+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
29 Декабрь 2023, 09:10

Төклө аяғың менән, Яңы йыл!

Уҙып барыусы Ҡуян йылын оҙатып, Аждаһа йылын ҡаршы алырға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Көнсығыш календары буйынса, 2024 йыл ябай түгел, ул Йәшел Ағас Аждаһа йылы буласаҡ. Аждаһа көс-ҡеүәт, үҙгәрештәр сағылышы тип иҫәпләнә. Йәшел төҫ гармония һәм яңы тормош, һиллек, ҡот-ырыҫ менән ауаздаш. Ә ағас иһә – тотороҡлолоҡ, ныҡлыҡ, даимилыҡ билдәһе. Шулай булғас, Йәшел Ағас Аждаһа тыныслыҡ һәм тотороҡлолоҡ урынлашыуына йоғонто яһар, тип билдәләй астрологтар.

Төклө аяғың менән, Яңы йыл!
Төклө аяғың менән, Яңы йыл!

Аждаһа нимә вәғәҙәләй?
2024 йылда донъяны етеҙ үҫеш, оло үҙгәрештәр көтә, тип фаразлай йондоҙҙар буйынса юраусылар, рухи яңырышты ла, иҡтисади күтәрелеште лә күҙҙә тотоп. Йыл һаны – 8 – эшлеклелек һәм матди байлыҡты, бөтөнлөктө һынландыра.
Ҡытай мәҙәниәтендә Аждаһа уңыш һәм ҡаҙаныш килтереүсе йән эйәһе иҫәпләнә. Йыл яңы эштәр, инвестициялар, финанс килешеүҙәре өсөн ҡулай буласаҡ, башланған проекттар киләсәктә яҡшы дауам итәсәк. Ләкин уның кәбисә йылы икәнен дә онотмайыҡ, ярайһы уҡ ҡатмарлы килеүе лә ихтимал. Шул уҡ ваҡытта ул һәммәбеҙгә ғәйәт ҙур мөмкинлектәр тәҡдим итәсәк.
Йәшел Аждаһа яңылыҡтар ярата, шуға күрә 2024 йылда ялҡытҡан ҡалып­тарҙан, ҡыуаныс килтермәгән арала­шыуҙарҙан һис икеләнмәй баш тарта алаһығыҙ. Киң фекер йөрөтөргә, яңы форсаттар эҙләргә ҡурҡмағыҙ – хатта улар ғәмәлгә ашмаҫлыҡ күренһә лә.
Йыл хужаһы тормош юлы буйлап илһамлы барыуығыҙҙы, сағыу ниәттәрегеҙҙе ҡеүәтләр. Ғөмүмән, ижади кешеләр уның ярҙамына ныҡлап иҫәп тота ала.
Аждаһаға ашыҡмау һәм бер үк ваҡытта үҙгәреүсәнлек хас. Ул ығы-зығыны яратмай, ләкин яңы шарттарға сабыр яраҡлаша белеүселәрҙе хуплай. Уның йылында ҡарарҙы ҡыйыу, әммә төптән уйлап ҡабул итеү мөһим. Бөтә эшкә лә өлгөрәм тип сәбәләнмәйенсә, маҡсатҡа эҙмә-эҙлекле барыу зарур. Кәбисә йылында өҙөнөп-йолҡоноу ярамаҫ, һаулыҡҡа, ялға тейешле иғтибар бүлегеҙ.
Шулай итеп, 2024 йылда иң яҡшыһы: мәсьәләләрҙе ашыҡмайынса, ижади хәл итеү, йәғни ете ҡат үлсәп, бер ҡат киҫеү, мөмкин тиклем тыныс, байман йәшәргә ынтылыу.

 

Нисек ҡаршы алырға?
Йәшел Ағас Аждаһаның «күңелен күреү өсөн», Яңы йылды һый-ниғмәтле табын менән, йортоғоҙҙо сағыу биҙәп ҡаршы алығыҙ. Уның тантаналар, бай, ҡупшы биҙәктәр яратыуын иҫтә тотоғоҙ. Өҫтәлгә мул ит, балыҡ ризыҡтары, ҡамыр аштары, торт кеүек тәмлекәстәр, төрлө емеш-еләк ҡуйығыҙ.
Өйөгөҙҙө байрамға биҙәгәндә ҡыҙыл, һары, алтынһыу һәм йәшелгә өҫтөнлөк бирегеҙ. Үлән, япраҡ төҫтәренең бөтә сағылыштары ла йортоғоҙҙо йәмләндерер, ағас әйберҙәр йылылыҡ өҫтәр. Йәшел Аждаһа торлаҡ экологияһын, сәләмәтлектәрен ҡайғыртыусыларҙы үҙ итә.
Яңы йылды йәшел кейемдә ҡаршы алыуығыҙ бик мәслихәт. Әммә ҡуйы ҡыҙыл, һарғылт, алтынһыу төҫтәрҙе лә ҡыйыу һайлай алаһығыҙ. Шулай уҡ көмөшһыу-ҡара, диңгеҙ тулҡыны төҫтәре лә килешер.
Бүләктәр хаҡында һүҙ алып барғанда, яҡындарығыҙға йәйелеп үҫкән ағас йәки аждаһа фигуралары менән кулондар, биҙәүестәр һаҡлай торған бәләкәй тартмалар бирергә мөмкин. Мауығыуҙарына тап килгән әйберҙәр уларҙы айырыуса ҡыуандырыр. Хис-тойғолар балҡышы тыуҙырған бүләктәргә ни етә! Йыл хужаһы ла шундай фекерҙә.

 

Теҙгендәрҙе ныҡ тотоғоҙ!
Был символ императорҙар, иң ҡатмарлы һорауҙарға ла дөрөҫ яуап белгән аҡыллы хакимдар менән аһәңдәш. Шуға күрә киләһе йылда тормошоңдоң хужаһы булып, шул иҫәптән шәхси мөнәсәбәттәрҙә лә теҙгенде ҡулыңда тоторға кәрәк. Мәҫәлән, яңғыҙ ҡатын-ҡыҙ үҙенә оҡшаған ир-егет менән башлап таныша икән, бер хилафлыҡ юҡ. Бәлки, тап шул минуттағы тәүәккәллек һоҡланғыс мөнәсәбәттәргә нигеҙ һалыр. Һеҙҙе ул кеше кире ҡаҡҡан хәлдә лә, һис һағышланырға, эсеңә бикләнергә түгел. Аждаһаға асыҡ, хистәрен йәшермәгән кешеләр оҡшай, күпмелер ваҡыттан һуң бәхеткә яңы юлдар асылыр.
2024 йылда күп буйҙаҡтар үҙҙәренең икенсе яртыһын осратыр. Байтаҡ ғаиләләр бәпес алып ҡайтыр, шуға күрә әле йөклөлөктө планлаштырыу өсөн уңайлы мәл.
Киләһе йыл ғаилә ҡороу өсөн бик ыңғай, ни өсөн тигәндә, Йәшел Аждаһа – ғашиҡтарҙың яҡсыһы. Ул яҙмыш дилбегәһен ныҡ тотоусылар яғында һәм шундайҙарға ихлас ярҙам итергә әҙер.

Альмира Кирәева әҙерләне.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: