-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
16 Июнь 2022, 10:49

«Башҡортостан ҡыҙы»ның июнь (2022) һанына күҙәтеү

«Башҡортостан ҡыҙы»ның июнь һаны йортоғоҙға йәм, күңелегеҙгә йәй йылылығы, матур кәйеф, ҡояш наҙы, йәшәү ҡөҙрәте бүләк итһен!

«Башҡортостан ҡыҙы»ның июнь (2022) һанына күҙәтеү
«Башҡортостан ҡыҙы»ның июнь (2022) һанына күҙәтеү

 Күптән түгел «Башҡортостан ҡыҙы» Мәскәү милләттәр йортоноң матур залында илебеҙҙең баш ҡалаһында төпләнгән яҡташтарыбыҙҙы йәнле осрашыуға йыйҙы. Мәскәү башҡорттары «Башҡортостан ҡыҙы»н алдыра һәм яратып уҡый. Кисәлә улар ошо хаҡта әйтте һәм редакциябыҙҙың пландары, тормошҡа ашырыла килгән проекттары хаҡында ҡыҙыҡһынып тыңланы, шиғриәт моңдарында тирбәлде. Журналыбыҙҙың баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоеваның «Мәскәү башҡорттарында ҡунаҡта» репортажы – ошо мауыҡтырғыс һәм күркәм сара хаҡында.

Мәскәү менән бәйле тағы бер һөйөнөслө лә, мәртәбәле лә ваҡиға тураһында әйтмәй ҡалыу мөмкин түгел. Мәскәүҙә «Сифатлы пресса һәм уның үҫеш перспективалары» тигән медиафорумда журналыбыҙҙың баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева «Матбуғаттың алтын фонды» конкурсында еңеү яуланы һәм  «Йылдың баш мөхәррире»  махсус дипломы менән бүләкләнде. «Был еңеү – тотош редакциябыҙҙың, журналыбыҙҙың ҡаҙанышы һәм ул уңышта һинең дә өлөшөң бар, уҡыусым!» – ти Гөлназ Мират ҡыҙы, журналыбыҙға тоғроларға рәхмәтен белдереп.

Журналыбыҙҙың июнь һаны тышлығын республикабыҙҙағы тағы бер арҙаҡлы гүзәл зат биҙәй. Ул –  Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Лилиә Сәлимйән ҡыҙы Шәйхетдинова (Ситдиҡова). Урындағы үҙидара системаһында иң бәләкәй баҫҡыстан юғарыға үрләгән етәксе ул. Районды, уның кешеләрен биш бармағы кеүек белә. Алдынғы ҡарашлы, көслө, фиҙакәр йәнле шәхестең тынғыһыҙ эшмәкәрлеге, тормошо, уй-маҡсаттары Гөлназ Ҡотоеваның «Донъя тотҡаһы» тигән очергында бәйән ителә.

Дин тарихынан билдәле булыуынса, Ибраһим пәйғәмбәр улын ҡорбан итергә теләгәндә, Аллаһ Тәғәлә уға һарыҡ бирә. Шулай итеп, ислам диненең был сөннәт йолаһы Ибраһим пәйғәмбәр заманынан килә. Ҡорбан – ул Аллаһҡа яҡынайыу юлы. Хәленән килгән һәр мосолман ҡорбан сала. Ҡорбан салыуҙың тәртибе һәм нескәлектәре менән даими авторобыҙ Фәнирә Ғайсина  таныштыра. Диндәштәребеҙ өсөн был яҙма ла файҙа килтерер, йән шифаһы бирер.

Сибай ҡалаһынан сәйәхәт һөйөүсе Альбина Ишморатова «Тулҡындарын һуғып ҡаяларға...» тигән яҙмаһында Күгәрсен районы үҙәге Мораҡтан 70 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан, халыҡ телендә «тау әкиәте», «өс ҡала диңгеҙе» тип нарыҡланған Нөгөш һыу һаҡлағысына сәйәхәт тәьҫораттары менән бүлешә, тыуған яғыбыҙҙың хозур гүзәллеген йәнле тел менән күҙ алдына баҫтыра.

«Закондар ҙа, тере йән кеүек, даими үҙгәрә, үҫешә, камиллаша. Улар ҡалыплашып ҡатып ҡалырға түгел, ваҡыт менән бергә атларға, уның һулышын сағылдырырға тейеш», – тип башлай һүҙен билдәле хоҡуҡ белгесе, Рәсәй Юристар ассоциацияһы ағзаһы, Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе урынбаҫары Надежда Крылова. Альмира Кирәеваның Надежда Николаевна менән ҡорған «Һәр балаға – әсәй наҙы, атай һөйөүе» тип исемләнгән әңгәмәһе бөгөнгө замандың ҡырҡыу проблемаларын күтәрә, Төп закондағы яңылыҡтар менән таныштыра. Ғаилә хоҡуҡиәте буйынса махсуслашҡан адвокат, берәй заман ғаилә бәхәстәре судта түгел, ә өйҙә, түңәрәк өҫтәл артында хәл ителер көн етер, тип өмөтләнә. Билдәле шәхес күңелендә айырыуса ныҡ тәьҫир ҡалдырған бер үкенесле ваҡиға менән дә бүлешә.

Ауыл ерендә ең һыҙғанып оҙаҡ йылдар эшләгән, үҙҙәре кеүек тырыш балалар тәрбиәләп үҫтергән, тормош иптәше менән бер тулҡында ҡулға-ҡул тотоношоп донъя көткән ябай кешеләр – журналыбыҙҙың һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә. Олоғайғас та дәүер менән йәнәш атлаған, йәш быуынға иманлы йәшәү рәүеше өлгөһө булған ағинәй Рәдифә Фәтҡлислам ҡыҙы Юлдашбаеваның күп ҡырлы яҙмышы Альбина Ғөбәйҙуллинаның «Бер һүҙҙән булайыҡ!» мәҡәләһендә һүрәтләнә.

Әҙәбиәт һөйөүселәр танылған шағирә, прозаик, драматург һәм журналист Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның бөгөнгө көндөң ҡатмарлы мәсьәләләрен сағылдырған тетрәндергес сюжетлы  «Ҡарғыш»  хикәйәһе күптәрҙең күңеленә үтеп инер, уйланырға мәжбүр итер...

БР Яҙыусылар союзының шиғриәт секцияһында «Башҡортостан ҡыҙы»ның баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева йәш ижадсыларҙың ҡулъяҙмаларын тикшереүҙә ҡатнашҡайны, киләсәккә өмөт уятҡан талантлы һылыуҙарҙың шиғри шәлкеме журналдың июнь һанында урын алды.

«Сихәт» рубрикаһы аҫтында бирелгән «Беләк көсөн, йөрәк ҡөҙрәтен алды...» тигән яҙмала юғары категориялы психотерапевт Резеда Нагаева ковидтан һуңғы синдром тип аталған торош – даими хәлһеҙлек билдәләре, сәбәптәре, унан нисек ҡотолоу юлдары хаҡында тәфсирләп аңлата.

Башҡортостандағы иң ҙур полилингваль белем усаҡтарының береһе һаналған Стәрлетамаҡтағы 23-сө күп профилле яңы башҡорт мәктәбенең директор урынбаҫары, абруйлы уҡытыусы, Ҡарамышевтар нәҫелен лайыҡлы дауам итеүсе Гөлнар Рим ҡыҙы Ғималованың яңы эҙләнеүҙәр менән янған тынғыһыҙ эшмәкәрлеге һәм тормошо тураһында Айзилә Мортаеваның «Данлы нәҫел вариҫы» яҙмаһында уҡырһығыҙ.

Ябай булмаған осорҙа йәшәйбеҙ. Әҙәм балаһының матди, йәғни донъяуи ҙа, менталь, үҙебеҙсә әйтһәк, күңел бурыстары ла йыйылып китеүе ихтимал, баҡһаң. Боронғо әйтемдәр ҙә ошо хаҡта бәйән итә: «Ала ҡарҙа аласағың булһын, бирәсәгең булмаһын», «Алғанда – бисмилла, биргәндә – әстәғәфирулла!», «Бурыс биреп, дошманың күбәйтмә»... Тәжрибәле психолог, «Шәхес үҫеше» мәктәбе етәксеһе Айгөл Әбелхәйерова йән бурыстарының тормошто нисек ҡатмарлаштырыуы тураһында һөйләй һәм унан ҡотолоу серҙәрен аса.  

Гөлсибәр Шәкированың «Һәр йәштең үҙ бейеклеге...» исемле баш аҫтында бирелгән бәләкәстәрҙең тормошонан алынған ҡыҙыҡлы ваҡиғалар бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ, тип ышанабыҙ.

Һәр кемдең бала саҡтан йөрәгенә эйәләп ҡалған, әммә тормошҡа ашмаған хыялы барҙыр. Һис ҡайғырырға ярамай – уға тотонорға бер ҡасан да һуң түгел. Баймаҡ районындағы Урғаҙа ауылы биләмәһе хужалығының төрлө тармағында эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың, бала саҡ теләген бойомға ашырып, бейеү түңәрәгендә яратып шөғөлләнеүе быға асыҡ миҫал. «Башҡортостан ҡыҙы» журналын да яҙырып уҡый улар. Ошо дәртле ханымдар тураһында Гөлнур Ишбулатованың «Балалыҡ хыялына эйәреп...» мәҡәләһендә танышырһығыҙ.

Шул уҡ авторҙың Башҡортостан юлдаш телевидениеһында «Бәхетнамә» тапшырыуының мөләйем алып барыусыһы, тура эфирҙа үҙ эшенең оҫтаһы, социаль селтәрҙә лә аҡса эшләү ысулдарын белгән сая һылыуҡай Гөлнара Муллаҡаева хаҡындағы «Бәхет төшөнсәһе киң...» тигән мәҡәләһе лә журнал уҡыусыларҙың күңеленә хуш килер.

«Йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра, ти халыҡ мәҡәле.  Гөлшат Ҡунафинаның «Мул уңыш алайыҡ!» яҙмаһында баҡсасылыҡтағы яңы алымдар, мул уңыш алыуға дәртләндерер файҙалы кәңәштәр урын алған.

«Тәмлекәс» рубрикаһын алып барыусы Гөлшат Ҡунафина Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы Салауат Мөхәмәтйәровтың татыу вә тырыш ғаиләһендә ҡунаҡта булып, йәштәрҙең йәмле табынын һүрәтләй һәм татлы һый рецептарын уҡыусыларыбыҙға тәҡдим итә.

Уҡыусыларыбыҙҙың ижади эштәре лә журнал биттәрендә урын ала бара. Июнь һанын Баймаҡ районы Семеновск ауылынан оҫта ҡуллы, бар яҡлап та һәләтле Фәннүр Хәтмулла ҡыҙы Ирмәкованың  тыуған яҡ тәбиғәтенә сикһеҙ һөйөү менән һуғарылған сағыу картиналары биҙәй. 

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас: