Һанлы технологияларға нигеҙләнгән йәмғиәткә күсә, кеше ҡағыҙға баҫылған мәғлүмәт сығанаҡтарынан ситләшә барған осорҙа йәшәйбеҙ. Ошо шарттарҙа милли баҫмаларҙы һаҡлап ҡалыу үтә лә мөһим. Күберәк мәҙәни йөкмәткегә эйә һәм был йәһәттән алмаштырғыһыҙ рухи ҡиммәттәрҙең береһе булып торған “Башҡортостан ҡыҙы” – республикала сыҡҡан берҙән-бер ҡатын-ҡыҙҙар журналы. Унда – ғаилә ҡиммәттәре, гүзәл заттар булмышы, үҙ заманының ил инәләре һәм уңыш ҡаҙанған ҡатын-ҡыҙҙар, донъяуи һорауҙарға яуаптар, сетерекле мәсьәләләргә ҡағылған мәҡәләләр, ғөмүмән, гүзәлдәребеҙ донъяһын яҡтыртҡан ярты быуаттан ашыу тарих, үткән дәүерҙәр һулышы.
Оло быуын журнал уҡыусыларыбыҙ, шөкөр, тоғро ҡала яратҡан журналына. Йәштәрҙең ҡайһы берҙәре лә хәләл ефетенә, әсәһенә “Башҡортостан ҡыҙы”на яҙылыу бүләк итеүҙе матур йола итеп алған. Ышанабыҙ, ауырлыҡтарға, үҙгәреш елдәренә ҡарамай, “Башҡортостан ҡыҙы” йәшәр әле. Әлбиттә, был ышанысыбыҙҙың нигеҙе – һеҙ, хөрмәтле дуҫтарыбыҙ!
2024 йылдың икенсе яртыһына журналға яҙылыу барышында иғлан ителгән “Яҙыл һәм от!” конкурсына йомғаҡ яһаныҡ. Шулай итеп, бүләктәрҙе оттолар:
теген машинкаһы – Йомаш Йомашев, Баймаҡ районы, Аҡморон ауылы;
саң һурҙыртҡыс – Фәниә Низамова, Өфө ҡалаһы;
үтек – И. Ғибәдәтуллина, Белорет ҡалаһы;
электр сәйнүге – Хәлиҙә Ғәйфулина, Әбйәлил районы, Салауат ауылы;
термос – Гөлирә Миңлеғолова, Өфө ҡалаһы;
табалар йыйылмаһы – Г. Ҡашҡарова, Хәйбулла районы, Аҡъяр ауылы.
Бүләк отоусыларҙы журнал редакцияһы исеменән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.
Бергә булдыҡ, артабан да бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!