+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
23 Декабрь 2021, 12:30

О...О..! «Ашҡаҙар» радиоһында «Онотолмаҫ осрашыуҙар»!

Һәр мәғлүмәт  ойошмаһы  өсөн уның йөҙөн билдәләгән мәҙәни саралары була. «Ашҡаҙар» радиоһы хеҙмәткәрҙәренең  эфир тулҡындарында ғына түгел, тыңлаусылары менән иҫтә ҡалырҙай эшлекле  аралашыу, күҙгә-күҙ ҡарашып әңгәмә ҡороу, һөйләшеү урыны бар. Башҡортостандың Ә.З. Вәлиди исемендәге Милли китапханаһында «Ашҡаҙар» радиоһының “Онотолмаҫ осрашыу”ҙар проекты сиктәрендә  халҡыбыҙҙың арҙаҡлы ул һәм ҡыҙҙары менән иҫтәлекле  осрашыуҙар үтә.

О...О..! «Ашҡаҙар» радиоһында «Онотолмаҫ осрашыуҙар»!
О...О..! «Ашҡаҙар» радиоһында «Онотолмаҫ осрашыуҙар»!

22 декабрҙә «Онотолмаҫ осрашыуҙар»ҙың  ҡунағы  Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың  халыҡ артисы, ҡурайсы, музыкант, 2001 йылда республиканың Халыҡ уйын ҡоралдары милли  оркестрын ойошторған, уның тәүге художество етәксеһе һәм дирижеры Рәмил Ғәйзуллин булды.

Ҡыҙыҡлы осрашыуҙа Өфө ҡалаһының уҡыу йорттары студенттары һәм педагогтары, Ғафури районының Йөҙимән урта мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары ҡатнашты. Башҡортостандың халыҡ артисы, данлыҡлы бейеүсе Риф Ғәбитов: «Беҙ Рәмил мәнән яҡташтар, икебеҙ ҙә ҡатай ырыуынан. Ҡурай өсөн тәүге футлярҙы үҙем эшләп уға бүләк иттем»,- тине. Республиканың атҡаҙанған артисы, Өфөнөң Н.Сабитов исемендәге беренсе музыка мәктәбе директоры Салауат Кирәев үҙенең Рәмил Мәүлит улының уҡыусыһы булыуы менән ғорурланыуын белдерҙе. Танылған яҙыусы, журналист Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәре Венер Исхаҡов: «Рәмил Ғәйзуллин менән танышҡандан һуң, саңғы таяғынан ҡурай эшләп, унда уйнарға өйрәнә башланым», - тип хәтирәләре менән бүлеште.

Рәмил Ғәйзуллин  халыҡ – ара “Урал ауазы” халыҡ уйын ҡоралдары оркестрҙары һәм ансамблдәре конкурс - фестивален ойоштороусы булараҡ та билдәле. Һуңғы йылдарҙа Рәмил Мәүлит улы Санкт – Петербург, Мәскәү ҡалаларында, шулай уҡ Ҡаҙағстан, Үҙбәкстан, Ҡырғыҙстан, Әзербайжан, Төркиәлә халыҡ – уйын ҡоралдары оркестрҙары менән дирижерлыҡ итте. Әйткәндәй, ҡайҙа ғына сығыш яһамаһын, уның ҡулында һәр ваҡыт башҡорт ҡурайы.

Рәмил Ғәйзуллин халҡыбыҙҙың  мәшүр ҡурайын, башҡорт сәнғәтен пропагандалауҙа ла күп эштәр башҡарған шәхес. «Ҡурайҙың әле 50% сере лә асып бөтөлмәгән», - тип белдерҙе «кеше-оркестр». 22 музыка ҡоралында уйнаған артисҡа халыҡ шундай исем биргән.

Автор:
Читайте нас: