+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
20 Ғинуар 2023, 11:09

Тоғро дуҫтарыбыҙға рәхмәт!

Тағы бер йыл тарихта ҡалды. Ябай булманы ул. Шатлыҡ-ҡыуаныстарынан бигерәк, бәлки, хафалы көндәре менән хәтергә уйылды. Шуға ҡарамай, тормош дауам итә: ҡала-ауылдар төҙөкләнә, предприятие-ойошмаларҙа эш туҡтамай, институт-колледждарҙа, мәктәптәрҙә йәштәр һәм үҫеп килгән быуын белем эстәй, гәзит-журналдар сыға һәм үҙ уҡыусыларына барып етә. Бына «Башҡортостан ҡыҙы» ла 2023 йылдың тәүге һаны менән журналыбыҙ дуҫтарын ҡыуандырҙы.

Тоғро дуҫтарыбыҙға рәхмәт!
Тоғро дуҫтарыбыҙға рәхмәт!

Сираттағы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһын йомғаҡлап, шуны билдәләргә кәрәк: юғалтыуҙарыбыҙ бар, ләкин бөгөнгө шарттарға бәйләп анализлағанда, бик үк ҙур түгел. Баҫмабыҙға тоғро ҡалған дуҫтарыбыҙға оло рәхмәт! Республикабыҙҙа донъя күргән берҙән-бер ҡатын-ҡыҙҙар журналын шулай бергәләп ҡурсалайыҡ, үҫтерәйек, киләһе быуындарға алып барып еткерәйек, ҡәрҙәштәр!
«Башҡортостан ҡыҙы»на 2023 йылдың тәүге яртыһына яҙылыусылар араһында бүләк отошонда ҡатнашырға ике йөҙгә яҡын кеше теләк белдерҙе. Квитанцияларҙы лототронда уйнатыу һөҙөмтәһендә бүләктәр түбәндәге журнал уҡыусыларыбыҙға насип булды:

*мультибешергесте Ауырғазы районы Болотин ауылынан М. Иҙекәев отто;

*быу менән үтекләгес Әбйәлил районы Ишҡол ауылынан Фирҙәүес Әсәҙуллинаға юллана;

*саң һурҙыртҡысҡа Белорет ҡалаһынан Гөлзәйнәп Ғибәҙәтуллина эйә булды;

*фен Хәйбулла районы Аҡъяр ауылынан Альбина Кәримова өлөшөнә төштө;

*электр сәйнүге Әбйәлил районы Гусев ауы­лынан Йәүрә Ғәтиәтуллинаның табынын йәмләр;

*«Балҡыһын күңел ҡояшы» китабын (авторы – Гөлназ Ҡотоева) ҡулға алыу бәхете Әбйәлил районы Ишҡол ауылынан Зилә Ҡаһарманова һәм Өфө ҡалаһынан Гөлнур Яҡуповаға тейҙе.

 

Хөрмәтле дуҫтар, 2023 йыл һәр ғаилә өсөн именлек һәм бәрәкәт йылы булһын, ҡайғы-хәсрәт йорттарыбыҙҙы урап үтһен. Берҙәмлектә көс икәнен онотмайыҡ!

Автор:
Читайте нас: