2023 йылда абитуриенттар өсөн 300-ҙән ашыу бюджет урыны билдәләнгән, шулай уҡ дәүләт аккредитацияһы, юғары стипендия, армия хеҙмәтенән кисектереү, дөйөм ятаҡ менән тәьмин итеү ҡаралған. Юғары белем алырға теләүселәр физика һәм математика, биология һәм химия, филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар, педагогика, социаль-гуманитар, инженер-технология факультеттарын һайлай ала. Заман талабына ярашлы яңы йүнәлештәр асылған. Әйтәйек, биология һәм химия факультетында – «Нефть химияһы һәм химия технологияһы», «Биомедицина», «Биоэкология»; инженер-технология факультетында – «Транспорт-технология машиналарын һәм комплекстарын эксплуатациялау», «Транспорт-технология машиналары һәм ҡорамалдар сервисы (нефть табыу)», «Техносфера хәүефһеҙлеге», «Янғын хәүефһеҙлеге» һәм «Инженер-эколог», «Интерьер дизайны, мебель һәм ҡорамалдар дизайны» һөнәрҙәрен үҙләштерергә була. Шулай уҡ социаль-гуманитар факультетта – «Дәүләт муниципаль идаралығы», «Тормош эшмәкәрлегенең төрлө өлкәләрендә социаль эш»; физика һәм математика факультетында – «Робототехника», «Математика һәм информатика», «Мәғлүмәт өлкәһендә ғәмәли информатика», «Финанстар һәм кредит» йүнәлештәре буйынса төплө белем бирелә. «Психология һәм социаль педагогика», «Иҡтисад, география»; «Рус теле һәм әҙәбиәте, сит тел булараҡ рус теле»; «Рус теле һәм әҙәбиәте. Өҫтәмә белем (Журналистика)»; «Инглиз теле. Француз теле»; «Туған (башҡорт) тел һәм әҙәбиәт», «Рус теле һәм әҙәбиәте»; «Мәктәпкәсә белем биреү, логопедия, дефектология»; «Башланғыс белем һәм һынлы сәнғәт»; «Башланғыс белем биреүҙә коррекцион педагогика», «Физик культура. Өҫтәмә белем (Тренерлыҡ эшмәкәрлеге)»; «Тарих һәм хоҡуҡ»; «Технология һәм эшҡыуарлыҡ. Өҫтәмә белем (Дизайн һәм компьютер графикаһы)»; «Дөйөм юриспруденция», «Ер төҙөлөшө һәм кадастрҙар», «Күсемһеҙ милек менән идара итеү» кеүек профилдәр бөгөн йәштәр араһында айырыуса көнүҙәк.
Ә колледжда «Электрон ҡоролмалар һәм системалар эшләү», «Дизайн», «Юриспруденция», «Хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге», «Банк эше», «Адаптив физик культура», «Компьютер системалары һәм комплекстары», «Мәктәпкәсә белем биреү», «Башланғыс белем биреүҙә коррекцион педагогика», «Тәбиғәт комплекстарының экологик хәүефһеҙлеге» буйынса урта һөнәри белем алырға мөмкин.
«Беҙ заман менән бергә атлайбыҙ – һуңғы йылда ғына бер нисә яңы лаборатория астыҡ. Физика һәм математика факультетындағы «Һанлы һәм өҫтәмә ысынбарлыҡ» заманса лабораторияһы йәштәргә курс һәм диплом проекттарын эшләргә, юғары уҡыу йортоноң ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлегендә ҡатнашырға булышлыҡ итә. Ҡорамалдар ярҙамында студенттар виртуаль моделдәр яһай, виртуаль ысынбарлыҡта химик һәм физик тәжрибәләр үткәрә. Филологтар, тарихсылар виртуаль экскурсиялар ойоштора», – ти Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалы директоры Винер Вәлиәхмәт улы Ғәниев. Тырыш студенттарға яҡшы ғына стипендия тәғәйенләнә.
Юғары уҡыу йорто заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Бүлмәләр иркен, һәр береһендә заманса видеопроекторҙар ҡуйылған. Ете уҡыу корпусы, биш дөйөм ятаҡ, ике уҡытыу-күнекмә спорт залы, киң профилле асыҡ стадион, композицион материалдар технологиялары лабораторияһы, тирә-яҡ мөхитте бысраныуҙан һаҡлаған экологик мониторинг лабораторияһы, агробиостанция, дендрарий, картиналар галереяһы, уҡыу йорто тарихы музейы, яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшина музейы, зоомузей, ҡышҡы баҡса бар.
Инженер-технология факультеты студенттары юғары технологиялар ярҙамында 3D-принтерҙа семәрле лә, хужалыҡта кәрәкле лә әйберҙәр яһап һоҡландыра. Биология һәм химия факультеты уңғандары яҙ һайын үҫентеләрҙең киң ассортиментын әҙерләй.
Белем усағында йәштәргә төрлө яҡлап камиллашырға мөмкинлектәр тыуҙырылған. Әлеге ваҡытта уҡыу йортонда йәш таланттар өсөн Ольга Курбатова етәкселегендә театр түңәрәге, Надежда Кожевникова ойошторған ҡулдар эксперименталь театр-студияһы, Гөлфиә Миңлеғолова алып барған «Биряночка» халыҡ бейеүҙәре һәм Евгений Мухачев етәкләгән «Маски» заманса эстрада бейеүҙәре студиялары эшләй. Спортҡа ғашиҡтар волейбол командаһына ҡушыла, теремектәр Виталий Шуматовтың «Алена» цирк студияһында шөғөлләнә. «Студент яҙы», «Студент көҙө» фестивалдәре лә гөрләп уҙа. Алдынғылар һәм әүҙемдәр Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларына сәйәхәт, Ҡара диңгеҙҙә ял итеү менән бүләкләнә.
Юғары уҡыу йорто йыл һайын май айында «Бөрө ҡәлғәһе»нең тарихи паркында «Ваҡыт йылғаһы» Бөтә Рәсәй фестивален ойоштора. Үҫеп килгән быуынды патриотик рухта тәрбиәләү, таһыллыҡтарын камиллаштырыу, тарихи белемен арттырыу маҡсатын күҙаллаған сара Рәсәйҙең бихисап төбәктәренән илһөйәрҙәрҙе бер майҙанға туплай. Фестиваль XII быуат славяндарының, XVII–XVIII быуат халыҡтарының һәм башҡорттарҙың көнкүреше, хәрби йолалары менән таныштыра. 1812 йылғы рус армияһының, Беренсе донъя һәм Бөйөк Ватан һуғышының хәрби лагерь атмосфераһы интерактив майҙансыҡтарҙа тергеҙелә. Славян дружинниктары, Бөрө уҡсылары, боронғо һуғыш ҡоралдары – күҙ алдында тарих йәнләнә, әйтерһең.
Уҡыу йортонда «Эш урындары вакансияһы» йәрминкәһен үткәреү ҙә матур ғәҙәткә әйләнгән. Ул көндө Рәсәй төбәктәренән эш тәҡдим итеүселәр йыйыла. Хәҙер белемгә ынтылған йәштәр төрлө йүнәлештә үҫергә маҡсат ҡуя белә, шуға республика Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа ҡатнаша, гранттарға дәғүә итә. Үҙен табырға, ғилем эстәргә теләгәндәр, ижади ҡомарлылар, маҡсатлылар өсөн матур һәм баһалы белем усағының ишектәре асыҡ.
Бөрө ҡалаһы.