Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
25 Декабрь 2024, 15:58

«Башҡортостан ҡыҙы» журналының 2024 йылғы лауреаттары

Журналыбыҙҙың йыл лауреаттарын ихлас ҡотлайбыҙ һәм уларға киләсәктә лә ижади ҡомарҙары һүрелмәүен теләйбеҙ!

«Башҡортостан ҡыҙы» журналының 2024 йылғы лауреаттары
«Башҡортостан ҡыҙы» журналының 2024 йылғы лауреаттары

Фәнирә ҒАЙСИНА – рухиәт, әхлаҡ, дини тәғлимәт дәрестәре биргән «Аллаһ бәрәкәте» рубрикаһы аҫтында йыл дауамында донъя күргән төплө мәғәнәле мәҡәләләре өсөн.

Гөлшат ХАЖИЕВА-НУРДӘҮЛӘТОВА – мөхәббәт һәм уның илаһи көсөн, яңғыҙ әсә һәм үҫмер ҡыҙ бала мөнәсәбәттәрен мауыҡтырғыс һәм фәһемле итеп һүрәтләгән «Һөйөү хаҡы» хикәйәһе өсөн (3-сө һан).

Айгөл АЙЫТҠОЛОВА – моңландырған да, уйландырған да илаһи хискә тулы «Танһыҡ ҡына миҙгел – бер һулыш шул, һин дә моңһоу икән, аҡ ҡайын...» шиғырҙар шәлкеме өсөн (7-се һан).

Айзилә МОРТАЕВА – журналыбыҙ биттәрендә әҙәбиәт, мәғариф, мәҙәниәт, сәнғәт өлкәләренә ҡағылышлы темаларҙы йыл әйләнәһенә һутлы тел, ижади оҫталыҡ менән яҡтыртҡаны өсөн.

 

Журналыбыҙҙың йыл лауреаттарын ихлас ҡотлайбыҙ һәм уларға киләсәктә лә ижади ҡомарҙары һүрелмәүен теләйбеҙ! 2024 йылда баҫмабыҙ бәҫен күтәргән нәфис һүҙ оҫталары: Зилә Псәнчина, Гөлнур Бураҡаева, Ринат Камал, Мөнир Ҡунафин, Мәүлиҙә Әхмәтйәнова, Айһылыу Ғарифуллина, Тамара Искәндәриә, Гөлнара Хәлфетдинова, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Фирүзә Абдуллиналарға, шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙың түлһеҙлеге сәбәптәре мәсьәләһен күтәргән табип-эндокринолог Әнүзә Ғуфраеваға, күҙ сәләмәтлеген һаҡлау тураһында тәрән йөкмәткеле әңгәмәләре өсөн табип-офтальмолог Айҙар Йәмлихановҡа, уҡыусыларыбыҙҙың финанс мәғлүмәтлелеген арттырыусы яҙмалар тәҡдим иткән һалым белгесе Альбина Вәлиеваға оло рәхмәтлебеҙ.

Яңы 2025 йыл бәрәкәтле килһен, баҫмабыҙҙың дуҫтары тағы ла ишәйһен. Алға бергәләп атлайыҡ һәм тағы ла юғарыраҡ үрҙәргә артылайыҡ!

«Башҡортостан ҡыҙы» журналының 2024 йылғы лауреаттары
«Башҡортостан ҡыҙы» журналының 2024 йылғы лауреаттары
«Башҡортостан ҡыҙы» журналының 2024 йылғы лауреаттары
«Башҡортостан ҡыҙы» журналының 2024 йылғы лауреаттары
«Башҡортостан ҡыҙы» журналының 2024 йылғы лауреаттары
Автор:
Читайте нас: