+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
5 Апрель 2022, 14:54

Был фильмды күрмәй ҡалмағыҙ!

Бөгөн, 5 апрелдә, киске сәғәт етелә БСТ телеканалында .”Башкортостан. Хроники. COVID. Новые вызовы” документаль фильмы премьераһы буласаҡ.

Был фильмды күрмәй ҡалмағыҙ!
Был фильмды күрмәй ҡалмағыҙ!

Йыл ярым элек, пандемияның икенсе тулҡыны аҙағында, алда беҙҙе ҙур һынауҙар көтөүен яҡшы аңлай инек. Тормошобоҙҙоң “коронавирус” тигән осоро аҙағына тиклем әле алыҫ икәнлеген дә аңлай инек. Был инфекция, тормошобоҙға килеп инеп, үҙ ҡағиҙәләрен билдәләне. Яңы шарттар бөтә өлкәләрҙе – бизнестан алып мәғариф һәм мәҙәниәткә тиклемге тармаҡтарҙы үҙгәртте һәм үҙгәртә. Ләкин беҙ көслөбөҙ, беҙ бергәбеҙ. Беҙ һынауҙы лайыҡлы үттек һәм, бер нимәгә ҡарамаҫтан, алға барабыҙ, үҫеш юлындабыҙ. Беҙ теләһә ниндәй яңы һынауҙарға әҙербеҙ.
Телеканалдың матбуғат хеҙмәте был фильмдың ковидҡа ҡаршы көрәш хаҡында икенсе фильм булыуын билдәләй: “Тәүгеһе 2020 йылдың октябрендә сыҡҡайны. Өсөнсө йылғы фильм кеүек үк, яңы фильмды бергәләп йыйҙыҡ, уның нигеҙендә – республика телекомпанияһы кадрҙары. Был фильм – беҙҙең хаҡта һәм беҙҙең өсөн”.
Хәтерегеҙгә төшөрөп китәбеҙ: тәүге фильм “Башкортостан. Хроники. COVID” тип атала ине һәм ул йәмәғәтселек араһында ҙур резонанс тыуҙырҙы.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: