Ут эсенә инеп бара балаһы,
Туҡтатырға юҡтыр уның сараһы...
Әллә үлә, әллә тере ҡалаһы,
Үлемесле булмаҫ тимә яраһы,
Ут эсенә инеп бара балаһы.
Сараһыҙҙан ҡулын һуҙа күктәргә,
Күктәр, гүйә, уны үҙе күтәрә.
Бер генә һүҙ: "Һаҡла, Аллам, баламды!"
Мин артынан уны күҙләп барамдыр,
Балаҡайым – күҙемдәге ҡарамдыр.
Ул абынһа, мин күтәреп аламдыр,
Уйҙарымда иртән-кисен баламдыр.
Ут эсенә инеп барған баламдың
Артынан мин уттар йотоп ҡаламдыр.
Балаҡайым – күҙемдәге ҡарамдыр.
Доғаларым – тик берҙән-бер сарамдыр.
Балаҡайым – минең йөрәк парамдыр.
Доғаларым миңә, гүйә, юл аса,
Ҡамап алғас уны утлы ҡуласа,
Дер һелкетәм күктәрҙе мин: "Асығыҙ!"
Минең алда яуап тотоп баҫығыҙ!
Төбәгәндә мылтыҡ әҙәм әҙәмгә,
Ҡайҙа һеҙҙең, аҡыллылар, башығыҙ?
Үлем менән осрашҡас та күҙгә-күҙ,
Аҡылына килер уның тик бер һүҙ:
"Әсәй!" – тиеп ҡысҡырырҙай булыр ҙа,
Ут ҡуласа яҡынайыр быуырҙан.
"Әсәй!" – тиһә, тойормон мин алыҫтан,
Ут эсенән, дошман менән алыштан.
Көс алыр ул әйтеп әсәй һүҙенән,
Үлем кинәт ҡурҡып ҡасыр үҙенән.
Шул минутта ҡул һуҙырмын күктәргә,
Доғаларым ышыҡ булыр сүптәрҙән.
Тапшырғанмын аманат тип үҙеңә,
Эй, Хоҙайым, ҡолаҡ һалсы һүҙемә.
Ялҡын ялмай, "бөттөм!" – тигән уй ҡала.
Әсәйеңдең доға көсөн той, бала!
Шул ваҡытта ни мөғжизә,
Ут һүнә,
Дошман ҡаса, еңелеүгә ул күнә...
Доға көсө, әсәй көсө – тау ярыр,
Үлемдәрҙән тартып алыр, яу һалып.
"Әсәй!"– тиһә, унан үлем сигенә,
Балаһының хәлен әсә һиҙенә.
"Әсәй!" һүҙе тартып алыр ялҡындан,
Өшөгәндә усаҡ булыр һалҡында.
Әсәй килер иң беренсе аңыңа,
Әгәр үлем килеп баҫһа яныңа.
"Әсәй!"– тиһәм, арта көсөм йөрәктә,
"Әсәй!" – тибеҙ ҡайҙа ғына йөрөһәк тә.
Әсәй беҙгә Ватан да ул, ил дә ул,
Ул булғанда теймәҫ беҙгә ел-дауыл!
Әсәй ҡылған доға-теләк үтәлә.
Әсәй күңеле нескә була үтә лә.
Балаһына йәнен бүлеп бирерҙәй.
Ҡарашынан ҡар тауҙары ирерҙәй.
Ҡул күтәреп әсә ҡылған доғанан
Сигенгән ут, ҡапыл ғына тоҡанған.
Хәүеф-хәтәр булмағандай юҡ булған,
Осҡан саҡта кәйелеп ғәйеп уҡ булған.
***
Ватан өсөн башын һала уландар,
Йөрәгендә ил тойғоһо булғандар.
Фиҙа ҡылған йәнен изге алышта
Мәләк кенә булып ҡала ғарышта.
Илкәйендә батыр тигән дан ҡала,
Батыр ҙа бит әсәһенә тик бала...
Күтәрә ул үҙ иңендә һынауҙы,
Сәскәйенә иртә төшкән ҡырауҙы.
Көтөп инде көтмәгәндәр төңөлһөн,
Әсә генә һәр тауышҡа өңөлһөн.
Шылт итһә лә улы төшөр иҫенә,
Ҡайтыр тигән уйына ул эҫенә.
Белгәндә лә инмәҫен был ишектән,
Күпме шундай хәлдәрҙе ул ишеткән!
Ҡайтыр кеүек йөрәгенә яҙ булып,
Тулыр кеүек йөрәгенә наҙ булып.
Доға ғына кәрәк хәҙер, юҡ сара,
Алыҫаймай, яҡынаймай бит ара.
Йондоҙ булып атылған ул күктәргә,
Башҡа һыймаҫ хәл кеүек был күптәргә.
Көс кәрәк бит артабан да йәшәргә,
Йәйғор булып һуҙылырға, йәшнәргә!
Ғүмер шәме һүрәнләнә барғандай,
Һағыштары ҡамсы менән ярғандай.
Түҙемлектәр нисек кәрәк кешегә!
Кеше генә һынауҙарҙан бешегә!
Ваҡыт дауа түгел ҡайғы-хәсрәткә,
Онотам да тиһәң хәтер сәсрәтә...
Сараһыҙҙан сара табып йәшәргә,
Һүнгән ерҙән ҡабынырға, йәшнәргә.
Таба ул көс!
Доға ҡыла.
Эй, балам!
Йондоҙ булып хәҙер күктә нурланаң.
Хәҙер күктән көс бирәһең үҙемә,
Әйләнәм дә ҡайтам һуңғы һүҙеңә:
“Шәһит китһәм, һин йәш түкмә, бул сабыр!
Һинең улың һис һынатмаҫ, юл табыр!
Юғары рух, ихтыярым – һинәндер.
Һинең юлдан тура ҡарап киләмдер!”
Батырҙарҙы – батыр әсәй үҫтерә,
Батырҙарға батыр әсәй көс бирә.
Шуға ла ул һынмаҫ рухлы үҙе лә.
Заман мохтаж батыр әсәй һүҙенә.
Балаларҙы доға көсө һаҡлаһын,
Әсәйҙәрҙең өмөттәре аҡланһын!
Иламаһын бер әсәй ҙә был Ерҙә,
Әсәйҙәрҙе бирмәйек беҙ йәбергә!