+13 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
26 Ғинуар 2022, 14:43

«Башҡортостан ҡыҙы» журналының ғинуар (2022) һанына күҙәтеү

Йылдың тәүге айы – изге теләктәргә нигеҙ һалған осор. Барлыҡ теләгәндәр ҡабул булһын, имен, бәлә-ҡазаһыҙ йылдарҙа киң мөмкинлектәрҙең асылыуына фатиха бирә журнал мөхәррире Гөлназ Ҡотоева.

«Башҡортостан ҡыҙы» журналының ғинуар (2022) һанына күҙәтеү
«Башҡортостан ҡыҙы» журналының ғинуар (2022) һанына күҙәтеү

Ғинуар һанының журнал тышлығын Әбйәлил районы Асҡар үҙәк район дауаханаһының паллиатив ярҙам бүлексәһе мөдире, юғары категориялы табип Хәлиҙә Ғәйфуллина биҙәй.

Яңы йылдан байтаҡ үҙгәрештәр үҙ көсөнә инде. Хеҙмәткә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы ла хәҙер электрон вариант буйынса түләнәсәк. Был турала аңлатма менән Рәсәй страховкалау фондының Башҡортостан төбәк бүлексәһе белгестәре яуап бирә.

Хеҙмәттәшебеҙ, һәләтле журналист, күптәргә остаз булған ҡәләмдәшебеҙ Рәсүл Байгилдин 60 йәшен билдәләне. Коллегабыҙ менән «Үҙ асылыңа юл» тигән әңгәмәне ғинуар һанында уҡырһығыҙ.

Ғинуар юбилейҙарға бай ай. Йәнә бер ҡәләм тибрәтеүсе ижади коллегабыҙ, зәңгәр экрандар йондоҙо Гөлдәриә Йосоповаға 55 йәш тулды. «Тормош үҙе ике бишле ҡуйған» мәҡәләһендә электрон матбуғат сараларында эшләгән журналистың тормошонан өр- яңы биттәр асырһығыҙ.

«Кешене рух йәшәтә». Педагогия фәндәре кандидаты, Мәскәү дәүләт университетының тифлопедагогика кафедраһы доценты Венера Денискинаның ҡаһарман тормошо һәм үҙенсәлекле хеҙмәте хаҡында булыр был мәҡәлә.

Дәүләт һәм матбуғат эшмәкәре, журналист һм шағирә Йомабикә Ильясованың ижады «Әҙәби балҡыш» рубрикаһында.

Коллегабыҙ, яҙыусы һәм драматург Рәлиф Кинйәбаевтың хикәйәһе бөгөнгө социаль проблема – эскелек һаҙлығына батҡандар  һәм шундай кешеләргә лә  ярҙам  ҡулы һуҙыусы изге йәнлеләр хаҡында бәйән итә.

«Беҙгә килгән хаттарҙан» рубрикаһында журналдың даими авторы Юнир Тимербулатовтың элекке уҡытыусы Хәҙисә Дәүләтова хаҡындағы мәҡәләһе донъя күрҙе.

Доға көсө  беҙ белмәгән серҙәр төшөнсәһенә инә. Доға ярҙамында ауыр сирҙән арыныу, мөғжизәгә ышаныу кеүек күренештәрҙе тормоштан ишетеп тә, күреп тә  беләбеҙ.  «Аллаһ бәрәкәте»ндә доға көсөнөң ни тиклем ҡеүәтле булыуын укып белерһегеҙ.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы Лилиә Ғәлинаның  ижади портреты хеҙмәттәшебеҙ Айзилә Мортаева әҙерләгән материалда булыр.

Ҡартлыҡ остеопорозы – бала саҡ сире тип атала. Билдәле травматолог ортопед Радик Нурлығаянов хеҙмәттәше күренекле педагог-ғалимә Вилә Баймырҙина менән берлектә һаулыҡты бала саҡтан һаҡлау проблемаларына арналған файҙалы әсбап әҙерләне. Ундағы тезистар журнал биттәрендә лә урын ала.

Һалҡын ҡышта бәйләнгән ойоҡбаштар, йомшаҡ свитерҙар һәм башҡа йылы әйберҙәр әле бик тә актуаль. Йылы кейемдәр беҙҙе оҙағыраҡ ҡыуандырҙын өсөн бирелгән кәңәштәр «Мең дә бер кәңәш» рубрикаһында.

Уйламаған ерҙә күптәнге таныштарыңды, яҡын ғына туғаныңды осратып ғәжәпкә ҡалыу, ситтә башҡорттарҙың бер- береһенә оҡшап тороуо хаҡында оставкалағы хәрби табип Хәлил Һөйөндөковтың  «Тау менән тау осрашмаһа ла» тигән  үҙенсәлекле  күҙәтеүҙәре менән танышырһығыҙ.

Журнал уҡыусыларын «Тәмлекәс» рубрикаһында һәр ваҡыттағыса кулинария, аш-һыу оҫталары ғына түгел, ә ижад көмбәҙендә балҡыған артистар менән дә осрашыуҙар көтә. Сираттағы героинябыҙ Милена Сираева.

Йәш,үҙенсәлекле ҡәләм оҫтаһы Айгөл Ишбирҙинаның рәссам оҫтаханаһына   саҡырабыҙ. Авторҙың ижад донъяһы бай, картиналары сағыу һәм милли колорит менән һуғарылған.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: