-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Йәшлек көндәлеге. 27 июль

27 июль.Шулай итеп, бер аҙ маҡташып, бер аҙ көлөшкәс, ул «Зәйнәб!» тине лә йылмайҙы. Уның әйтә биреп, көлөп ҡуйыуына мин дә оялып киттем.

Зәйнәб Биишева


27 июль.

Шулай итеп, бер аҙ маҡташып, бер аҙ көлөшкәс, ул «Зәйнәб!» тине лә йылмайҙы. Уның әйтә биреп, көлөп ҡуйыуына мин дә оялып киттем.

– Нәрҫә әйтергә теләнең? – тиеүемә, көлә-көлә:

– Хатта ҙур вопрос, – ти ул. – Һин яуап табырһыңмы: ни өсөн беҙ гел бергә йөрөнөк һәм йөрөйбөҙ, бер-беребеҙҙе туғандан артыҡ риғәйә ҡыла, ҡәҙерләйбеҙ, ниңә аҙ ғына осрашмаған бер генә көн дә беҙҙе борсой?

Быға хәтле күңелдә бер аҙ уянһа ла, телгә алыныр, тип уйланмаған һорауҙың килеп тыуыуы ғәжәберәк тойолдо, ләкин ниңәлер шул уңайһыҙландырҙы. Ул өҫтәп:

– Йә, Зәйнәб, яуап тап! – тине.

Мин уңайһыҙлыҡтан ҡотолоу өсөн:

– Ниңә, йәштән бергә өйрәнгәнбеҙ, һаман шул ғәҙәт буйынса йөрөйбөҙ. Күңелдә туғанлыҡ, дуҫлыҡ урынлашып ҡалған. Һине үҙ туғаным кеүек күрәм. Шунан башҡа бер нәрҫә лә юҡ, – тинем. Ул көлдө.

– Юҡ шул, Зәйнәб! Беҙ тәүҙә балаларса дуҫ инек. Бергә уйнарға, туғандарҙай дуҫ булырға өйрәткәндәр, беҙ туғандар кеүек үҫтек. Һуңғы ваҡыттарҙа, бынан ике йыл элек, ул дуҫлыҡ йәшлек хисенә, йәшерен мөхәббәткә әйләнде. Белһәң ине, Зәйнәб, миңә уны белгертмәй һаҡлау, әүәлгесә ғади иптәшең булып йөрөү шул хәтле ауыр булды, шулай ҙа мин һаҡланым. Шул минуттарҙа һинең артыҡ ғади, балаларса ихлас, үҙгәрмәй ҡалыуың ул ялҡынды йөрәктә генә һаҡлата алды. Мин һинең дә йөрәгеңдә йәшерен ялҡын барлығын, шуға күрә үҙеңде артыҡ ғади, етди тоторға тырышҡаныңды тоя инем. Ысынлап та, ул шулай булды ла. Йәшерен мөхәббәт менән ғазапланыуыбыҙҙы тойоп та, бер-беребеҙгә һиҙҙермәҫкә тырышып, һиҙҙереүҙән ҡурҡып ғазапландыҡ. Инде барыһы үтә, улар ҙа аяҙ көндө йәшенләп яуған ямғыр һымаҡ ашығып, әллә ҡайҙарҙа юғалды... Беҙ ғади туғанлыҡты, дуҫлыҡты һаҡланыҡ... Дөрөҫ, саф тойғо, туғандарса яратышыу беҙҙең дуҫлыҡты һаҡланы. Беҙ хәҙер йәшерен мөхәббәттән яныусы түгел, бәлки, үҙебеҙҙең ныҡлыҡ арҡаһында бер-берен һынаған, холоҡ, фекер килешеүе аша яҡын иптәштәр генә булып ҡалғанбыҙ. Бер-беребеҙгә яҡынбыҙ, шуға күрә һаман бергәбеҙ, – тип һүҙен тамамлауға бөтөн тирә-яҡ тынлыҡҡа сумды.

– Бәлки, шулайҙыр ҙа!.. Һин әйткән балалыҡ дуҫлығының йәшерен һөйөүгә әүерелеп киткән ваҡыттары ла, бәлки, булғандыр. Ләкин беҙ бит тышҡы ғади мөғәмәләгә, һөйләшеүҙәргә аҙ ғына ла үҙгәреш, аҙ ғына ла икенсе юл менән китеү, икенсе төҫ биреү кеүек нәрҫәләрҙе булдырманыҡ. Йөрәктә булып та, тышҡа сыҡмағанын онотоп, ҡәҙимге күренештә һаҡланған улар. Беҙ – балалыҡ дуҫтар, беҙ – бер-берен артыҡ дәрәжәлә яратҡан ике туған. Шуға күрә элек тә, хәҙер ҙә бергәләп кенә яуап бирәйек тә – ул бөтһөн. Киләсәк, бәлки, беҙҙе мәңгелеккә бергә булмаҫлыҡ хәлгә килтерер. Кем белә, бәлки, мәңгелеккә осрашмаҫлыҡ юлдар беҙҙе айырыр. Тормош бит ул...

Ул минең һүҙгә ҡушылғанлығын белгертер өсөн, һүҙһеҙ генә: «Шулай шул...» – тип ҡуйҙы. Тирә-яҡты ҡаплаған ҡалын тынлыҡ тағы ла ҡалынайған, ҡараңғыланғандай булды...

Бер нисә минут һүҙһеҙ оҙатылды. Баштар түбән эйелгән хәлдә, күп уйҙар ағышы үтте.

– Бөтөн ерҙә үлек тынлығы. Инде ярты төн үткәндер ҙә, бар кеше рәхәтләнеп йоҡлай торғандыр... – тип әкрен генә үҙ алдына һөй­ләнгәне мине уятҡандай булды. Ултырған ерҙән һикереп торҙом. Ул да баҫты, һалмаҡ ҡына атлап, тышҡа сыҡтыҡ. Ул:

– Зәйнәб, бик күп ултырғанбыҙ, ахырыһы. Ҡара әле, беҙҙең былай ултырыуҙан әллә ниндәй насар мәғәнәләр аңлаған, әллә ниндәй уйҙар уйлаған кешеләр ҙа барҙыр. Һәр хәлдә улар егет менән ҡыҙҙың шул тиклем саф күңел менән йөрөй алыуына ышанмаҫ. Ә беҙгә улар уйлағанды уйлау ҙа үлем алдындағылай ауыр нәрҫә. Ә улар уны белмәй...

Был ваҡыт беҙ ҡапҡа төбөнә барып еткәйнек инде. Бер нисә минут ҡапҡаға һөйәлеп, тирә-яҡҡа ҡараған хәлдә һүҙһеҙ торғандан һуң:

– Ярай, хуш! Бар тәбиғәт йоҡлай, беҙ ҙә йоҡлайыҡ, – тине лә әкрен генә ҡайтып китте. Мин дә инеп йоҡларға яттым.


28-29 июль.

Ҡырҙа, бесән эше араһында үтте көндәребеҙ. Кистәрҙе бергә ваҡ-төйәк әңгәмәләр менән үткәрҙек. Ул ҡайтырға сыҡҡанда болоттар араһында ай нурҙары уйнай, тик түңәрәк ай аҙ ғына күренеп тора ла тағы болоттарға инеп юғала. Бер ҡараңғы, бер яҡты булып, ер өҫтө күңелһеҙ күренеш аҫтында ҡала. Ул:

– Төн ниндәй матур. Зәйнәб, айҙың 15-се көнө. Төн аяҙ булһа, тышта йөрөрбөҙ, йәме, – тине.

Ай болоттар араһынан аяҙ урынға сыҡты. Беҙ уның аяҙ урында – зәңгәр күктә йөҙгәнен ҡарап торорға булдыҡ. Ул:

– Беҙ, ана, алдындағы ҡалын ҡатлаулы ҡара болоттарға инеп юғалғанын ҡарап торайыҡ, ә унда ингәс, тиҙ сыҡмаҫ, таңға хәтле болоттар араһында йөҙөр, – тип өҫтәп ҡуйҙы.

Беҙ айға ҡараныҡ, ул алтын шарҙай бик тиҙ тәгәрәп болоттарға инеп юғалды. Күк йөҙө ҡараңғыланды. Беҙ ҙә үҙ өйҙәребеҙгә таралдыҡ.


30-31 июль.

Көндәр яланда бесән эштәре менән үтте. Эшләп арыған тән кис иртәрәк ятып йоҡларға теләй.


1 август.

Таң менән кемеһелер баҙарға, кемеһелер эшкә таралып бөтә. Мин дә иртә тороп, ат алып килергә киттем. Эйек буйлап байтаҡ барғас, аттарҙы табып алып ҡайттым. Көн болотло, эшкә барырға ашығам. Мин ҡайтыуға кәбән һалырға әйтелгән кешеләр килгән. Тамаҡ туйҙырғас та, эшкә сығып киттек. Беҙ барып етеүгә бөртөкләп ямғыр күҙҙәре төшә башланы. Ямғыр үткәнсе күбәләр аҫтында ултырҙыҡ. Ямғыр үтеп, күбәләр бер аҙ кипкәс, эш башланыҡ. Төш етеүгә саҡ бер кәбән һалып ҡайттыҡ. Кис тағы ямғыр яуырға әҙерләнде.


2 август.

Киске ниәт буйынса, иртә менән эшкә барырға уйлаһаҡ, бөтөн күкте ҡалын болоттар ҡаплап алған. Ямғыр бөртөктәре өҙлөкһөҙ ҡойолоп ҡына торалар. Тәбиғәткә шул хәтле асыу килә, һис бер нисек тә эшләп булмай, ләкин ни сара? Тәбиғәтте еңеп булмай әле. Эшләрлек хәлгә килмәне. Нишләргә? «Ҡайҙа барырға инде?» – тигән уй баштан үтте. Өйҙә торғо килмәй.

Ана, минең һөйөклө дуҫым килә. Ул:

– Зәйнәб, йә ат егеп, бер яҡҡа сығып китәйек, барыбер эш эшләп булмай, – ти.

– Ҡайҙа барабыҙ?

– Әйҙә, сейәгә.

– Дауай барабыҙ.

Күңел ашҡынды. Шулай ҙа мин тиҙ генә күнгем килмәне. Был ямғырҙың көн дә барыуын, йөрөүҙең өҙлөкһөҙ булыуын уйланым. Ләкин уның артыҡ ысын күңелдән әйтеүенә, барам тиһәң, ат егәм, тип ҡат-ҡат килеүе, шулай уҡ өйҙәге апайымдың да бик бараһы килеп, минең алып барыуымды көтөүе риза булырға күндерҙе.

– Үҙегеҙ генә барығыҙ, – тип ҡараһам да, улар минһеҙ ҡуҙғалырға теләмәне. «Барайыҡ» тигән һүҙҙе ысҡындырыуым менән, улар ҙа йәһәтләп йыйынырға тотондо. Ат егеп, алты кеше ултырып, сығып киттек. Күрше-тирә ҡыҙыҡһынып ҡарап ҡалды. Ауылды сығыу менән аттар текә йөрөш менән юрта башланы. Юл күңелле уйын-көлкө, гармун тауыштары менән сорналды. Ул гармун уйнай, мин йырлайым. Ә дилбегә тотоусы иптәш аттарҙы күңелле юртыу менән алға ҡыуалай. Тиҙ арала Һаҙ исемле иҫке ауылды һәм Ҡолосай тигән ауылды үтеп, тауҙарға үрләнек. Барабыҙ, ләкин беҙ төбәп кенә барыр билгеле урын юҡ. Тик шаяра- уйнай һаман алға барабыҙ.

Ер бысраҡ, ҡояш байышынан бер-бер артлы ҡара болоттар күтәрелә. Беҙ һыу буйына төшөп, аттарҙы ашатырға ла, кис бер ауылға барып ҡунып, унан юл башларға булдыҡ.

Ҡолосай (Колошай) тигән урман төбөнә ултырған алама ғына башҡорт ауылының арғы осона, урман тирәһенә, бер бәләкәй түбәләс башына барып туҡтаныҡ.

Бәләкәй генә йылға ағып ята. Беҙ шул түбәләс башындағы кәбән төбөнә туҡтап, аттарҙы ашарға ебәрҙек. Ә иптәштәр ҡайһыһы утын йыя, ҡайһыһы һыу килтерә, кемеһелер ут яғып, тамаҡҡа бешерергә әҙерләнде. Һаман да болотло, ямғыр күҙҙәре төшкөләп ала. Миңә ниңәлер, көн йәмһеҙерәк булғанғамы, артыҡ күңелле күренмәй. Улар тамаҡҡа әҙерләгәнсе, кәбән төбөнә ятып йоҡлап алдым.

Көн кисләне, аш өлгөрҙө. Кәбән төбөндә ултырып, күмәкләп ит ашап, тамаҡ туйҙырыу ҙа, бер яҡтан, ҡыҙыҡ ҡына кеүек булып китте.

Кис ҡайҙа ҡуныу мәсьәләһе һәр кемдең башынан йүгерҙе. Барыһы ла Һаҙ ауылына барып ҡунмаҡ була. Мин йөрөргә теләмәүем хаҡында әйтеп, аттар менән еңгәй һәм ағай шул Һаҙ ауылында ҡунһындар, ә беҙ, дүртәү, бында ҡалайыҡ, үҙҙәре иртәгә бында килерҙәр, тинем. Улар күнде. Ат егеп китергә булғастар, минең апай менән дуҫҡайҙың һылыуы, бүренән ҡурҡабыҙ, ҡалмайыҡ, тип, мине барырға димләп, күңелләндерергә йәки ҡурҡытырға тырышып, төрлө һүҙҙәр һөйләп ҡараны. Мин дә аҙыраҡ бүренән ҡурҡһам да, бер әйткән һүҙемдән ҡайтырға, ҡурҡҡанды белдерергә уҙа алманым. Улар китте. Беҙ дүртәү кәбән төбөндә бөтөн әйберҙәр менән ҡалдыҡ. Минең аҡыллы дуҫҡайым төрлө һүҙҙәр һөйләп, һеңлеһен дә, апайымды ла йыуатты ла, кис ҡунырға ҡыуыш әҙерләне. Ҡыуыш түбәһенән – күк, ал яғынан бөтөн урман юлы күренә. Матур ҙа, әҙерәк күңелгә ҡурҡыу һала торғандай булып, көн ҡараңғыланғандай.

Ул бик оҙаҡ гармун уйнаны, мин йөрәктәге әллә ниндәй әрнеү, ашҡыныуҙар менән гармунға ҡушылып йырланым. Дуҫымдың күктәргә ҡараған хәлдә ялҡынлы дәрт менән күкрәгенән ағылған гармун тауышы уның саф күңеле, аҡылы хаҡында миңә тағы бер ҡат һөйләй кеүек булды.

Мин уның усын, ҡулдарын ҡыҫып, һин ниндәй аҡыллы, саф күңелле минең фәрештәм, тиәһем һәм биттәренән һөйәһем килде. Ләкин ярамай, бәлки, ул сафлыҡҡа зарар килтереү булыр ине. Беҙ шул хәлдә бер аҙ ятҡандан һуң йоҡларға уйланыҡ. Ул да гармунын һалды ла тынды. Мине лә йоҡо баҫты. Күк ҡара болот менән ҡапланған булһа ла, араһынан күренгән ай артыҡ ҡараңғыларға бирмәне. Күңелдә ҡурҡыуҙың әҫәре лә юҡ. Уның һеңлеһе, шулай уҡ апайым да һаман бер аҙ ҡурҡалар.

Мин уларҙы йыуаттым да йоҡлап киттем. Улар:

– Йоҡлама әле, Зәйнәб, – тип бер нисә мәртәбә әйтһәләр ҙә, йоҡо үҙенекен итте. Тик таңға яҡын ниңәлер уяндым. Күҙҙе асып тороп ултырҙым. Төн шундай матур, ҡалын болоттар әллә ҡайҙарға юғалған. Асыҡ күктә алтын шар – ай йөҙә, урман өҫтө һарғылт нур менән биҙәлгән. Мин: «Их, матур ҙа һуң урман төнө!» тинем. Минең тауышҡа улар ҙа уянды. Ул:

– Зәйнәб, бөгөн бергә үткәргән таң – айҙың 15-се көнө, – тине.

– Шулай шул, – тинем. Таңды һалҡын һауа урап алғанға тиҙерәк урыныма яттым. Тиҙ арала йоҡо тағы үҙ ҡосағына алды. Уянып китһәм, ҡояш сығыр ваҡыт еткән, офоҡ ҡыҙғылт нурға сумған. Көн аяҙ, матур. Күңел күтәренке, рухлы булып уяндым. Йырлағы килде. «Ашҡаҙар» көйөн бөтөн күңел менән һуҙып ебәрҙем. Минең тауышҡа өсөһө лә уянды. Янымда ятҡан апай менән уның һеңлеһе – урындарында. Төн, йоҡо, ҡурҡыу-ҡурҡмау тураһында бер аҙ һөйләшеп, көлөшөп алдыҡ.

Тегеләр килгәнсе сәй ҡайнатырға булдыҡ. Сылтырап аҡҡан бәләкәй генә йылғала рәхәтләнеп йыуынғандан һуң ут яғырға теләгәйнек, һыҙғылаған шырпы кисә һыуланған, һыҙылмай – ут юҡ. Бер аҙ көлөшөп алдыҡ. Ул: «Әйҙә, көтөүселәргә барып, шырпы килтерәм», – тип саҡырым ярымдай ергә йүгерҙе. Тиҙ арала боролоп килде. Үҙе миңә утын әҙерләп бирҙе. Сәй ҡайнаттым, ул гармунда уйнаны. Дүртәүләп бик күңелле генә итеп сәй эстек.

Ҡояш яҡшы уҡ күтәрелде, ысыҡ кипте. Ағайымдар һаман килмәй. Беҙ көн үткәреү өсөн уйнап-көлдөк, йырлап-бейенек. Улар саҡ килде.

Тау битләүен ҡаплап түшәлеп ятҡан ҡалын урмандарға табан киттек. Күп тә үтмәне, урман сите буйлап, муйыл ағастары беҙҙе ҡаршыланы. Емеш йыйыуға артыҡ ҡыҙығыуым булмағанлыҡтан, ағас баштарындағы муйыл тәлгәштәрен ботап төшөрөү, тиреүселәр янына килтереү, ҡайсаҡ арлы-бирле тирешеү менән ҡәнәғәтләндем.

Ярты көн үтте. Ҡап-ҡара муйыл бөртөктәре. Аттарҙы егеп, сейәгә киттек. Сейәлектәге тәпәшәк кенә ағастарға хайран ҡалдым. Беренсе мәртәбә күреүем. Ҡайһыһын тирергә белмәй, ысынлап та, ошо сейәме, тигән уй баштан йүгерҙе. Уңған сейә ағастары бигерәк матур күренә шул.

Йүгереп йөрөп бер аҙ сейә йыйҙыҡ та ҡайтып киттек. Сейә ағастары һаман да бер кем теймәгән кеүек ултырып ҡалды. Юл ғәҙәттәгесә күңелле үтте. Бөгөн ямғыр яумағанға юл да матурланған. Ул шул хәтле ҡыҫҡа тойолдо, хатта күргәндәрҙе бер ҡат баштан үткәрергә лә мөмкин булманы. Беҙ ҡайтып етеүгә ҡояш тауҙарға инеп юғалды.

(Дауамы. Башы 1-2-се һандарҙа.)

Читайте нас: