+23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
15 Декабрь 2021, 15:53

“Ашҡаҙар” радиоһында билдәле шәхестәр көнө!

Һәр халыҡ үҙенең данлы тарихы, арҙаҡлы шәхестәре менән көслө. 16 декабрҙә республиканың «Ашҡаҙар» радиоһы эфирында Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй кимәлендә танылыу алған шәхестәребеҙ тураһындағы тапшырыуҙар урын ала. «Әйҙә, ярһып типһен йөрәк, Йырҙар аҡһын да аҡһын... Мин бәхетле булыр инем, Һөйөнһә туған халҡым!» – тип яҙып ҡалдырған билдәле әҙибебеҙ Баязит Бикбай.

“Ашҡаҙар” радиоһында билдәле  шәхестәр  көнө!
“Ашҡаҙар” радиоһында билдәле шәхестәр көнө!

16 декабрҙә тыуған халҡын үҙ ижады менән ҡыуандырған, данлы иткән шәхестәребеҙ менән тиҫтәмә йылдар аша осрашыуҙар көтә. Уларҙың тауышын ишетеү генә лә үҙе ҙур бәхет!

Был көндә «тәүге» һүҙе йыш яңғыраясаҡ. Башҡортостандың тәүге халыҡ артисы Ғәзиз Әлмөхәмәтов, тәүге халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева, тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафури, төрки донъяһында тәүге ҡатын-ҡыҙ романист Һәҙиә Дәүләтшина.... Шулай уҡ «ҡара төндәге яҡты йондоҙ – Мифтахетдин Аҡмулла», милли батырыбыҙ Салауат Юлаев, халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғолов, СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкова, педагог Фатима Мостафина, шағирҙар Шәйехзада Бабич, Мостай Кәрим, Рәми Ғарипов тураһында тапшырыуҙар эфирға сыға.

«Беҙҙең донъя» тапшырыуында “Башҡортостан энциклопедияһы” ойошмаһы мөхәррирҙәре менән ҡыҙыҡлы әңгәмә көтөлә. Уны тура эфирҙа билдәле журналист Сәриә Рамаҙанова алып бара.

«Бөйөк шәхестәребеҙҙең исемдәрен иҫәпләү генә лә күңелдә ғорурлыҡ хисе уята. Йәштәрҙә ошо шәхестәр бейеклегенә, уларҙың кимәленә күтәрелергә ынтылыш уятһаҡ, тимәк, беҙ алдыбыҙға ҡуйған бурысыбыҙҙы үтәйбеҙ.  Шуны ла онотмаһаҡ ине, үҙ шәхестәрен ҙурлаған халыҡ ҡына оло хөрмәткә лайыҡ», – ти «Ашҡаҙар» радиоһы етәксеһе Гәүһәр Батталова.

Радио хеҙмәткәрҙәренә һорау, теләк-тәҡдимдәрен еткерергә теләүселәр: 8 (347) 246-14-81 телефонына шылтырата ала. «Ашҡаҙар» тулҡындарында бергә йөҙәйек!

Автор:
Читайте нас: