+24 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
18 Март 2022, 14:19

«Башҡортостан ҡыҙы» журналының март (2022) һанына күҙәтеү

Журналдың тышлығын  Мәләүез күп йүнәлешле һөнәри колледжы директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Рита Мәҙәрик ҡыҙы Сәмиғуллина (Хәлитова) биҙәй. Үҙ эшенең оҫтаһы,  егәрле, мөләйем ханым менән «Һөнәрле ҡулда бәрәкәт бар» мәҡәләһе аша Гөлназ Ҡотоева таныштыра.

«Башҡортостан ҡыҙы» журналының март (2022) һанына күҙәтеү
«Башҡортостан ҡыҙы» журналының март (2022) һанына күҙәтеү

«Хәтер яҡтыһы» рубрикаһында Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы, күренекле башҡорт шағирәһе Фәүзиә Юлдашбаеваның тыуыуына 75 йыл тулыу айҡанлы мәғлүмәт бирелгән.

«Никахтар күктә ярала, тигәндә һәр парҙың табышып ҡауышыуында Хоҙайҙың ҡатнашлығы барлығына ишара яһала. Никах сәғәте һуҡһа, берәү ҙә унан ҡасып ҡотола алмай. Шул уҡ ваҡытта парлы, бәхетле йәшәргә, матур итеп ғаилә ҡороп, балалар тәрбиәләргә сәбәп ҡылырға, ниәт итергә лә кәрәк. Һәр ғәмәлдең башында изге ниәт, маҡсат ҡуйылһа, ул хәйерле юлға сығара». Был юлдар – Гөлназ Ҡотоеваның «Баш мөхәррир һүҙе»нән.

«Аллаһ бәрәкәте» рубрикаһында Фәнирә Ғайсина Шәғбан айы хаҡында яҙа. «Шәғбан пәйғәмбәребеҙҙең айы булғас, уға күп тапҡыр салауаттар әйтеп, күберәк сауаптар эшләп ҡалырға ашығыу мөһим. Шулай уҡ әҙәп-әхлағыбыҙға иғтибар итеп, кәмселектәребеҙҙе, хаталарыбыҙҙы төҙәтеп, йөрәктәребеҙҙе таҙартып, күберәк изгелектәр эшләп, биш намаҙға ҡушып, нәфел намаҙҙарын уҡыһаҡ, сауаплы булырбыҙ. Былар барыһы ла яҡты донъяла уҡ Аллаһ ризалығына өлгәшеү өсөн эшләнелә. Сөнки Аллаһ Тәғәләбеҙ тәүбәләребеҙҙе был донъяла ҡабул итә. Ҡәбер ғазабынан ҡасайыҡ, тамуҡҡа утын булмайыҡ тиһәк, хәҙерҙән көн дә ныҡлап тырышыу зарур», – ти ул.

Алдағы һандарҙа башланған турист яҙмалары дауам итә. Сибай ҡалаһынан Альбина Ишморатова   Башҡортостанда ғына түгел, ә тотош Рәсәйҙә киң билдәле Ирәкташ ҡаяһына сәйәхәт тураһында бәйән итә. Тәбиғәтебеҙҙең гүзәл был мөйөшөнән ҡышын да, йәйен дә кеше өҙөлмәй.

«Ал-ял белмәйенсә, көнө-төнө тамырҙар буйлап ҡан ҡыуыусы уңған йөрәк тә шәфҡәтһеҙ ковид һөжүменә дусар булды. Эйе, беренсе сиратта тын юлдарын зарарлаусы сирҙәргә ҡараған коронавирус инфекцияһы йөрәк-ҡан тамырҙарына ла ифрат ҙур зыян һала. Вирус нисек итеп йөрәккә, ҡан тамырҙарына кире йоғонто яһай һәм ниндәй өҙлөгөүҙәргә килтерә?» Республика кардиология үҙәгенең баш табибы, медицина фәндәре кандидаты, Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш штаттан тыш кардиологы, Рәсәй Кардиология йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе рәйесе, Рәсәй Кардиология йәмғиәте идараһы ағзаһы Ирина Николаева мөһим һорауҙарға яуап бирә. Белгес менән әңгәмәне Альмира Кирәева алып бара.

Парапсихолог кем ул? Ул – ғүмерендәге күренештәрҙең һәм ваҡиғаларҙың йәшерен яҡтарын, паранормаль хәлдәрҙе өйрәнеүсе белгес. «Йөрәк дәрестәре» рубрикаһы аҫтында Гөлназ Ҡотоеваның  парапсихолог Алена Луговская хаҡындағы «Йән талабы – рухи үҫеш» мәҡәләһен барыһы ла мауығып уҡыр, моғайын.

«Әҙәби балҡыш»та заманыбыҙҙың ярһыу рухлы ижадсыһы, йәмғиәт эшмәкәре, матбуғат ветераны Таңһылыу Ҡарамышеваның шиғырҙарын, Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның «Матурҡай» хикәйәһен уҡып кинәнерһегеҙ.

«Ауыл һулышы» рубрикаһы аҫтында Мәләүез районы Хәсән ауылында донъя көткән Баныу менән Нәжип Ғибәҙуллиндарҙың иманлы ғаиләһе менән танышырһығыҙ. «Һоҡланырлыҡ яҙмыш» мәҡәләһенең авторы – Альбина Ғөбәйҙуллина.

«Аһ, был ҡатын-ҡыҙ» рубрикаһында Айзилә Мортаеваның «Гүзәлдең гүзәллеге» яҙмаһы  ижади булмышлы Белорет ҡыҙы хаҡында булыр.

Рәсүл Байгилдиндың  «Ауылым, тип йәшәй улар» мәҡәләһе – Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылынан Найлә һәм  Сәлим Иҫәндәүләтовтар тураһында.

«Ҡулыңдан һөйөн» рубрикаһында Өфөнән Вәсилә Зарипова һәр нәмәнән ҡыҙыҡ табырға әҙер балалар өсөн «күңелле башлыҡ» бәйләргә өйрәтә.

Гөлнур Ишбулатова «Йондоҙло яңылыҡтар» менән таныштыра.

«Тәмлекәс» рубрикаһында М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы Лилиә Исҡужина рецептар менән генә бүлешеп ҡалмай, матурлыҡ серҙәре менән дә уртаҡлаша.

«Рәссам оҫтаханаһы»нда Гөлнур Ишбулатова Рәсәй Рәссамдар берлеге ағзаһы, Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының дәүләт стипендиаты, Кирилл Дегтяров иҫтәлегендәге премия лауреаты Гөлшат Закированың (Имамбаева) тормош юлына, ижадына байҡау яһай.

Журналдың дүртенсе тышлығын Наилә Мортаеваның ҡул эштәре биҙәй.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: