-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
11 Декабрь 2022, 20:37

«Минең Рәми» төбәк-ара шиғриәт конкурсының финалы

14 декабрҙә, республика Башҡорт теле көнөн билдәләгәндә, «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Минең Рәми» төбәк-ара шиғриәт конкурсының Гала-концерты үтә.

«Минең Рәми» төбәк-ара шиғриәт конкурсының финалы
«Минең Рәми» төбәк-ара шиғриәт конкурсының финалы

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Минең Рәми» төбәк-ара шиғриәт конкурсы Башҡортостан Республикаһы Башлығының 2020 йылдың 17 ғинуарындағы УГ-15-се «Рәми Йәғәфәр улы Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуҙы байрам итеү тураһында»ғы Указына ярашлы уҙғарыла.

Бәйге 12 февраль, шағирҙың тыуған көнөндә башланды. Конкурс өс этапта үткәрелә. Беренсе этапта социаль селтәрҙәрҙә Рәми Ғариповтың шиғырҙарын уҡыусылар профессиональ һәм һәүәҫкәр видеороликтар ебәрҙе. Шуныһы мөһим: конкурс эштәре башҡорт һәм рус телдәрендә ҡабул ителде. Бөтәһе 800-ҙән ашыу эш килде, эштәрҙең һәр береһен жюри ағзалары ҡараны. Конкурста иң өлкән ҡатнашыусы Кушнаренко районынан Сәхәпова Нәзирәгә - 72, иң йәш ҡатнашыусы Өфө ҡалаһынан Ҡаранай Миңлеғоловҡа 6 йәш ине. Жюри билдәләүе буйынса конкурстың икенсе, телевизион этабына 30 ҡатнашыусы үтте. Уларҙың эштәре 26 августан 25 сентябргә тиклем Башҡортостан юлдаш телевидениеһы аша күрһәтелде, телеканалдың сайтында тамашасылар оҡшаған ҡатнашыусы өсөн тауыш бирә алды. Тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса конкурс финалына 18 ҡатнашыусы үтте.

Бәйгенең финалы 14 декабрҙә киске сәғәт 18:00-ла “Башҡортостан” дәүләт концерт залында уҙа. Инеү - бушлай. Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығының гранты (Башҡортостан Республикаһының граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды) иҫәбенә тормошҡа ашырыла. Сараны 14 декабрь 23.00 сәғәттә һәм 18 декабрь 17.00 сәғәттә БСТ каналында ҡарарға була.

“Минең Рәми”, тип төбәк-ара шиғриәт конкурсының исемен уҡығанда ғына ла, күңел тулыша. Күңел йылы, рәхәт хистәрҙә тирбәлә. Ни өсөн? Сөнки туған телебеҙ, башҡорт телен яҡлауҙа, һаҡлауҙа, һәм уны ҡурсалауҙа ҙур роль уйнаған, уның өсөн йәнен дә фиҙа ҡылырға риза булған, уның киләсәге өсөн кҡрәшкән шағирыбыҙ Рәми Ғариповтың яҡты иҫтәлегенә бағышлана был конкурс. Рәми Ғарипов ысын мәғәнәһендә халыҡ шағире. Уға дан-шөһрәт һуңлап ғына килә, йәл әлбиттә. Әммә ошо һуңлап килгән дан-шөһрәт уға халыҡ тарафынан килгәнгә күрә лә бөйөк һәм уның бөйөклөгө мәңгелек!” – тип һөйләп үтте атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Наилә Сәфәрғолова.

Конкурсты ойоштороусылар - Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы, Мәҙәниәт министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы, Дәүләт унитар телерадиотапшырыуҙар предприятиеһы.

 

Автор:
Читайте нас: