+11 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
13 Май 2022, 15:31

«Башҡортостан ҡыҙы»ның май (2022) һанына күҙәтеү

Бар тәбиғәт һоҡланғыс буяуҙарға, зөмрәт йәшеллеккә күмелгән йәмле яҙҙа  журналыбыҙҙың май  һаны  күңелегеҙгә яҙ сафлығы, йөрәгегеҙгә йәшәү көсө, йәнегеҙгә йылылыҡ ипкене бөркһөн, ҡәҙерле дуҫтар!

«Башҡортостан ҡыҙы»ның май (2022) һанына күҙәтеү
«Башҡортостан ҡыҙы»ның май (2022) һанына күҙәтеү

«Хәҡиҡәт  – ҡояш кеүек. Уға тартылалар. Уны эҙләйҙәр һәм уны табалар.»  Изгелек менән  яуызлыҡтың мәңгелек көрәше хаҡында булыр  баш мөхәррир Гөлназ Ҡотоеваның  «Хаҡ  һәм нахаҡ»  исемле яҙмаһы.

Хәйбулла районының Вәзәм ауылында «Айыҡ ҡатын» проекты сиктәрендә үткән  түңәрәк өҫтәлдә  ниндәй мөһим проблемалар күтәрелде икән? Был хаҡта  Гөлназ Ҡотоеваның «Вәзәмдәр – үҙҙәре бер әҙәмдәр» мәҡәләһендә ентекләп танышырһығыҙ.

Журналыбыҙҙың тышлығын  Сибай ҡыҙы Аида Рафиҡова биҙәй. Уңған йәш етәксе менән  Гөлдәр Ҡадаеваның «Ижадкәрлек – уның ҡанаты» исемле очеркында таныша алаһығыҙ.

Дин белгесе Фәнирә Ғайсина  «Аллаһ  бәрәкәте» рубрикаһында Пәйғәмбәрҙе маҡтау сауабы тураһында  бәйән итә.

Тыуған йәнтөйәгебеҙ буйлап сәйәхәт итеүҙе дауам итәбеҙ, дуҫтар. Был юлы тәжрибәле сәйәхәтсе Альбина Ишморатова һеҙҙе Мораҙым тарлауығының гүзәллеген күрергә Күгәрсен районына  әйҙәр. 

«Дуҫлыҡ, дуҫлыҡ – ғүмер биргән дуҫлыҡ, ғүмерҙәрҙән артып ҡалһа икән»,  – тип башҡарыла йырҙа ла. Шундай изге, ғәжәйеп тоғро дуҫлыҡ хаҡында Земфира Сәхипова «Ғүмерлек дуҫлыҡ» исемле мәҡәләһендә һүрәтләй.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова илһамланып ижад итеүҙән туҡтамай. Шағирәнең  «Яҙҙар тағы илһам алып килде» тип исемләнгән  өр-яңы ижади күстәнәсе күңелегеҙгә хуш килер, тип ышанабыҙ.

Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты  Ринат Камал үҙ әҫәрҙәрендә заманыбыҙҙың ҡырҡыу проблемаларын күтәрә.  Уның «Эт күңеле» исемле хикәйәһе лә – кеше күңеленең бөгөнгө хәл ваҡиғалар менән ҡыҫырыҡланып, ҡырыҫланыуы хаҡында.

«Һорағыҙ яуап бирәбеҙ» рубрикаһында  Рәсәй Социаль страховкалау фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе етәксеһе Марат Латипов шифаханаларға нисек юллама алыу хаҡында аңлатма бирә.

Мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн республика реабилитация үҙәгенең табип-неврологтары – әсәле-ҡыҙлы Гүзәл Ҡадирова менән Эльвира Байкова – һөнәрҙәренә баш баҫып хеҙмәт иткән һәм изгелек өләшкән аҫыл йәндәр. Гүзәл Радик ҡыҙының үркәсле-үркәсле тормош юлы хаҡында Альбина Ғөбәйҙуллинаның «Шәфҡәтлеләр йыһаны» мәҡәләһенән уҡып белерһегеҙ.

2022 йылдың май айынан 8–17 йәшлек балалар үҫтереүсе ғаиләләргә яңы пособие тәғәйенләнде. «Яңы түләүҙәр»ҙең  нескәлектәре тураһында Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе етәксеһе Фоат Хантимеров һөйләй.

Яҙмышында ниндәй генә тетрәнеүҙәр кисерһә лә, күңеле лә, донъяһы ла ҡояштай балҡыған Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Йәмилә Ҡотоева хаҡында булыр  Айзилә Мортаеваның «Йырға тиң тормош» мәҡәләһе.

«Сихәт» рубрикаһында «Медицина полисы мөмкинлектәрен» Башҡортостан Республикаһы  Мотлаҡ медицина страховкалау төбәк фондының бүлек етәксеһе урынбаҫары Светлана Минһажева асыҡлай.

Ҡыяр үләне – барого тураһында ишеткәнегеҙ бармы? Макро һәм микро элементтарға, А,С витаминдарына бай был үҙенсәлекле үҫемлек  хаҡында Гөлшат Ҡунафинаның «Файҙалы ҡыяр үләне» яҙмаһынан уҡып белерһегеҙ.

«Башҡортостан ҡыҙы» журналы редакцияһы «Бәйләнештә» селтәрендәге «Башҡорт ҡатын-ҡыҙы» төркөмө менән берлектә  «Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә» бәйгеһен ойошторҙо. Бәйге еңеүсеһе Учалы ҡыҙы Альбина Ғәлиева менән Гөлшат Ҡунафина «Ҡыҙыл башлы һөлгө сиктем, нағыштары – Һомайғош ...» исемле мәҡәләһендә танышырһығыҙ. 

Балтырғандан, кесерткәндән аш, ирәүәндән бәлеш, йыуанан бөйөрөк, ҡуҙғалаҡтан турама... «Яҙғы үләндән тәғәм» де һеҙгә «Тәмлекәс» рубрикаһында Гөлшат Ҡунафина тәмләтер.

Күренекле ҡылҡәләм оҫталары, апалы-һеңлеле  Айгөл һәм Әлиә Байрамғоловалар менән  Гөлнур Ишбулатова йәнле әңгәмә тәҡдим итә.

Стәрлетамаҡ районы Күсәрбай  ауылында йәшәүсе Флүрә Аҡсулпанова күҙ яуын алырлыҡ балаҫтар һуға. Аҫыл  балаҫ һуғыу оҫтаһы менән танышҡығыҙ килһә, «Ауыл ҡото – инәйҙәр» яҙмаһын уҡырға ашҡынығыҙ!

Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас: