Розалиә Солтангәрәева – «Милли йолаларыбыҙ» рубрикаһында йыл дауамында донъя күргән әхлаҡ ҡағиҙәләрен, әҙәп, тормош-көнкүреш ҡанундарын үҙ эсенә алған боронғо аҫыл йолаларыбыҙ менән таныштырған «Юлдан яҙҙырмаҫ халыҡ әҙәбе» мәҡәләләр циклы өсөн;
Таңһылыу Ғәйнуллина – ваҡиғалар үҫешен үҙенсәлекле итеп тасуирлаған бай йөкмәткеле һәм тәрбиәүи әһәмиәткә эйә «Кәләш әйттергәндә» хикәйәһе өсөн (10-сы һан);
Хәлисә Мөҙәрисова – йәшәү асылын нескә, нәфис тел менән сағылдырған тәрән мәғәнәле һәм фәлсәфәүи йөкмәткеле «Сауҡалыҡтан умырзая еҫен, йәшәү еҫен алып яҙ керә...» исемле шиғырҙар шәлкеме өсөн (4-се һан);
Рауил Шәйхелисламов – йыл дауамында журналыбыҙҙы сағыу, матур һүрәттәре, милли нағыштары менән биҙәгәне өсөн.
2023 йылда «Башҡортостан ҡыҙы» редакцияһы менән емешле хеҙмәттәшлек итеп, фәһемле һәм мауыҡтырғыс әҫәрҙәре аша уҡыусыларыбыҙ һөйөүен яулаған талантлы ҡәләм оҫталары Гөлнур Яҡупова, Гөлсирә Ғиззәтуллина, Таңһылыу Ҡарамышева, Хәйҙәр Тапаҡов, Миләүшә Ҡаһарманова, Миңлегөл Хисамова, Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева, Нажиә Игеҙйәнова, Факил Мырҙаҡаевтарға ҙур рәхмәт! Шулай уҡ дини ғилемебеҙҙе арттырған Фәнирә Ғайсинаға, көнүҙәк темаларҙы күтәргән Ғилман Ҡашҡаровҡа, боронғо башҡорт милли кейемен, биҙәүестәрен тергеҙеүгә һәм юғары дәрәжәлә пропагандалауға күп көс һалған Асия Ғәйнуллинаға, социаль мәсьәләләр буйынса төплө мәғлүмәттәр менән тәьмин иткән Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат секретары Роза Кузьменкоға һәм бөтә авторҙарыбыҙға рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!