Шәһәрҙән кисә генә сыҡһаҡ та бөгөн иртә менән ҡайтып төштөм. Ҡапҡанан кереүгә берәү ҙә йүгереп сыҡмағас, аптырап ҡалдым. Тик күршеләрҙең йүгереп килеп, бөтөн ғаилә халҡының яңы ғына ат егеп сығып киткәнлеген белдереү һуңында ғына күңел бер аҙ тынысланды. Ылаусы китте (ҡайтмай), өй йоҙаҡлы. Йоҙағын боҙоп өйгә керҙем. Күңелһеҙ. Тын. Башты ҡайҙа ҡуйырға белеп булмай. Әгәр күрше еңгәйләр самауыр ҡуйып, сәй эсермәһәләр, тамаҡҡа ашауҙа ла уй юҡ. Кис булды. Ҡыҙлар йыйылды, бер төркөм йәшләр килеп тулды. Улар менән бер аҙ ултырғас, юлдан арып килеү сәбәпле, йәшләрҙең сығыуҙарын үтенеп, йоҡларға яттыҡ. Ҡыҙлар бер тауыштан ауыл йырҙарын йырланы. Мин төрлө сыуалсыҡ уйҙар менән йоҡлап киттем. Иртән төш етеүгә йоҡонан тороп, әҙер ҡайнатылған самауырҙан сәй эсеп, йөрөргә сығып киттем. Эйек буйҙарын буйлап ҡайтыуға абзыйымдар ҡайтҡан. Күңел шатлыҡ менән тулды. Көн буйы абзый менән ултырып һөйләшеп үтте. Кис тә шулай үтте.
Абзый менән волосҡа барып йөрөп ҡайттыҡ. Абзый волостағы яңы кешеләрҙе бөтөн яғымы менән, үҙе менән һөйләп, таныштырып бөттө. Юл буйы һөйләшеп ҡайттыҡ. Башҡа юлды ғади тиҙ генә үттек.
Артыҡ эш юҡ. Ат ектем дә Күгәрсен ауылына апайларҙы күрергә тип ҡуҙғалдым. Абзый миңә ултырып килеп, волоста тороп ҡалды. Артабан яңғыҙ киттем. Юл күңелле. Атты үҙ яйына ҡуйып, тирә-яҡ, матур тәбиғәтте, алыҫтараҡ күренгән урмандар, таулар ҡарай-ҡарай, йырлай-йырлай тиҙ барып еттем. Яҙғы тәбиғәт матур. Йөрәк әкрен генә тибрәлеп, тәбиғәтте маҡтай.
Ат менән барғас, оҙаҡ ятырға тура килмәне. Атты ҡайтарып, үҙең ҡал тиһәләр ҙә, күңел тартманы. Иртә менән ат егеп ҡайтып киттем. Һағынып күрешкән апайым, «Зәйнәб, ҡал», тип ҡат-ҡат үтенде. Мин, килермен, тинем. Юлда кисәгеләй әкрен генә уйҙар диңгеҙендә йөҙә-йөҙә ҡайтып еткәнде белмәй ҙә ҡалдым. Юл шул хәтле тын. Барып ҡайтҡансы бер кеше осраманы. Үҙемде яңғыҙҙан-яңғыҙ тип хис иттем.
Баҡса һәм бәрәңге утау менән көн үтте. Беренсе көн баҡса утап ҡайтҡас, арҡа менән тәнде ҡуҙғата, ҡулдарҙы күтәрә алмай саҡ тороп китһәм дә, иртәгәһенә үк яҙылдым.
Кис менән комсомол собраниеһына барырға булдым. Атым һабан һөрә. Йәйәүләп китергә йыйындым. Абзый йәйәү ебәргеһе килмәне, бүре осрар, тип ҡурҡытҡан була. Мин шулай ҙа юлға сыҡтым. Ҡояш түбәнләгән. Абзый мине ярты юлға хәтле оҙатты. Мин киттем, ул юл буйына ҡарап ҡалды. Мин барып етеүгә ҡояш байыны. Кис бик оҙаҡ собраниела булып, ул төн ҡунып, иртән таң менән ҡайтып индем. Көндөң башҡалары шундай ваҡ-төйәк менән үтте.
Комсомол ячейкаһы волостағы пионерҙарҙың вожатыйы итеп мине билдәләгәс, иҫке вожатыйҙан эшләрҙе ҡабул итеп алыу бурысы бирелгәс, волосҡа сығып киттем. Мин унда йөрөгәндә Хәлимә апай менән еҙнәй килеп төштө. Мин бер аҙ ваҡыт йөрөнөм: вожатый ҙа, делолар ҙа юҡ, пионерҙар ҙа исемлектә генә... Ахыры еҙнәйләр менән беҙҙең ауылға киттек. Юл буйы шаяра-көлә ауылға еткәнде белмәй ҙә ҡалдыҡ. Арлы-бирле иткәс, апай, еҙнәй, мин, ҡыҙыл ҡарағат ашарға тип, туғайсыҡҡа юлландыҡ. Ҡыҙыл ҡарағат һис ҡойолмай, ҡып-ҡыҙыл булып ултыра. Ауыҙ әсеткәнсе ашаныҡ. Еҙнәйләр йөрөп ҡалды, мин абзый китмәҫ элек утын алып ҡалырға кәрәк тип, абзый менән утынға киттем. Йырлай-йырлай бер нисә йөк утын килтерҙек.
Көндәлектең тулы вариантын журналдың 1-се (2018) һанында уҡығыҙ.