Аҙналар эш, донъяның ваҡ-төйәк мәшәҡәттәренән арына алмай үтте. Бөгөн аҙыраҡ бушағас, иртә менән торҙом да, атымды егеп, волосҡа сығып киттем.
Унда пионерҙар менән йыйылыш үткәреү һәм башҡа ваҡ-төйәк эштәр менән йөрөп, кискә генә өйгә ҡайттым. Аҙналар буйы йүнләп йоҡламай, ял итмәй арығанмын, шуға йоҡлап хәл алырға булдым. Мин ятҡанда ҡояш байырға бик иртә ине әле, уянғанда инде ҡояш яңынан ҡалҡып, яҡшы уҡ күтәрелгән – 11 август тыуған ине.
Ат килтереп, дыдуан әҙерләп, бесән ташырға әҙерләндем. Тик яңғыҙ ташыу бик ауыр, шуға бер кеше табыу кәрәк ине. Төш етеп килә, берәү ҙә юҡ. Минең аҡыллы дуҫым, ана, юлдан ҡайтты. Оҙаҡ та тормай яныма килде. Хәлде һөйләнем. Ул ярҙамға сығырға булды. Эй шатлана-шатлана бесәнгә киттек. Бер һыуһында биш йөк бесән алдыҡ. Эшләү уйын уйнау ҡәҙәре үк күңелле һәм еңел үтте.
Беҙ ҡайтыуға ҡояш байыны. Ашап-эскәс, һыу буйына барып, бер аҙ ултырҙыҡ. Тын төнгә сылтырап аҡҡан һыу тауышы ҡушылды. Ара-тирә балаларса илаған ябалаҡ тауыштары айырым үҙгәреш, йәм өҫтәне. Оҙаҡ ултырманыҡ, сөнки бесәнде бөтөп, күңелем тынысланһа ла, уға иртә тороп эшкә китергә кәрәк. Ул шулай ҙа һаман ултырырға риза. Мин йәлләнем:
– Ҡайтайыҡ, һиңә иртә торорға кәрәк, – тинем.
Беҙ ҡайтҡанда инде халыҡ йоҡлаған, тәбиғәт төн юрғанына нығытып уранған ине инде.
12–22 авгусҡа хәтле көндәр барыһы ла туҡтауһыҙ эш менән үтте. Үҙем китмәҫ элек пионер тормошон тағы ла нығыраҡ йәнләндереп, уҡыусылар менән эшләүгә һәм кис өлкәнерәктәренә комсомолдың 8-се съезы ҡарарларын еткереү һәм башҡа маҡсаттарҙы атҡарыуға арналды. Ниңәлер мин быйыл уҡыу йортона иртәрәк китергә ашыҡтым. 23-өндә юлға сығып китергә тейеш инем, шул көнгә хәтле бөтөн эштәрҙе бөтөрөргә тырыштым. 21-ендә йөрөй-йөрөй бик яҡын булып ҡалған дүрт саҡырымлыҡ волосҡа аҙаҡҡы мәртәбә яңғыҙым йәйәүләп киттем. Мин барып етеүгә ҡояш та тауларға йәшенде. Кис – собрание. Ул таңға яҡын ғына бөттө. Мин кешеләр уянып, һыйыр ҡыуа башлағас та, тороп ҡайтып киттем.
Аҙнаның 3-4 көнөн шунда йөрөп үткәргән таныш юлым буйлап әкрен генә ҡайтып барам. Күп йөрөүҙән юлдағы кес кенә соҡорҙар, һуҡмаҡтар, юл ҡырындағы бәләкәй генә ҡыуаҡтар, арыған саҡта ултырып ял иткән урындар – барыһы-барыһы һуңғы ҡат күҙ алдынан үтә. Барыһы ла күңелгә яҡын, шундай яғымлы күренә. Матур хәтирәләр ғүмергә онотолмаҫлыҡ булып күңелгә кереп ултырған да ташлап китергә йөрәкте һыҙландыра. Мин әкрен генә бөтөн тирә-яғымды диҡҡәтләп ҡарай-ҡарай алға атланым. Йөрәк туҡтауһыҙ:
Үтә айлар, үтә йыллар, үтә йәшлек минуттар.
Үткәс кире ҡайтмай инде – минут түгел, секундтар, – тигән йырҙы ҡабатланы. Әрнеү ҡатыш ярһыулы тауыштар, боролоп-боролоп аҡҡан Эйек һыуының бейек ярҙарына һуғылып, кире яңғыраны. Юллар мине бик тиҙ өйгә алып ҡайтты. Бына күгелйем ай нурына төрөнөп төн килде. Төн тиҙ үтмәй. Көндөҙ туҡтауһыҙ эштән арыған халыҡ, төн юрғанына төрөнөп, ҡаты йоҡоға талған. Төн матур, аяҙ.
Ниңәлер минең күңелем бик тиҙ генә төн тынлығын юғалтыуҙы теләмәне. Ишек алдына сығып, хәтфә кеүек йәшел үлән өҫтөнә яттым да емелдәп янған йолдоҙларға ҡараным. Улар беренән-береһе матур итеп күҙләрен уйнатып миңә йылмая. Бер яҡ ситтән ҡарап торған ярты ай ниңәлер эсте бошорҙо. Йөрәк «их» тигәндәй булды:
– Их, минең һөйөклө айым! Ниңә инде түп-түңәрәк булып тулып, күктең урта бер еренән ҡарап тормайһың? Ниңә минең ауылдағы аҙаҡҡы төнөмдә таңға ҡәҙәре бергә булмай, кистән генә ҡарап, йоҡларға теләнең? Бынан һуң был ауылда һинең нурларыңдан һөйөклө төндәр ҙә, һиңә ҡарап йырлаусылар ҙа булмаҫ! Төн, һинең ауылдағы берҙән-бер дуҫың иртәгә оҙон юлға сыға...
Ҡысҡырып уҡ һөйләнгән был һүҙҙәремдән уянып киткән кеүек булдым.
Тороп тирә-яғыма ҡараным. Кем унда? Минән ике аҙым йыраҡлыҡта ҡулларын яңағына ҡуйған да айға ҡарап берәү ултыра. «Һинең ай менән һөйләшкән ваҡытыңды борсомайым тип, бында ғына ултырып торҙом», – ти ул. Уның күҙләрендә ниндәйҙер күңелһеҙлек һиҙелә.
– Зәйнәб, ана яҡты йондоҙ матур бит! Мин һине һағынғанда шуға ҡарармын. Һин дә ҡара, яраймы? Ысынлап та, һин иртәгә китәһеңме ни? – тип, ышанмаған һымаҡ, миңә ҡарап ала. Минең яуабымды ла көтмәҫтән, ниңә бик тиҙ алай, тип өҫтәп ҡуйҙы. Күҙләрен йондоҙларға текләгән хәлдә, эх, минуттар, тине. Тағы нимәлер әйтергә теләне лә туҡтаны. Мин дә уның күңел һыҙланыуының сәбәбен аңлағанға, тиҙ генә һүҙләрҙе тормоштағы ваҡ-төйәк мәсьәләләргә, айҙың тапларын тикшереү кеүек нәмәләргә бороп ебәрергә тырыштым.
Беҙ ҡалын төн тынлығына төрөнгән урам буйлап бик оҙаҡ йөрөнөк. Ярты ай тауларға яҡынлашты. Һалҡын ел тәнде ураны. Инде ҡайтырға ваҡыт еткәнен һиҙһәк тә, ниндәйҙер көс беҙҙе тартып һаман йөрөтә.
Һуңғы ҡат урамды һүҙһеҙ генә әйләнеп сыҡтыҡ. Юллар беҙҙе ҡайтыу яғына илтә. Ярты ай күптән тауҙар артына йәшенгән. Ер өҫтөн ҡараңғылыҡ ҡаплағайны инде.
Ул мине ҡапҡа төбөнә хәтле оҙатты. Ҙур матур ҡара күҙләрен тағы ла нурландырып, әллә ниндәй эске тойғолары менән балҡып, миңә ҡараған хәлдә бер нисә мәртәбә ҡулымды үҙ усына алып бик ҡаты ҡыҫты. Өркәк йөрәк ҡалтырап китте. Ул күҙләрен алмаҫтан әкрен генә минең ҡулымды ебәрмәгән хәлдә: «Хуш, Зәйнәб, иҫкә алғылаған бул, ә мин һине!» – Тағы ниҙер әйтмәксе булды ла туҡтаны.
Төндөң ҡара юрғаны уны алып юғалды. Мин дә әкрен генә үҙ урыныма инеп яттым. Йоҡлай алманым. Уның йәшерен саф мөхәббәтен, тышҡа сығарып нурланған матур тойғоларын ҡыҙғандым да, һағындым да! Ләкин яратырға, һөйөргә ярамай шул...
Төшкә ҡәҙәр икмәк ҡурырға булғас, мин тышҡа сығып киттем. Эйек һыуын кисеп, аръяғындағы туғайлыҡта бөрлөгән ашап, матур ағас төпләренә ултырып торҙом – шулай яңғыҙым оҙаҡ ҡына йөрөп ҡайттым. Ҡайтыуыма әҙерлек башланған, аттар егелгән. Күңелде нәмәлер борсой. Шат булырға тырышһам да, күңелһеҙлегемде йәшерә алманым. Әйберҙәремде сығарып һалдылар. Бөтөнөһөн төйнәп алғанмынмы-юҡмы, уларҙы тикшереп ҡарауҙы ла күңел теләмәне.
Абзыйымдың, Зәйнәб, ниңә күңелһеҙ йөрөйһөң, тиеүенә оялып киттем. Ниңә күңелһеҙ булайым, тигәндән башҡаны әйтә алманым, сөнки сәбәбе үҙемә лә аңлашылмай ине.
Ғәҙәттәгесә бөтөн йәштәр, күрше-тирә оҙатып ҡалырға йыйылған. Улар менән иҫәнләштем дә кырандасҡа менеп ултырҙым. Кырандас янына уҡ килеп торған дуҫымдың күҙләренә ҡараным. Уның да күңелһеҙлеген йәшерергә тырышыуы тойолдо, аттар ҡуҙғалды.
Ишек алдындағы оҙата килгән халыҡ төркөмө урамға сыҡты. Мин улар менән һуңғы ҡат иҫәнләштем. Пар ат мине бик тиҙ ауылдан ҡырға алып сыҡты. Мәсет манараһынан болғанған ҡыҙыл яулыҡ һөйөклө дуҫымдың һуңғы хушлашыу билгеһе ине.
Матур урманлары, боролоп-боролоп аҡҡан Эйек һыуҙары, хәтфә туғайҙары – береһе артынан береһе күҙҙән юғалды. Ҡара туҙанлары менән күмелгән оҙон юллар бер туҡтауһыҙ мине алға һөйрәне.
Был беҙҙең иң һуңғы һәм мәңгегә айырылыу булды. Ғорурлығым арҡаһында уны ла, үҙемде лә күңелдәрҙә иң саф һәм иң ҡайнар мөхәббәттең ләззәтен татыуҙан мәхрүм иттем булды... Мин шунан һуң бер кемде лә уға оҡшаш ярата алманым. Ә уға, нисәмә йылдар дауамында минең янда йәнле күләгә шикелле эйәреп йөрөүенә ҡарамаҫтан, үҙемдәге уйҙы, һөйөүемде белдермәнем. Сөнки мин тормошҡа сығырға теләмәй инем, шуға уны өмөтләндерергә хаҡым юҡ ине. Аһ!.. Ни тиклем ихтыяр көсө кәрәк ине был һөйөү серен йәшерен һаҡлар өсөн...
Күңел һис үҙенә урын тапманы. Ашҡына, әллә ниндәй билгеһеҙ уйлар менән тулҡынлана. Бына яҙ тағы үҙенең бөтөн мөһабәте менән тәбиғәтте хайран ҡалдырған, йөрәкләрҙе үҙенә табындырған. Асыҡ күк йөҙөн ҡыҙыл таҫмаларға буяп ҡояш сыға, алтын нурҙары ер өҫтөн йомшаҡ ҡына иркәләй... Тирә-яғымды гөлләр, ағаслар уратҡан. Ул ағасларҙа һандуғас йырлай. Яҙ еле гөлләр менән шаяра, күбәләктәр гөлләрҙе үбеп уйнай... Бөтөн вәждүд мине сырмаған, табындырған сихри матурлыҡ бер минутта ҡараңғы, ҡараңғы төнгә... ҡурҡыныс, шомло күренешкә ураны. Унда... йыландар, әллә ниндәй ҡурҡыныс матурлыҡты юҡ итте. Бына мин – яңғыҙ, аҙашҡан, юл таба алмаған берәү. Ҡурҡыныс ялмай...
Шундай осһоҙ-ҡырыйһыҙ, әллә ниндәй асылмаған хыялдар мине борсой. Төпһөҙ тынлыҡта ҡалған бүлмәмдең һәр босмағы айырым бер хыял нурында янған, тәҙрәм төбөндә көсһөҙ генә яҡтылыҡ һирпкән кес кенә май шәме тиклем хыялым символы кеүек күренде... Һис тормошто аңлай алмайым. Мин киләсәгемдең шулай аңлашылмаған хәлдә ҡараңғы босмаҡтарҙа йәшеренеп ятыуына ғәжәпләнәм... Ҡасан мин бөтөн хыялымдың нәтижәһен күрермен?..
(Аҙағы. Башы 1–3-сө һандарҙа.)