+29 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
11 Февраль 2022, 12:21

Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы!

«Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, Кеше булһын затығыҙ!» Башҡорт халыҡ эпосы «Урал батыр»ҙың ошо юлдары Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылының девизына әйләнде.Өфөнөң «Башҡортостан» дәүләт концерт залында йылдың төп йүнәлештәре презентацияланды. Был сараның арҙаҡлы башҡорт композиторы Заһир Исмәғилевтең 105 йыллығына арналған концерт алдынан үтеүе оло әһәмиәткә эйә.

Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы!
Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы!

Киң йәмәғәтселеккә тематик йылдың дөйөм концепцияһы һәм сәнғәт төрҙәре буйынса аныҡ йүнәлештәре күрһәтелде. Музыка, һынлы сәнғәт, биҙәү-ҡулланма халыҡ ижады, хореография, кинематограф, әҙәбиәт йүнәлештәре айырым билдәләнде.
Сарала Башҡортостан Хөкүмәте премьер-минисьры урынбаҫары Азат Бадранов ҡатнашты, ул сығышында мәҙәниәттең һәм рухи мираҫтың мәңгелек ҡиммәттәр икәнлеген билдәләне.
– Мәҙәни һәм рухи мираҫ – көнүҙәклеген һәр саҡ һаҡлай торған ҡиммәттәр, беҙгә ата-бабаларыбыҙҙан күскән төп байлыҡтарҙың береһе. Был мираҫ үҙендә тотош халыҡтың тарихын, уның өсөн әһәмиәтле ваҡиғаларҙы, кешеләрҙең кәйефен һәм йолаларын, заман һулышын да һаҡлай. Кеше үткәндәргә, рухи байлыҡҡа мөрәжәғәт иткәндә генә киләсәккә табан ышаныслы атлай. Быйыл ҡуйылған маҡсаттарға бергәләп өлгәшергә яҙһын, - тине Азат Шамил улы.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова:
– Беҙҙең өсөн бөгөн бик бай һәм эстәлекле көн. Билдәле булыуынса, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2022 йылды Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы тип иғлан итте, ил Президенты В.В. Путин Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылын үткәреү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Бындай ҡарар халыҡ сәнғәтен, мәҙәниәтен популярлаштырыу, Рәсәй халыҡтарының мәҙәни традицияларын, тарихын һәм ҡомартҡыларын, этномәҙәни күптөрлөлөгөн һәм үҙенсәлеген һаҡлау маҡсатында ҡабул ителде. Һис шикһеҙ, маҡсаттар ҙур, һүҙ халҡыбыҙҙың киләсәге хаҡында бара - бөгөн ошо хаҡта фекер алышырға йыйылдыҡ, - тине Эльвира Ринат ҡыҙы.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов, сараны асып, түбәндәгене билдәләне:
“Мәҙәниәт – ул тәжрибә. Кешеләрҙең тормош юлын ҡороу тәжрибәһе. Халыҡтарҙың һәм мәҙәниәттәрҙең үҙ-ара йоғонтоһо һөҙөмтәһе. Заманында Көньяҡ Урал халҡы – юғары палеолит осоронда йәшәгән ата-бабаларыбыҙ – тотош кешелек өсөн сәнғәткә старт биргән, донъяға икенсе йүнәлештән, яңы күҙлектән баҡҡан. Уйлауымса, мәғрүр Урал үҙе үк, боронғо һәм бөйөк тауыбыҙ булараҡ, тирә-яҡ мөхитте аңлауға һәм төшөнөүгә этәргес булғандыр. Ошонда төпләнгән һәм тамырланған һәр кемдең күңелендә Урал тәрән эҙ ҡалдырыуына иманым камил һәм һәм ошо үҙенсәлек “Урал батыр” эпосында ла асыҡ сағылыш тапҡан. Башҡорт халҡының ижады, фольклор мираҫы эстәлегенең иҫ киткес бай булыуынаң төп сәбәптәре тап ошондалыр: әҫәрҙәрҙә сағылыш тапҡан һәр бер шишмәнең, тау итәгендәге таштарҙың үҙ тарихы бар. Кеше тормошоноң төп мәғәнәһе тап ошонда: тирә-яҡты йәнләндереү, тереклекте күреү, уны кешелектең бер өлөшөнә әүерелдереү.
Һәр быуын йәшәү мәғәнәһен яңыса, үҙенсә аңлай. Был бурыс беҙҙең быуынға ла йөкмәтелгән. «Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, Кеше булһын затығыҙ!» Тап ошо әйтемдә рухи байлығыбыҙҙың нигеҙен - «Башҡорт рухы» һүҙбәйләнешендә сағылған хис-тойғоларҙың ҡеүәтен эҙләргә тейешбеҙ”, - тине Юлдаш Мөхәммәт улы.
Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы сараларының төп үҙенсәлеге – уларҙың яңы башланғыстарға, башҡорт халҡының бай рухи мираҫына ижади ҡараш асыҡлығы. Был йәһәттән профессионалдар, ошо өлкәлә үҙаллы шөғөлләнеүселәр, студент йәштәр, мәктәп уҡыусылары өсөн ижади конкурстар ойоштороласаҡ. Асыҡ платформа йәш һәм өлкән коллективтарға ижадын киң йәмәғәтселеккә еткереү мөмкинлеген бирәсәк.

Башҡорт мәҙәниәте йылы сиктәрендә билдәләнгән маҡсаттар, саралар:
Башҡорт мәҙәниәтенең традицион элементы булған һабантуй яңы һулыш кисерә. Былтыр республиканың төрлө райондарында ғалимдар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр ҡатнашлығында халыҡ байрамының яңы форматы өйрәнелеп хупланды. Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылында ошо практикаларҙы милли этноурам булдырыу буйынса берҙәм тәҡдимдәргә индереү, милли ризыҡтар менән футкорт, башҡорт милли уйындары буйынса аниматорҙар эшен индереү, фотозоналар ойоштороп, милли кейемдә ғаилә фотосессияһы үткәреү күҙаллана.
«Бәйге» башҡорт күп алышы ярыштары форматы республиканың бар райондарына индерелеп, һабантуй байрамы барышында үткәреләсәк.

«Кесе ҡоролтай» балалар башҡорт ҡоролтайы булдырыу планлаштырыла. Ул башҡорт гимназиялары уҡыусыларын туплаған берҙәм майҙансыҡ буласаҡ (бәйгеләр, викториналар, дебаттар, конкурстар, дискотекалар, донъяуи кафе һ.б. ойоштороу ҡарала).
Рәсәйҙең башҡа төбәктәре уҡыусылары республикабыҙға килгәндә урындағы мәҙәни учреждениеларҙа башҡорт мәҙәниәте менән таныша аласаҡ.
Төбәк телевидениеһы профессионалдары ярҙамында балалар араһында видео-блогерҙар конкурсы уҙасаҡ.
Киләсәген сәнғәт өлкәһендә күргән өлкән класс уҡыусылары өсөн мәҙәниәт һәм сәнғәт юғары уҡыу йорттары вәкилдәре менән осрашыуҙар, фекер алышыуҙар үткәреү планлаштырылған.
Тематик йылда йәш быуын башҡа сараларға ла әүҙем йәлеп ителәсәк, шул иҫәптән «Башҡортостан ынйыһы» мәғариф ойошмалары фольклор коллективтары конкурсында ҡатнашасаҡтар.
Мәғариф учреждениеларында тематик дәрестәр, викториналар үтәсәк. Уларҙа «Урал батыр» мәктәбе ойоштороу, ә йәйгеһен Рухи берҙәмлек көнөндә «Рухиәт байрамы» уҙғарыу ҡарала – ул башҡорт эпосының рухи вариҫтарын берләштерәсәк.

Сараларҙың ҙур өлөшө башҡорт мәҙәниәтен фәнни йәһәттән өйрәнеүгә һәм ғәмәли файҙаланыуға бағышланасаҡ

Йыл дауамында «Урал батыр» эпосына, Башҡортостан фольклорына, мәҙәниәтенә, сәнғәтенә, 1812 йылғы Ватан һуғышына арналған ғилми-ғәмәли конференциялар, «түңәрәк өҫтәл»дәр үткәреү планлаштырылған.
Тыуған яҡты өйрәнеү буйынса фәнни һәм фәнни-популяр баҫмалар әҙерләнәсәк. Уларҙа башҡорт рудаһы белгестәре, металлургтар, руда етештереүселәр, геологтар, нефтселәр – илебеҙ үҫешенә ҙур өлөш индергән хеҙмәт кешеләре күрһәтеләсәк.
Башҡортостанда ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу эштәре башҡорт нефтенең 90 йыллығы уңайынан уҙғарылған тарихи-этнографик тикшеренеүҙәрҙә сағылдырыласаҡ. Тасимов уҡыуҙары ла ошо уҡ темаға – тәбиғәт байлыҡтарын дөрөҫ файҙаланыуға бағышлана.
ЛингвоДок платформаһында эш дауам итәсәк, уның базаһында белем биреү программалары булдырыу планлаштырыла. Атап әйткәндә, мәктәптәрҙә башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектын өйрәнеү буйынса башланғыстар хупланасаҡ.
Башҡорт фольклоры, этнографияһы, милли мәҙәниәтте үҫтереү буйынса үҙғарылған фәнни сессия тотош Рәсәй буйынса ғалимдарҙы йәлеп итер тип күҙаллана. Башҡорт ырыуҙары тарихының яңы блогы – «Башҡорт ырыуҙары атласы» нәшерләүгә әҙерләнә – был да башҡорт мәҙәниәтен өйрәнеүгә тос өлөш индерәсәк.
Башҡорт мәҙәниәтнең һәм сәнғәтенең айырым жанрҙар йүнәлешендә үҫтереү йәһәтенән “түңәрәк өҫтәл”дәр, семинарҙар, стратегик сессиялар үткәреү ҡаралған. Ғалимдар ҡатнашлығында мәҙәниәт проекттарын баһалау өсөн Эксперттар советы ойоштороу күҙаллана.
Башҡорт мәҙәниәтен популярлаштырыуға, һәләтле шәхестәрҙе эҙләүгә медиатармаҡ та үҙ өлөшөн индерә. Тамашасылар иғтибарын “Байыҡ” башҡорт бейеүҙәре, “Юлдаш-хит” популяр йырҙар башҡарыусылар, “Башҡорт йыры” телевизион бәйгеһе, “Юлдаш йыры”, “Ашҡаҙар моңдары” башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар радиоконкурстары, “Юлдаш плюс” йәш башҡарыусылар , “Сулпылар” телевизион конкурстары йәлеп итте һәм улар халыҡ араһында популярлыҡ яуланы.
XIX быуаттан башлап журналистар гәзит-журналдар биттәре аша, радио һәм телевидение эфирынан йәмәғәтселек мәҙәниәтен формалаштыра. Шуға күрә Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылының төп маҡсаттарының береһе булып йыл һайын үткәреләсәк “Медийыйын” матбуғат саралары форумында ҡатнашыу, уртаҡ эш йүнәлештәрен билдәләү ҙә күҙаллана.
Профессиональ һәм үҙешмәкәр театр коллективтары үҙ эштәрен биш республика һәм төбәк-ара конкурстарҙа тәҡдим итә алсаҡ. Һүҙ Фәрдүнә Ҡасимова призына “Тамаша” республика театр коллективтары фестивале, Әхтәм Әбүшахманов призына үҙешмәкәр театрҙарҙың республика фестивале, “Тере һүҙ” поэтик оҫталыҡ, поэтик әҫәрҙе художестволы һәм музыкаль уҡыу буйынса республика йәштәр фестивале, “Алтын тирмә” төбәк-ара милли театрҙарҙың фестивале, Балалар һәм йәштәр театрҙарының республика фестивале хаҡында бара.
Халыҡ көй-моңдарын яратыусылар үҙ оҫталыҡтарын тальян, мандолина, скрипка, ҡурай һәм ҡумыҙ уйын ҡоралдарында уйнау буйынса район һәм ҡала бәйгеләрендә күрһәтә ала.
Йәш таланттарға иһә “Елкән” музыкаль конкурсы ярҙамға киләсәк.
Профессиональ һәм үҙешмәкәр музыканттар үҙҙәренең һәләттәрен ҡурайсылар өсөн конкурстарҙа, “1812 йылығы Ватан һуғышы йырҙары”, “Башҡорт марштары”, “Оҙон көй” номинацияларында һынап ҡарай алсаҡ. Ҡумыҙҙа уйнаусыларҙы “Әй ауазы” халыҡ-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсы берләштерәсәк.
Шиғриәт һәм әҙәбиәттә ҡәләмен һынаусылар быйыл үҙҙәренең көсөн сәсәндәр өсөн ойоштороласаҡ ижади конкурста һынай аласаҡ. Сара башҡорт халыҡ сәсәне Фәррәх Дәүләтшиндың тыуыуына 130 йыл тулыуға бағышланасаҡ.
“Оҙон көй”, “Ирәндек моңдары”, “Башҡорт йыры”, мөнәжәт башҡарыусылар өсөн кеүек бәйгеләр иһә башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙы йәлеп итәсәк, яңы һәләтле исемдәрҙе асасаҡ.
Һуңғы йылдарҙа башҡорт кинематографияһы ла аяғында ныҡлы баҫып торғанын иҫбатланы. Мәҙәниәт һәм рухи мираҫ йылының саралары, ғөмүмән, был тармаҡҡа йәштәрҙе йәлеп итеүгә, кинематографияла яңы форматтар эҙләүгә, яңы кадрҙар табыуға йүнәлтелгән.
«Ер һүҙе Онлайн 2.0» Төбәк-ара һанлы белем биреү проектында (https://www.slovo-zemli.ru) ҡатнашыу кино яратыусыларға сценарий яҙыу һәм режиссура оҫталығы серҙәрен төшөнөргә ярҙам итәсәк.
Ҡыҙыҡһыныусылар өсөн республиканың Кинематографистар союзында оҫталыҡ дәрестәре һәм кинолекторийҙар ойоштороласаҡ, ә профессионалдар өсөн “Киләсәккә аҙым” республика конкурсы, “Көмөш Аҡбуҙат” милли һәм этник кино халыҡ-ара фестивале үтәсәк.
Район һәм ҡала кимәлендәге саралар үткәреүгә лә ҙур иғтибар бүленәсәк. Мәҫәлән, ысын мәғәнәһендә халыҡ байрамы булған һабантуйҙарҙың яңы форматы тәҡдим ителә. Былтыр улар бер нисә районда ойошторолдо ла.
Шулай уҡ былтыр башҡорт күпбәйгеһе буйынса “Бәйге” чемпионаты уҙғарылды – быйыл ошо башланғысты киңәйтеү, таратылыу, спорт һөйөүселәрҙе ылыҡтырыу планлаштырыла.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәте.

Автор:
Читайте нас: