Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
13 Ғинуар , 19:33

«Яҙыл һәм бүләк от!» конкурсы йомғаҡтары

Яңы 2025 йылға аяҡ баҫтыҡ. Һәр ҡайһыбыҙ уны өмөттәр, изге ниәттәр менән ҡаршы алды. «Башҡортостан ҡыҙы» журналы редакцияһы үткәргән «Яҙыл һәм бүләк от!» конкурсында ҡатнашып, бүләктәр отҡан дуҫтарыбыҙға тәүге уңыш йылмайҙы ла инде. Уларҙы отош менән ҡотлайбыҙ һәм, ҡот һеҙҙе бер ҡасан да ташламаһын, тигән теләктә ҡалабыҙ.

«Яҙыл һәм бүләк от!» конкурсы йомғаҡтары
«Яҙыл һәм бүләк от!» конкурсы йомғаҡтары

Баҫмабыҙға, республикабыҙҙа сыҡҡан берҙән-бер ҡатын-ҡыҙҙар журналына, тоғро ҡалған илһөйәр, телһөйәр ҡәрҙәштәребеҙгә мең рәхмәттәр белдерәбеҙ. Бәрәкәтле тормош насип булһын һеҙгә, далан ҡошо һәр саҡ эргәгеҙҙә ҡанат ҡағып торһон!

 

Шулай итеп, бүләктәрҙе оттолар: 

  • теген машинкаһы – Бөрйән районы Кейекбай ауылынан Вазифа Рыҫҡолова;
  • үтек – Илеш районы Үрге Йәркәй ауылынан Г. Ғәлиева;
  • һыу таҙартыу фильтры – Әбйәлил районы Ишҡол ауылынан Шайморат Сафин;
  • вафли бешергес – Учалы районы Наурыз ауылынан Фатима Ғиләжева;
  • тауыш детекторы – Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылынан Мәрфүғә Йәғәфәрова;
  • электр сәйнүге – Ейәнсура районы Этҡол ауылынан Гөлфиә Ишмөхәмәтова.

 

Бергә булдыҡ, ошо ябай булмаған осорҙа ла бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!

 

https://vk.com/video-37933420_456239715

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: