҙек. Китап сығарҙыҡ. Бик матур итеп алып китте ул интернет селтәре аша. Өләсәйҙәр ғәжәп ихлас. Һәр береһе ейән-ейәнсәрен нисек тәрбиәләгәнен, туған телдә аралашыу өсөн ниндәй ысулдар ҡулланғанын яҙа. Бала менән аралашыу мәлен видеоға төшөрөп һала. Эш бик йәнле бара. Шулай дауам итһен инде.
Унынсыһы: «Йәншишмәнән һыу алып, Үлгәндәрҙе терелтеү өсөн тыуған батырмын». Үлгәндәрҙе терелтеп булмай. Бында һүҙ рухи терелтеү тураһында бара. Тарихи шәхестәребеҙҙе онотмау, затлы исем нигеҙендә йәштәрҙе тәрбиәләү күҙ уңында тотола. «Аҡтирмә» милли-мәҙәни үҙәге төбәк-ара йәмғиәт ойошмаһы етәксеһе Рәйсә Күзбәкова менән ошо йүнәлештә бергәләп эш башланыҡ. Маҡсатыбыҙ – эпос йөкмәткеһен, уның фәлсәфәһен йәштәргә аңлатыу. Был юҫыҡта ғалимдарҙы, аҡыл туплаған уҙамандарҙы һәм уҙаманбикәләрҙе саҡырасаҡбыҙ», – ти ул.
Мәрйәм Бураҡаева – рух тәрбиәһе һағында тороусы, халҡым, телем, илем тип янып йәшәүсе замандаш әҙибәләребеҙҙең береһе. Ул ауылының ҡото ғына түгел, тотош башҡорт халҡының арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙы, милләт әсәһе.
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: