+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
19 Ғинуар 2022, 11:17

“Ашҡаҙар” радиоһында – Шәйехзада Бабич көнө!

20 ғинуарҙа республиканың «Ашҡаҙар» радиоһында Шәйехзада Бабич көнө билдәләнә.  Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев: «Шәйехзада Бабич... Һин бит үҙең Тарих биттәренә башҡортомдоң Битенән тамған ҡанлы күҙ йәше...”, -тип яҙған.

“Ашҡаҙар” радиоһында – Шәйехзада Бабич көнө!
“Ашҡаҙар” радиоһында – Шәйехзада Бабич көнө!

27 йыл ғына йәшәп өлгөрһә лә республикабыҙ тарихында, милләтебеҙ яҙмышында исеме мәңгелеккә урын алған бөйөк шәхестәребеҙҙең береһе, олуғ шағирыбыҙҙың ижады, тормошо менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн был көн эфиры хәтерҙә ҡалырлыҡ бай йөкмәткеле буласаҡ. Бабичтың әҫәрҙәрен билдәле милләттәштәребеҙ Әхтәм Абушахманов, Әмир Абдразаков, Фаяз Солтанов уҡый. Әҙиптең ҡанлы ҡәләм менән яҙылған шиғырҙарына ижад ителгән йырҙарынан төҙөлгән концерт моңға ғашиҡ йәндәрҙе битараф ҡалдырмаҫ.

«Беҙҙең донъя» тапшырыуында танылған әҙибә, журналист Фәрзәнә Аҡбулатова «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин менән шағирҙың ижады, тормошо тураһында әңгәмә ҡорасаҡ.

Күренекле режиссер Әмир Абдразаҡовтың Фуат Биишев әҫәре буйынса ҡуйған «Ялҡынлы йән» спектакле лә яратҡан шағирыбыҙ тураһында. Ролдәрҙе М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары башҡара.

«Намыҫ өсөн, тәңрем, йәндән кисәм,
Килтер вәғәҙә... Ҡөҙрәт ҡулың бир!
Башҡортостан иҫән ҡала тиһәң,
Бер йәнемә миллион үлем бир...». Шағирҙың алтын юлдарын тыныс ҡына уҡып мөмкин түгел... Бабич кеүек шәхестәребеҙҙең исемен ҡәҙерләп һаҡлау, өйрәнеү, халыҡҡа еткереү- беҙҙең изге бурысыбыҙ», - ти «Ашҡаҙар» радиоһы етәксеһе Гәүһәр Батталова.

Радио хеҙмәткәрҙәренә һорау, теләк-тәҡдимдәрен еткерергә теләүселәр: 8 (347) 246-14-81 телефонына шылтырата ала. «Ашҡаҙар» тулҡындарында бергә йөҙәйек!

Автор:
Читайте нас: