-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
27 Ғинуар 2022, 15:40

“Ашҡаҙар” радиоһында – башҡорт батырҙары көнө!

Бөгөн республиканың «Ашҡаҙар» радиоһында башҡорт батырҙары  көнө билдәләнә. 

“Ашҡаҙар” радиоһында – башҡорт батырҙары көнө!
“Ашҡаҙар” радиоһында – башҡорт батырҙары көнө!

«Урал батыр» эпосында шундай юлдар бар:

« Ил батыры — батырҙан,

 Батыр ирҙән тыуыр ул

Ил эсендә үҫер ул!». Башҡортостан тигән төбәктә үҫеп илдә билдәлелек яулаған батырҙарҙың тормошо менән ҡыҙыҡһыныусы тыңлаусыларыбыҙ көн дауамында тәрән йөкмәткеле тапшырыуҙар менән таныша ала. 

«Батыр егет-ил күрке», тип әйтелә башҡорт халыҡ мәҡәлендә.  Ил күрке булған батырҙар “Яҙмыштарҙа – ил тарихы” рубрикаһында. Тапшырыу Алдар батыр, Муса Мортазин, Әмин һәм Сураш батырҙары тураһында бәйән итә.

 

“Халыҡ йыры халыҡҡа” тапшырыуында Ҡараһаҡал, Саптар Юрға, Күк юрға, Кәкүккәй, Ете егет йырҙары хаҡында мәғлүмәт ишетерһегеҙ. “Радио фондынан”  “Тулҡын” программаһында  Ғаззали батыр хаҡында тапшырыу тыңлағыҙ.

Муса Гәрәевтың “Штурмовиктар һөжүмгә бара” исемле әҫәре, Яныбай Хамматовтың “Шайморатов генерал” радиоспектакле лә тыңлаусыларыбыҙҙы битараф ҡалдырмаҫ.

«Беҙҙең донъя» тапшырыуында танылған журналист Зөмәйрә Сафина филология фәндәре докторы Мирас Иҙелбаев менән башҡорт геройҙары тураһында әңгәмә ҡора.

Радио хеҙмәткәрҙәренә һорау, теләк-тәҡдимдәрен еткерергә теләүселәр: 8 (347) 246-14-81 телефонына шылтырата ала. «Ашҡаҙар» тулҡындарында бергә йөҙәйек!

Автор:
Читайте нас: