-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ил инәһе Мәрйәм

Халҡыбыҙҙың рухиәте, үҙаңы, ырыҫы һағында торған һәм ауыҙ-тел ынйылары аша милләтебеҙҙең ҡабатланмаҫ асылы, нескә аҡылы, тылсымлы өнө, илаһи моңо серен асып, ижад өлгөләре ярҙамында балалар йөрәгендә телебеҙгә, әҙәбиәтебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә һөйөү уятҡан арҙаҡлы ил инәһе Мәрйәм Бураҡаева 75 йәшен билдәләй.

Халҡыбыҙҙың рухиәте, үҙаңы, ырыҫы һағында торған һәм ауыҙ-тел ынйылары аша милләтебеҙҙең ҡабатланмаҫ асылы, нескә аҡылы, тылсымлы өнө, илаһи моңо серен асып, ижад өлгөләре ярҙамында балалар йөрәгендә телебеҙгә, әҙәбиәтебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә һөйөү уятҡан арҙаҡлы ил инәһе Мәрйәм Бураҡаева 75 йәшен билдәләй. Милләтебеҙҙе гелән алға әйҙәп, бөйөк илебеҙ тарихына, бөгөнгөһөнә, яҡты киләсәгенә ышаныс тәрбиәләгән яугир рухлы ағинәйебеҙ әле лә ғәмәли эштәр менән мәшғүл. «Һәр көнөм үҙ-үҙемде һәм үҙем аша халҡымды раҫлап йәшәүгә арналды», – ти әҙибә тормошо хаҡында. Әүҙем мәғрифәтсенең ғүмер юлын байҡап, халҡына әйтер һүҙҙәренә, ҡиммәтле фекерҙәренә ҡолаҡ һалайыҡ.


Халҡым тип йән атҡан Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы һәр ваҡыт хәрәкәттә, ижади эҙләнеүҙә булыуы менән һоҡландыра. «75 йәшемдә етмеш биш раҫлауҙы билдәләү мәле етте! – ти яҙыусы һүҙен башлап. – Мин ғүмер баҡый үҙемде, үҙем аша милләтемде раҫлап йәшәнем. Ниңәлер гел шундай шарттар тура килде. Мин тыуып үҫкән Иҫәнғол ауылында урыҫ теллегә күсеү бара ине. «Урыҫлашыу» тип әйтмәйем, сөнки бер милләт тә икенсегә әйләнә алмай, шуға күрә «урыҫ теллегә» тием инде. Тап мин уҡыуға төшкән йылда ни ғиллә менәндер Иҫәнғол мәктәбендә, бер юлы дүрт класс туплап, башланғыс башҡорт кластары асылды. Баймаҡ яғынан көслө рухлы Сәйетовтар ғаиләһенең күсеп килеүе минең һәм һабаҡташтарымдың киләсәгенә ыңғай йоғонто яһаусы этәргес булғандыр, тип уйлайым. Ағай район башҡарма комитетында эшләне, ә тормош юлдашы Нурия Фазлиәхмәт ҡыҙы тел һәм йәшәйеш нескәлектәренә төшөндөрөүсе, йөрәгемә ышаныс ҡуҙы һалыусы беренсе уҡытыусым булды.


…Йәшем артҡан һайын уйҙарымда шул йылдарға йыш ҡайтам. Башҡорт класында уҡығандарҙы түбәнһетеүҙәрен татып үҫеү мине һәр саҡ үҙ милләтемде ҡурсаларға һәм үҫешкә ынтылырға өндәне. Бер Яңы йыл байрамында бөтә класс менән сығыш яһарға әҙерләнгәнбеҙ. «Бишенсе класс хоры башҡарыуында «Беҙҙең ил» йыры» тип иғлан иттеләр ҙә шыршы төбөнә барып баҫтыҡ, башлап мин йырлап, ҡалғандар ҡушылырға тейеш. Ҡараһам, берәү ҙә юҡ, оялып ҡасҡандар. Һөҙөмтәлә бөтә класс өсөн яңғыҙыма йырларға тура килде, – ти Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы. – Шунан һуң мине урыҫ класы балалары байтаҡ ваҡыт «Хор» тип йөрөттө».


Мәктәп, уҡытыусылар алдында башҡорт класының намыҫын төшөрөүгә ул бер ҡасан да юл ҡуймай. Сығарылыш имтихан­дарында башҡорт класының башҡаларҙан бер йәһәттән дә кәм түгеллеген иҫбатлар өсөн, директорҙан имтихандарҙы урыҫ класы менән бергә бирергә рөхсәт ала. Билет алғас, әҙерләнеп тә тормай, мәсьәләләрҙе бер юлы класс таҡтаһында эшләп, бөтә фәндәрҙән «биш»кә тапшырып, БДУ-ның филология факультеты башҡорт-урыҫ бүлеге студенты булып китә. Университетта уға Рәшит Шәкүр, Марсель Ҡотлоғәлләмов, Камил Сиражетдинов, Вәли Байморатов, Миҙхәт Мәмбәтов, Сәбилә Сөләймәнова, Сибәр Дәүләтшина кеүек алдынғы ҡарашлы, ҡыйыу фекерле, көслө рухлы шәхестәр менән бергә уҡыу бәхете насип була.


Университет йылдарында ла ҡул ҡаушарып ултырмай илһөйәр һылыу, 1963 йылда республика гәзиттәрен ябыу, дубляжға әйләндереү мәсьәләһе килеп баҫҡас, Рәми Ғарипов, Юныс Латипов, Әкрәм Биишев, Рәшит Шәкүр кеүек шәхестәргә эйәреп, ғәзиз туған телен яҡлаусыларға ҡушыла.


Хеҙмәт юлын уҡытыусы булып башлаған рухлы ханымға жур­налист, мәғрифәтсе, яҙыусы, хатта эшҡыуар һөнәрҙәрен үҙләштереү бәхете яҙған…


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 3-сө (2018) һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: