+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
25 Апрель 2022, 10:46

«Башҡортостан ҡыҙы»ның апрель (2022) һанына күҙәтеү

Көләс яҙ ҡояшы нурҙары менән бергә өйөгөҙгә ингән журналыбыҙҙың апрель һаны йәнегеҙгә йылылыҡ, йөрәгегеҙгә ғәм өҫтәр, ҡәҙерле дуҫтар.

«Башҡортостан ҡыҙы»ның апрель (2022) һанына күҙәтеү
«Башҡортостан ҡыҙы»ның апрель (2022) һанына күҙәтеү

«Беҙ – бергә!» – Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы ойошторолоуға 35 йыл уңайынан Ишембай ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте үҙҙәре башҡарған эштәргә йомғаҡ яһау маҡсатында үткәргән сара шулай тип аталды. Гөлназ Ҡотоева ошо күркәм йыйын хаҡында йөкмәткеле фотоһүрәтләмә тәҡдим итә.

«Бәхеттең әсәйҙә, ғаилә тыныслығында икәнен, уға сабыр ғына барырға кәрәклеген дә ул бик иртә төшөнә. Шуға ла уны күҙ ҡараһылай һаҡлай, һайлаған юлына, йәренә тоғро ҡала», – тип яҙа Гөлназ Ҡотоева «Ҙур бәхеткә юл» тигән очергында. Унда Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры актрисаһы, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Нурзиә Әбдрәшитованың бәхеттең сағыу нурҙарына мансылған тормош юлын һәм бай ижади эшмәкәрлеген бәйән итә. Нурзиә Әхмәт ҡыҙының фотоһүрәте журналыбыҙҙың апрель һанын биҙәүен дә билдәләп китәбеҙ.

«Әҙәм балаһының ҡотон ҡасырыр йәки, киреһенсә, үҫешкә этәрер хис ул – ҡурҡыу», – ти «Шәхес үҫеше» мәктәбе етәксеһе, психолог Айгөл Әбелхәйерова. Маҡсатҡа алып барған юлыңды ошо хис ҡоршап ҡуймаһын өсөн ни эшләргә? Был турала уның «Тышау һалма йөрәгеңә!» тигән яҙмаһында уҡырһығыҙ.

Сибай ҡалаһында йәшәүсе уҡыусыбыҙ Альбина Ишморатова «Тауҙар хозурлығы арбай» тигән яҙмаһында үҙенең сәйәхәт тәьҫораттары менән бүлешеп,  тыуған яғыбыҙҙың әкиәти гүзәллеген һүрәтләй.

«Башҡортостан ҡыҙы» журналының тәүге рәссамы Роза Барый ҡыҙы Зиннәтшинаның тормош юлына байҡау яһағанда, уның яҙмышы халҡыбыҙҙың үткәненән бер нисек тә айырылмауын күрәбеҙ, Сөнки ул, халҡым, илем, тип йәшәгән, йәш быуынды тәрбиәләүгә күп көс һалған», – был юлдар Гөлназ Ҡотоеваның «Үҙебеҙҙең Роза апай» тигән мауыҡтырғыс мәҡәләһенән. Журналда шулай уҡ Роза апайҙың «Тәүге мөхәббәтем» тигән хикәйәһе лә урынлашҡан.

«Игеҙәктәр» тип исемләнгән яҙма – Йылайыр районы Иҫке Яҡуп ауылында тыуып үҫкән күркәм замандаштарыбыҙ Хәлит менән Хәмит Исҡужиндар хаҡында. Һәр ҡайһыһы үҙ тормошон үҙенә башҡа һәм уңышлы ҡорған игеҙәктәр хаҡында Рәсүл Байгилдин бәйән итә.

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш гастроэнтерологы Эльмира Ҡаһарманова хеликобактер пилори бактерияһының һәр икенсе кешелә булыуы һәм уның ниндәй ҡурҡыныс тыуҙырыуы хаҡында һөйләй. «Мәкерле хеликобактер» тигән яҙманы Альмира Кирәева әҙерләгән.

Сәсмә әҫәр һөйөүселәр күңеленә оҫта хикәйәсе Нажиә Игеҙйәнованың «Ҡушаматлы килен» тигән әҫәре хуш килер. Күренекле әҙибә Гүзәл Ситдиҡова журнал уҡыусыларыбыҙға классик яҙыусыларҙың әҫәрҙәренән тәржемәләр тәҡдим итә. Яратып уҡыған шиғырҙарыбыҙ башҡорт телендә лә күңел ҡылдарына ҡағыла, хистәрҙе ҡуҙғыта.

Ғүмерен балалар дауалауға арнаған Ләлә Миңнулла ҡыҙы һәм билдәле невролог Ришат Сөләймән улы Күзбәковтарҙың өс улы ла ата-әсә юлынан китеп, табип һөнәрен һайлаған. «Был тоғролоҡ профессияла ғына түгел, ә ғаиләлә, бер-береңә мәрхәмәтле мөнәсәбәттә лә сағыла», – тип яҙа улар тураһында Альбина Ғөбәйҙуллина «Изгелеккә тоғролоҡ» тигән мәҡәләһендә. Фиҙәкәр табиптар ғаиләһе хаҡында яҙма, күңелдәрҙә изгелеккә, яҡтылыҡҡа ышанысты нығыта. Баҫманың иң аҙаҡҡы битендә уларҙың клиникаһы тураһында мәғлүмәт тә урын алған.

Арҙаҡлы яҙыусы һәм драматург – 50 пьеса, биш роман, 20 повесть, 70 хикәйә авторы Наил Ғәйетбаев ғаиләлә бәхетле йәшәү, балаларға тәрбиә биреү серен белә һәм үлемдән һуң да йәшәү барлығына ышана. Тынылған әҙип менән «Яҙыусының күңел йорто» тигән ҡыҙыҡлы әңгәмәне Гөлнур Ишбулатова ҡорған.

Иғтибар иткәнегеҙ бармы: бер-береһен яратып, хөрмәт итеп ғүмер кисергән парҙарҙан ағылған тылсымлы нур башҡаларҙы ла бәхеткә көйләй. Вәлиә һәм Ринат Утарбаевтар – ана шундай ғаиләләрҙең береһе. Улар менән «Ғаиләлә – милли асыл» тип аталған яҙмаһында Айзилә Мортаева таныштыра.

«Баҡса сәскән кешенең күңелендә киләсәккә өмөт йәшәй. Яҙғы сәсеү – бер генә ваҡыт», – Гөлшат Ҡунафина «Еңдәрҙе һыҙғандыҡ!» тигән мәҡәләлә шулай тип билдәләй. Уңған баҡсасылар өсөн журналыбыҙҙың был һанындағы кәңәштәр бик файҙалы булыр, тип ышанабыҙ.

Шаһ-былау ашағанығыҙ бармы икән? Булмаһа, бешереп ҡарағыҙ әле. Уны әҙерләү оҫталығы менән Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры артистары Зилиә һәм Айнур Ситдиҡовтар уртаҡлаша. Гөлшат Ҡунафина «Шаһтар ризығы» тигән яҙмала шул турала бәйнә-бәйнә журнал уҡыусыларға еткерә.

Матурлыҡҡа ғашиҡ йәндәр Гөлнур Ишбулатованың «Ябайлыҡта – мөғжизә» тигән баш аҫтындағы һүрәтләмәһен уҡып, илаһи хистәргә сорналыр. Автор мәҡәләлә Өфө ҡыҙы, рәссам Гөлназ Ғиләжетдинованың илһамлы, киң яҡлы ижадына байҡау яһай.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: