+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
26 Апрель 2023, 22:12

«Ашҡаҙар» радиоһы эфирында – мәшһүр эпостар!

2022 йылда «Ашҡаҙар» радиоһындағы һәр иртә «Урал батыр» эпосы менән асылды. Тыңлаусыларҙың теләген иҫәпкә алып «Ашҡаҙар» хеҙмәткәрҙәре был матур башланғысты быйыл да дауам итергә ҡарар итте.

«Ашҡаҙар» радиоһы эфирында – мәшһүр эпостар!
«Ашҡаҙар» радиоһы эфирында – мәшһүр эпостар!

Хәҙер иртәнге эфир бөйөк ҡомартҡыларыбыҙҙың береһе «Аҡбуҙат» эпосы менән асыла. Уны Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илгиз Таһиров уҡый.

Киләсәктә «Ашҡаҙар» радиоһы эфирын «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу», «Заятүләк менән Һыуһылыу», «Иҙел менән Яйыҡ», «Ҡуңыр буға» кеүек билдәле башҡорт халыҡ эпостары ла биҙәйәсәк.

«Башҡортостан радиоһының алтын фондын» яңы әҫәрҙәр менән тулыландырыу эшен баш режиссер Гөлнур Моталлапова, режиссерҙар Рөстәм Нәҙерғолов, Гөлйемеш Баязитова яратып башҡара.

Автор:
Читайте нас: