+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
12 Ғинуар , 10:51

«Яҙыл һәм от!» конкурсы һөҙөмтәһе

Хөрмәтле дуҫтар! 2024 йылдың тәүге яртыһына яҙылыу кампанияһы тамамланды. Уның барышында яңы дуҫтар өҫтәлдә, кемдәр баҫмабыҙға яҙыла алмай ҡалған, улар киләсәктә журнал менән дуҫлыҡты дауам итер, тип ышанабыҙ. Республикала сыҡҡан берҙән-бер ҡатын-ҡыҙҙар журналы – милли асылыбыҙҙың бөгөнгө бер сағылышы ул. Уны алдыртҡан һәр кем ғаилә ҡиммәттәре, гүзәл заттар булмышы, зыялы замандаштарыбыҙ тураһында мәҡәләләр уҡып ҡына ҡалмай, шулай уҡ туған телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған еребеҙҙе һаҡлауға һәм яҡлауға үҙ өлөшөн индерә. Ошо ябай ғына хәҡиҡәтте аңлаһын ине һәр кем, тип теләйбеҙ һәм бөгөнгө тоғро дуҫтарыбыҙға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.  

«Яҙыл һәм от!» конкурсы һөҙөмтәһе
«Яҙыл һәм от!» конкурсы һөҙөмтәһе

Ауырлыҡтарға ҡарамай, «Башҡортостан ҡыҙы» журналы йәшәй һәм йәшәйәсәк!

2024 йылдың тәүге яртыһына яҙылыу барышында «Яҙыл һәм от!» конкурсы иғлан иткәйнек. Лоторея һөҙөмтәһе буйынса бүләктәр түбәндәге журнал уҡыусыларыбыҙға насип булды:

  • теген машинкаһы – Маһира Мөхәмәҙиеваға, Әбйәлил районы, Ишҡол ауылы;
  • үтек – Хәмдиә Аптиковаға, Йылайыр районы, Матрай ауылы;
  • электр сәйнүге – Роза Баязитоваға, Көйөргәҙе районы, Аҡсар ауылы;
  • вафли бешергес – Фәнисә Минғәлимоваға, Өфө ҡалаһы;
  • сәс толомон ҡупшылағыс (мультистайлер) – Роза Ҡолғаринаға, Өфө районы, Чесноковка ауылы;
  • электрон үлсәгес – Розалия Билаловаға, Әбйәлил районы, Ҡырҙас ауылы;
  • табалар йыйылмаһы – Сания Булатоваға, Миәкә районы, Богдан ауылы;
  • сәйгүн – Фатима Вәлишинаға, Өфө ҡалаһы;
  • балалар өсөн башҡорт смартфоны уйынсығы – Г. Саптароваға, Йылайыр районы, Ҡашҡар ауылы.

Бүләк отоусыларҙы журнал редакцияһы исеменән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.

Бергә булдыҡ, артабан да бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: