+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
22 Декабрь 2021, 11:14

23 декабрҙә “Ашҡаҙар” радиоһында Халыҡ ижады көнө!

«Башҡорттарҙың ижади һәләтлелек көсө шуның менән иҫбат ителә: улар араһында һуңғы ваҡытҡа тиклем үҙҙәрендә шағир менән композитор талантын бергә ҡушҡан, йәғни үҙ көйҙәренә үҙҙәре йыр сығарған йырсылар йыш осрай, унан һуң шул уҡ ижади һәләтлелек йыр ижадының һәр быуын һайын алмашынып тороу факты менән дөрөҫләнә», - тип яҙып ҡалдырған этнограф Сергей Рыбаков.

23 декабрҙә “Ашҡаҙар” радиоһында Халыҡ ижады көнө!
23 декабрҙә “Ашҡаҙар” радиоһында Халыҡ ижады көнө!

Йырсылары, ҡобайырсылары, эпостары булған халыҡ – боронғо, бай халыҡ. Республиканың «Ашҡаҙар» радиоһының тотош бер көнөн нәҡ халыҡ ижадына арнауы юҡҡа ғына түгел, сөнки халыҡ ижады - сәнғәттең иң юғары, иң талантлы, иң ҡабатланмаҫ төрө. Ҡиммәте, әһәмиәте булмаған сәнғәт тарихта һаҡланып ҡала алмай.

23 декабрҙә эфирҙа бар ғүмерен халыҡ ижадын өйрәнеүгә арнаған шәхестәр тураһында тапшырыуҙар яңғыраясаҡ. Әхмәт Сөләймәнов, Фәнүзә Нәҙершина, Розалия Солтангәрәева, Фәнирә Ғайсина, Ниғмәт Шоңҡаров... Шулай уҡ эпос, ҡобайыр, риүәйәт, легендаларҙан  өҙөктәр ишетергә мөмкин. Мәҡәл, йомаҡ, әйтемдәр ҙә ситтә ҡалмаясаҡ.

Тура эфирҙа билдәле журналист Зөмәйрә Сафина республиканың халыҡ ижады үҙәге директоры урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева менән ҡыҙыҡлы әңгәмәгә саҡыра.

«Беҙҙең радиолағы тематик көндәрҙе тыңлаусыларыбыҙ яратып ҡабул итә. Телефон, социаль селтәрҙәр, хатта хаттар аша иң йыш ҡабатланған фекерҙәр – был форматты уйлап табыуығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Моңдарыбыҙҙы иҫебеҙ китеп, күңел булғансы тыңлайбыҙ, ҡушылып йырлайбыҙ, бейеп тә китәбеҙ, тиҙәр. Беҙҙең өсөн был бик ҙур баһа!», - ти «Ашҡаҙар» радиоһының баш мөхәррире Гәүһәр Батталова.

Радио хеҙмәткәрҙәренә һорау, теләк-тәҡдимдәрен еткерергә теләүселәр: 8 (347) 246-14-81 телефонына шылтырата ала. «Ашҡаҙар» тулҡындарында бергә йөҙәйек!

Автор:
Читайте нас: