Кешенең күрәсәге алдан маңлайына яҙылып ҡуйылғанына ышана ул. Әлшәй районы Һарыш ауылында күмәк ғаиләлә баш бала булып донъяға килгән Гөлфиә мөхәббәтле мөхиттә тәрбиәләнә. Бәләкәй туғандарын ҡарап, бала сағынан уҡ кешеләр өсөн үҙ иңенә яуаплылыҡ алып өйрәнә. «Ағиҙел» журналының быйылғы 4–6-сы һандарында донъя күргән бала саҡ хәтирәләре терегөмөштәй йылғыр, телдәр, сая, тәүәккәл Гөлфиәне төҫмөрләтә. Уның күрше-күләнен ҡунаҡҡа йыйыуын, бөтә ауыл ҡарт-ҡороһон мунса индереүен, туғандарын ҡыуандырыр өсөн, көсө етмәҫлек ҡарбуздар һалынған тоҡто өҫтөрәп, тирләп-бешеп, баҫыуҙан ҡайтып килеүен, йәлләү менән һағыш аша тыуған тәүге һөйөү хистәрен тулҡынланмайынса, тетрәнмәйенсә уҡып булмай. Һәр ваҡиғала уның йәне сыныға, һынау үтә, әйтерһең. Алсаҡ, ҡояшлы булмышы ысынбарлыҡ менән бәрелешеп, ут тыуҙыра. Уға сәм өҫтәй. Үҙен һыуҙа батырып илатырға уйлаған шуҡ малайҙарҙың маҡсатын тойоуы уны көслө итә. Бирешеп торорға тағы? Һәр күренеште, ваҡиғаны тәрәндән аңлап, кешеләрҙе үҙгәртмәй, нисек бар, шулай ҡабул итеүе, һәр ҡылыҡтарын кисереп ҡарай белеүе уның нескә күңелен сәрпәкләнеүҙән һаҡлай.
«Шағирәнә рухлы булһам да, ысынбарлыҡты ныҡ тоям. Ике яҡты ла тигеҙ тотам. Ҡайһы саҡта юҡ тип әйтә белергә, көрәшергә, үҙ фекереңде яҡларға тура килә. 29 йәштә республика ҡатын-ҡыҙҙары журналының баш мөхәррире итеп тәғәйенләнгәс, Герой-әсәләр кәңәшкә килә ине. Уларға дөрөҫ йүнәлеш бирергә тейешмен. Ниндәй ваҡиғалар солғанышында ҡалһам да, ул әлеге мин булыуға килтергән. Үкенестәр бар, әммә уларҙы ҡабартып, үткән ғәмәлдәр өсөн ҡайғырып ултырырға яратмайым», – ти шағирә.
«Улдарым, һеҙгә фатихам!»
Артур һәм Урал Иҙелбаевтар – республикала билдәле шәхестәр. Олоһоноң күп тапҡырҙар Гөлфиә апайҙың ижад кисәләрен ойоштороуын, кесеһенең «әсәйемдең шиғырҙарына яҙылған көйҙәрем моңлораҡ кеүек» тип белдереүен беләбеҙ. Йәмғиәт эшенә егелгән етәксе ҡатындың балаларын тәрбиәләүгә етди ҡарауы үҙенә ихтирам, һөйөү рәүешендә кире ҡайта. «Балаларҙы үҙебеҙ менән тиң күрҙек, кәңәшләштек. Күҙәтеүемсә, атай-әсәй сабыйҙарына йөрәген асып һалмай. Шуға ла улар ата-әсәһен йәлләй, аңлай белмәй. Һинең асылыңды улар тойорға тейеш. Аҡсаның ҡайҙан килгәнен дә белеп үҫһен ул бала. Һәр ваҡ мәсьәләлә атай-әсәйем минең менән кәңәшләшә ине. Уртаға һалып һөйләштек. Әсәйем тирмәнгә үҙе йөрөнө. Атайға, һуғышта яраланып ҡайтҡан кешегә, ауыр күтәрергә ярамай. Етмәгәнде етештереп, бер-беребеҙҙе ҡарап, хәстәрлек күреп йәшәнек», – ти ул ғаилә тәрбиәһе хаҡында. «Донъяла бер ни менән дә алмаштырмаҫлыҡ байлыҡ бар: ул ата-әсә наҙы», «Ата-әсә фатихаһы – бәхеткә юл», «Әсә һөтө менән инмәгән тана һөтө менән инмәҫ», «Һин тамыры ерҙән ҡупҡан ағас, шәжәрәңде әгәр белмәһәң», «Бала тәрбиәләү, кәм тигәндә, ул тыуырҙан йөҙ йыл алданыраҡ башлана», «Ғаилә усағы кешене ғүмере буйына йылыта» – халҡыбыҙҙың быуаттар буйына туплаған аҡыл емештәре шағирә аңына ҡағиҙә булып һеңгән. Шулай булмаһа, дүртенсе ҡатҡа менеп, балкондан аяҡтарын һәлендереп йырлап ултырған балаларына нисек асҡыс табыр ине? Ҡысҡырһа, ҡурҡыштарынан килеп төшмәҫтәр тимә. Ут кеүек шуҡ малайҙарҙы күҙ уңынан ысҡындырмаҫ өсөн ялға ла улар яҡыныраҡҡа, Йоматау, Яҡтыкүл, Йәшел сауҡалыҡ шифаханаларына, юллана. Улдарының дуҫтары менән дә уртаҡ тел таба Гөлфиә апай. Аш-һыу яраштырып, улар менән ихлас әңгәмәләшеп, ниндәй уйҙар менән йөрөүҙәрен белеп тороуҙы ҡулай күрә.
«Ныҡ өнәмәгәнем – алдашыу. Бер ҡатлы бәхетле йәш сағымды йәлләйем дә, һағынам да. Әсәйем кешелекле ине, беҙҙе, донъяла барған хәлдәрҙе аңлай торғайны, ауылдаштарым нимә эшләһә лә, сетерекле хәлдәрҙә кәңәшкә уға килде. Хыянат та, урлашыу ҙа алдашыуҙан килә. Алдамаһа, кешене ниндәй хәлдә лә аңлап була. Дөрөҫөн һөйләгән кешене хөрмәт итәм», – ти әҙибә.
Йәшен тойған, тоймаған сағы ла, үҙенән өлкәнерәк тип һиҙгән ваҡыты ла бар уның. Сабый тауышы менән шиғыр уҡыуына, балаға әйләнеүенә күптәр көлөмһөрәп тә, һоҡланып та ҡарай. Әгәр донъяны бала күҙлегенән күреүҙән туҡтаһа, нисек улар өсөн яҙһын ул? Бейегән, шиғыр яҙған сағында, үҙен бик күпкә йәшерәк итеп тоя. Онотола, орсоҡтай өйөрөлә, уттай тоҡана. Арыған, ауырыған мәлдәрендә, ҡапыл сиселмәҫтәй тойолған мәсьәлә алдында ҡалғанда, үҙен олораҡ итеп хис итәлер, әммә ул йәшлек сәмен, тормошҡа, кешеләргә яратып ҡарауын ташламай.
«Күңел торошо бит ул – йәш. Мунсала ихласлап сабынғанда, һыуҙарҙа йөҙгән саҡта кәйефем күтәрелә. Күңелде үҫтереп ебәрер өсөн, матур ғына нурлы хәбәр ҙә баштан аша. Йығылып китеү өсөн дә бер һүҙ етә. Күпме ғүмер йәшәп, нахаҡ, алдауға күнеү мөмкин түгел. Кешегә этлек ҡылыу хаҡында уйлау ҙа миңә ситен. Нахаҡты ҡабул итеп булмай, унан ҡурҡам. Ҡылған ҡылыҡтарым өсөн яуап бирә алам, тейешмен дә, ә эшләмәгәнде нисек күтәрәһең?» – ти ул.
Шиғирәтендәге төп һыҙат, моғайын да, ихласлыҡтыр. Уҡыусыһы алдында ул эскерһеҙ, тәрән хисле, алсаҡ, мөхәббәтле.
Шағирә өсөн нимә ул мөхәббәт? «Кешегә бирелгән бәхет ул. «Декабрист ҡатындары һымаҡ мөхәббәтегеҙ артынан китә алыр инегеҙме?» – тип һорайҙар. Мирас ағайығыҙ артынан Сибайға киттем дә инде», – тип ихлас йылмая ул. Мирас Хәмзә улын Ҡаҙағстандың Төркөстан ҡалаһында урынлашҡан Әхмәт Йәсәүи халыҡ-ара университетына конференцияларға, халыҡ-ара форумдарға саҡырғандарында ла Гөлфиә апай поезға иптәше менән ҡушлап ултырып барғанын һөйләгәнен хәтерләйем. «Оҙаҡ йәшәгәндән һуң мөхәббәт икенсе төҫмөр ала. Һөйгәнең туғаныңа әйләнә. Бер һүҙ һөйләшмәһәң дә, ул эргәлә булғанда рәхәт. Бәхет менән мөхәббәт – үҙгәреп торған төшөнсә. Гел генә бәхетле, мөхәббәтле булып булмай. Арып ингәндә, трамвайҙа урын бирһәләр ҙә бәхет инде ул. Хыялың тормошҡа ашһа, бәхет. Дөйөм алғанда, бәхетһеҙмен тип әйтергә телем әйләнмәй. Көрәшә-көрәшә, йөрәгеңде яндыра-яндыра йәшәйһең. Етмеш йәшкә еттем, кеше ыңғайына балаларым бар, ул да бәхет. Уларҙың һәйбәт йәшәп ятыуҙары, яҙған китаптарымды халыҡтың яратып уҡыуы, халҡым алдындағы абруйым – улар ҙа бәхет. Бәхетһеҙ итеп хис иткән саҡтар ҙа була. Илай-илай үткәрәһең ундай мәлдәрҙе. Нисәнселер быуаттағы геройҙың фажиғәһен кисереп тә илап ултырабыҙ. Ҡыйын кисерештәр ваҡытында күбеһенсә илап та булмай әле ул. Әрнеүҙәр йөрәктә боҙ булып ҡата. Иретер өсөн яңы наҙ, мөнәсәбәт кәрәк. Тормош бит: төндәр буйы илап сыҡҡан ваҡыттарым да булды инде. Бигерәк тә йәшерәк саҡтарҙа иламай үткәргән ваҡыттарға уйым менән кире ҡайтып та, рәхәтләнеп илағаным бар. Йыйылып торған боҙҙар иреп аҡҡан кеүек», – тигәнендә ҡатмарлы тормош юлы үткән, әммә һынмаған, ауырлыҡтарҙы лайыҡлы күтәрә белгән башҡорт ҡатынын таныйым.
Йәндең үлемһеҙлегенә, бер нәмәнең дә юҡтан бар булмағанына ышана ул. Тоҡтомалға ашығыуҙы, йәшәргә, эшләп бөтөргә ҡарһаланыуҙы ғына аңлап бөтә алмай. Фани донъяла йәшәүебеҙ ашығып үтә. Әллә был донъя үҙе бер туҡталыш ҡына микән, тип өндәшә уҡыусыһына. Мәрхүмдәр менән бәйләнеш булыуына ла ышана. Төш аша дөрөҫлөктө белгертеүҙәрен нисек аңлайһың юғиһә? Кешенең илаһи, берҙән-бер көс тарафынан яратылыуына, яҙмышҡа инанған ул. Тормош иптәшен һайлауы ла, балалары тыуыуы ла маңлайына яҙылып ҡуйылған булған, тимәк. Никахтар ҙа, балалар ҙа башта күктә ярала, тиҙәр бит. Йәшәү – үҙе ут. Һәр кемгә ул өлөш Хоҙай тарафынан бирелгән. Ялҡын, ҡуҙ өҫтәгән көстө Тәбиғәттән ала кеше. Ҡайғылар, артыҡ хафаланыу, көйөү ҡеүәтте кәметә. Шиғыр, хистәр ҙә уттан ярала. Хистәрҙе лә кешелә тыумыштан бирелгән илаһи ут тоҡандыра», – ти шағирә. Ә бер осраҡлы хәлдең, кемдеңдер ваҡытында ярҙам ҡулы һуҙыуының кеше яҙмышын икенсе йүнәлешкә бороп ебәреү ихтималлығын нисек аңлатырға? «Хоҙай Тәғәләнең ярҙамы инде ул: тап шул кешене ебәргән. Әммә йыш ҡына был күренешкә иғтибар итмәйбеҙ йә уҡый алмайбыҙ. Ҡайһы ергә шул тиклем аяҡ тартмай, ә барабыҙ. Билдәләрҙе таныу, ҡаршы түгел, ыңғайға барыу ҙа үҙеңә бирелгән көстө һаҡлау, файҙаға сарыф итеү бит ул», – ти Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы.
Әсәй, өләсәй, ҡәйнә – быуындар сылбыры!
«Ҡатын-ҡыҙҙарҙың, әгәр ҙә ире баш була алһа, дилбегәне үҙ ҡулына алырға тырышҡаны һирәктер, тип уйлайым. Кем иркәләнеп кенә йөрөргә теләмәһен? Ғаиләлә хужабикә, әсә булырға кәрәк, етәксе булыуыңда кемдең ни эше бар? Ғаилә ҡороуыбыҙға тиҙҙән 50 йыл тула. Студент саҡта өйләнешеп, бала менән уҡырға тура килде. Ятаҡта көн күрҙек. Ауырлыҡтар кисереп үҫмәһәм, түҙмәҫ тә инем, бәлки. Ниндәй осраҡта ла иң тәүҙә балаларҙы уйлайһың. Ағайыңдың һәйбәт яҡтары күп булды. Эсмәне, тартманы. Һүгенмәне. Балаларға һәйбәт мөнәсәбәттә ул. Киноға алып барҙы, футбол уйнаны. Кешене нисек бар, шулай ҡабул итергә лә кәрәк. Малайҙар алдында атай абруйы булдырыу ҙа ҡатындан.
Етәксе икәнһең, өйҙә иң беренсе ҡатын, әсәй икәнен онотмайһың. Яуаплы эш йөкмәгәнеңде, ваҡытың юҡлыҡты улар ҙа белергә тейеш. Балалар килгәндә яңылыш ҡабаланып ике алъяпҡыс быуып йөрөгән саҡтарым булды. Аңлап ҡаранылар», – ти Гөлфиә апай.
Диләрә менән Ләйсәндең Иҙелбаевтарға килен булып төшөүҙәренә лә 25 йыл булып киткән. «Тәҙрә йыуам, өй йыйыштырам тигәнгә, ниңә килендәрең килеп эшләшмәй, тиҙәр. Береһенең өс бала, табип булғас, төнгө дежурстволары бар, икенсеһе лә ике-өс урында эшләп йөрөй. Үҙемдең ҡулымдан килгәндә, ҡәйнә икәнемде иҫбатлар өсөн генә ниңә уларҙы йөрөтөргә тейешмен әле тип, бимазаламайым. Ҡунаҡ саҡырғанда йүгерешеп ярҙамлашалар. Шул еткән. Ҡартайһам, ҡулымдан килмәй башлаһа, улар мине ҡараясаҡтарын беләм. Әле аңлап торам. Ике балаға түләүле юғары белем биреү өсөн күпме аҡса түккәндәрен дә беләм. Ирхан ейәнем Ҡытайҙа икенсе юғары уҡыу йортон тамамлай. Ейәнсәребеҙ Ынйы Ҡаҙан университетында уҡый. Улдарым менән килендәр араһына ҡыҫылмаҫҡа тырышам. Әммә балалар тәрбиәләү мәсьәләһендә өндәшмәй ҡала алмайым», – ти ул тәжрибәһе менән уртаҡлашып.
Тормошто фәлсәфәүи ҡабул итеүе, башҡаларға ихтирамлы мөнәсәбәте уның үҙен дә күтәрә, бәҫле итә.
Башҡорт әҙәбиәтендә йыр лирикаһының илһамлы ижадсыһы тип танылған әҙибәнең күңел донъяһы ҡояшлы, яҡты. Маһирлыҡтың һәм олпатлыҡтың бейеклеген билдәләүсе маяҡ бит ул! Шуны ул үҙе лә белә һәм тоя. Шул кимәлдә ул үҙен лайыҡлы тота.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 9-сы (2018) һанында уҡығыҙ.