+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
4 Август 2022, 14:36

Ырымбурҙар, осрашайыҡ!

6 августа 11.00 – 17.00 сәғәттәрҙә Ырымбур өлкәһе Новосергеевск районы Мерәҫ ауылында “Тыуған яҡ шишмәләре” Ырымбур өлкәһе башҡортары мәҙәниәте фестивале үтә. Был байрамда Ырымбур өлкәһенең Новосергеевский, Переволоцкий, Александровский, Красногвардейский райондарыфольклор коллективтары ярҙамында башҡорт ҡатынының тыуғандан алып ғүмер ахыранаса оҙата килгән йолалар күрһәтеләсәк. “Дала сәсәндәре” көсө менән“Тыуған илем – туған телем” шиғриәт бәйгеһе гөрләйәсәк. Шулай уҡ “Тыуған төйәк легендалары”балалар һүрәттәре бәйгеһенә йомғаҡ яһаласаҡ.

Ырымбурҙар, осрашайыҡ!
Ырымбурҙар, осрашайыҡ!

Сара аҙағында концерт ҡуйыласаҡ. Уҡтан атыу, ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнау, башҡорт милли ризыҡтарын әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә ҡыҙыҡлы булмаҡсы. Был фестиваль өсөнсө тапҡыр үтә. Проекттың авторы һәм етәксеһе – “Сәсән” ижади берекмәһе директоры Әлфиә Миңлеғәлләм ҡыҙы Агеева. “Башҡортостан ҡыҙы” был сарала ойоштороусоларҙың береһе булараҡ сығыш яһай.

Гөлназ ҠОТОЕВА.

#годсохранения #культура #наследие #башкиры

#малаяродина #Родники #тук #соран

#сесен #москва

Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: