+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
31 Август 2022, 10:40

«Ашҡаҙар» радиоһы яңы сезонды «Урал батыр» эпосын уҡыуҙан башлай

Көҙҙөң тәүге көнөндә «Ашҡаҙар» радиоһы эфиры башҡорт халҡының иң ҡиммәтле ҡомартҡыларының береһе «Урал батыр» эпосын уҡыу менән асыла. Бөйөк әҫәр көн һайын иртәнге һәм киске сәғәт алтыла яңғырай. Уны Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, билдәле актер Хөрмәтулла Үтәшев уҡый.  «Киләһе йылдарҙың береһе Башҡортостанда  “Урал батыр” эпосы йылы тип иғлан ителер тип өмөтләнәбеҙ. Был аҙым билдәле сәнғәт әҫәрен яңы бейеклекккә күтәрер ине», - ти «Ашҡаҙар» радиоһы баш мөхәррире Гәүһәр Батталова.

«Ашҡаҙар» радиоһы яңы сезонды «Урал батыр» эпосын уҡыуҙан башлай
«Ашҡаҙар» радиоһы яңы сезонды «Урал батыр» эпосын уҡыуҙан башлай

«Заман башҡа – заң башҡа», тиҙәр. Шуға ла «Ашҡаҙар» радоһы хеҙмәткәрҙәре һәр ваҡыт яңы формалар, яңы темалар эҙләү өҫтөндә әүҙем эшләй. Тыңлаусылар яратып тыңлаған «Беҙҙең донъя» тапшырыуы тура эфирҙа эшләүен дауам итә. Хәҙер уны видеоформатта социаль селтәрҙәрҙә лә ҡарарға мөмкин. Был сара радионың даирәһен киңәйтеү йүнәлешендәге аҙымдарҙың береһе.

«Ашҡаҙар» радиоһы «Самрау» мәҙәни мираҫты һаҡлау фонды,  Республика халыҡ ижады үҙәге менән берлектә «Ашҡаҙар моңдары» башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусы үҙешмәкәр йырсыларҙың I Республика бәйгеһен ойошторҙо. Башҡортостан Башлығының Гранттар Фонды конкурсында еңгән был сара республиканың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү Фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла. Финалға үткән йырсыларҙың һәр береһе тураһында «Ашҡаҙар моңдаштары» исемле тапшырыуҙар циклы эфирға әҙерләнә. 21 башҡарыусы Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында 29 октябрҙә үтәсәк йомғаҡлау тамашаһында «тере тауыш» менән сығыш яһаясаҡ. Халыҡ йырҙарын халыҡ йырсылары аша халыҡҡа еткереү эше дауам итә.

«Иң шәп кәсеп!» исемле тапшырыу ҙа үҙ тыңлаусыһын табыр тип ышанабыҙ. «Ашҡаҙар» радиоһы программалар араһы өсөн дә яңы заставкалар әҙерләй. Уныһы әлегә сер булып торһон.

Йырлы - моңло «Ашҡаҙар» радиоһы яңы сезонда ла үҙ тауышына тоғро ҡала. Киләсәктә лә мәңгелек моңдар, заманса йырҙар эфир тулҡындарын биҙәйәсәк.

Автор:
Читайте нас: