+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
7 Сентябрь 2023, 12:40

«Ашҡаҙар моңдары» конкурсының II туры үтте

«Ашҡаҙар» радиоһы Республика халыҡ ижады үҙәге менән берлектә «Ашҡаҙар моңдары» башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусы үҙешмәкәр йырсыларҙың II Республика конкурсының II этабын үткәрҙе.

«Ашҡаҙар моңдары» конкурсының II туры үтте
«Ашҡаҙар моңдары» конкурсының II туры үтте

Бөйөк йыраусы Абдулла Солтановтың тыуыуына 95 йыл тулыуға арналған күркәм сарала Рәсәйҙең төрлө төбәгенән 27 башҡарыусы ҡатнашты. Улар абруйлы баһалама ағзалары, республиканың билдәле шәхестәре Юлай Ғәйнетдинов, Тәнзилә Үҙәнбаева, Нәфисә Тулыбаева, Миләүшә Иҙрисова алдында «тере тауыш» менән музыкаль оҙатыуһыҙ сығыш яһаны. Улар араһынан 8 кешенең бәйгелә ҡатнашыуы баһалама ағзалары өсөн асыш булды. Хәйбулла районынан ҡәйнә менән килен – Тәнзилә менән Нәзифә Ҡыҙрасоваларҙың сығышы бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Әйткәндәй, Тәнзилә Ҡәйүм ҡыҙы иң өлкән ҡатнашыусы, уға 86 йәш. Иң йәш ҡатнашыусы Шишмә районынан Айгөл Ғәзиева 36 йәшен туйлаған.   «Халыҡ йырҙарын өйрәнеү еңел түгел. Һирәк башҡарылған «Ишбирҙе» йырын 2 йыл өйрәндем», - тине Өфөлә йәшәүсе Баймаҡ ҡыҙы Гөлсинә Йәрмәхәмәтова. Бәйгелә «тәүге» һүҙе бер нисә тапҡыр яңғыраны. Юнир Һағынбаев тәүге тапҡыр «Буранбай» йырын башҡарҙы. «Байыҡ сәсәндең дүрт йыры билдәле, шуларҙың беренсеһен үткән йыл тәүге тапҡыр башҡарҙым, быйыл икенсе йырын беренсе тапҡыр йырланым», - тине Силәбе өлкәһенән Винер Ҡәҙербаев.

«Башҡорт халыҡ йыры мине үлемдән алып ҡалды. Ковид сиренән һуң тын юлдарымды тыуған моңдарыбыҙ асты», - тип эс серҙәре менән бүлеште Ейәнсура районынан Рәфис Ишмәхәммәтов. Ул ғүмере буйы көтөүсе, шофер булып эшләгән. «Атта һыбай барғанда малҡай ҡолаҡтарын ҡайсылап бара, халыҡ йырҙарын ишетһә, ҡолаҡтары шәм кеүек тора. Беҙҙең моңдарҙы хатта малҡайҙар ҙа ихлас тыңлай», - тип тә өҫтәне. Әйткәндәй, халыҡ йыраусылары араһында ниндәй һөнәр кешеләре генә юҡ – һауынсы, һатыусы, урмансы, уҡытыусы, шәфҡәт туташтары һәм башҡалар. Ләкин уларҙың барыһын да халыҡ йырына булған эскерһеҙ мөхәббәт берләштерә. Бөгөн баһалама ағзаларының күҙҙәре йыш ҡына йәшләнде. «Быйыл башҡарыусылар араһында 30-40 йәшлек йыраусыларҙың күп булыуы ҡыуаныслы күренеш», -тип белдерҙе. Халыҡ йырҙары өлкән быуын башҡарыусыларының ғына түгел, улар артынан килгән йәштәрҙең дә репертуарын биҙәй. Баһалама ағзалары йыраусыларға үҙҙәренең теләктәрен дә еткерҙе: «Тарихи йырҙарҙың текстарын боҙмағыҙ, йырлағанда артыҡ биҙәктәр ҡушмағыҙ».

Икенсе турҙы уңышлы үткән 21 башҡарыусы 30 октябрҙә М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының ҙур сәхнәһендә сығыш яһау мөмкинлегенә эйә булды. «Ашҡаҙар» радиоһы хеҙмәткәрҙәре һәр башҡарыусы тураһында «Ашҡаҙар моңдаштары» исемле тапшырыуҙар циклы әҙерләй. Башҡарыусыларҙың йырҙары радио фонды өсөн яҙҙырып алынасаҡ. Әйткәндәй, «Ашҡаҙар» радиоһы ойошторған матур бәйге  халҡыбыҙҙың йөҙөк ҡашы, олуғ шәхесебеҙ Абдулла Солтановтың исемен мәңгеләштереүҙәге беренсе сара.

Халыҡ йырҙарын халыҡ йырсылары аша халыҡҡа еткереү эше дауам итә!

«Ашҡаҙар моңдары» конкурсының II туры үтте
«Ашҡаҙар моңдары» конкурсының II туры үтте
«Ашҡаҙар моңдары» конкурсының II туры үтте
«Ашҡаҙар моңдары» конкурсының II туры үтте
«Ашҡаҙар моңдары» конкурсының II туры үтте
«Ашҡаҙар моңдары» конкурсының II туры үтте
Автор:
Читайте нас: