-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
14 Декабрь 2021, 11:29

«Башҡортостан ҡыҙы» журналының декабрь һанына күҙәтеү

Йән йылыһы. Һәр кемебеҙ уға мохтаж, бөгөнгө хәүеф-хәтәрле заманда бигерәк тә. Яҡындарығыҙға йән йылыһын берүк йәлләмәгеҙ, сөнки «йән йылыһы етмәгәндән өмөттәр ҡыйрала, ғүмерҙәр ҡыйыла». Журналдың баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоеваның «Йән йылыһы» тип исемләнгән яҙмаһы йылы кешеләрҙең сикһеҙ ҡөҙрәте хаҡында булыр, йәнегеҙҙе йылытыр.

«Башҡортостан ҡыҙы» журналының декабрь һанына күҙәтеү
«Башҡортостан ҡыҙы» журналының декабрь һанына күҙәтеү

«Кемдәр генә, ғашиҡ, ай, булмаған, һинең ҡара ҡашыңа» нәҡ йырҙағыса башҡорт һылыуҙарының аҫыл ҡыҙҙарыбыҙға ғына хас булған гүзәллеген, матурлығын, эске мәҙәниәтен Донъя кимәлендә лайыҡлы күрһәтә белеүҙәре – ҡыуаныслы күренеш. Сираттағы һылыуҡайыбыҙ Азалия Шәйхесламова ла яңыраҡ Төркиәлә «Евразия коро леваһы – 2021» халыҡ-ара матурлыҡ бәйгеһендә Гран-при һәм «Евразия королеваһы - 2021» титулына эйә булып һөйөндөрҙө. Уның менән Альбина Ғөбәйҙуллинаның «Еңеүен әсәһенә бағышлаған» мәҡәләһендә яҡынданыраҡ танышырһығыҙ.

 

Йән йылыһы. Һәр кемебеҙ уға мохтаж, бөгөнгө хәүеф-хәтәрле заманда бигерәк тә. Яҡындарығыҙға йән йылыһын берүк йәлләмәгеҙ, сөнки «йән йылыһы етмәгәндән өмөттәр ҡыйрала, ғүмерҙәр ҡыйыла». Журналдың баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоеваның «Йән йылыһы» тип исемләнгән яҙмаһы йылы кешеләрҙең сикһеҙ ҡөҙрәте хаҡында булыр, йәнегеҙҙе йылытыр.

 

Декабрь һанының  тышлығын биҙәгән  сибәр, мөләйем, һөйкөмлө  Альбина Кайбышева (Дәүләтбәкова) – халҡыбыҙҙың аҫыл заттарының  береһе. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Альбина Хәсән ҡыҙы тураһында Альмира Кирәйева «Беҙ – беренселәр!..» мәҡәләһендә бәйән итә. Бөйөк Мостай Кәримдең үҙенән фатиха алған  мөғәллимә хаҡында очерк күңелегеҙгә хуш килер.

 

Нимә ул генетик паспорт? Ғүмерҙе оҙонайтып, ауырыуҙы кисектереп буламы? Бөгөнгө заман технологиялары ниндәй? Был хаҡта һеҙ Айзилә Мортаеваның «Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр» исемле мәҡәләһенән уҡып белерһегеҙ.

 

Яратҡан  йырсығыҙ Радик Юъяҡшиндың  бала сағы, үҫмер йылдары, ниндәй ғаиләлә тыуып үҫкәне менән ҡыҙыҡһынһағыҙ, артистың әсәһе менән әңгәмәне уҡырға ашығығыҙ. Гөлнур Ишбулатованың «Әсә бәхете» тип исемләнгән яҙмаһы  шул хаҡта.

 

Кеше яҡты донъянан киткәс ни ҡала? Әлбиттә, халыҡ өсөн эшләгән изге эштәре, яҡшылыҡтары, игелектәре ҡала. Ишембай районы ҡыҙы Наилә Фәхриева ла үҙе артынан яҡты эҙ ҡалдырыуға өлгәшә. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының хеҙмәт ветераны, абруйлы финансист-етәксе хаҡында Ғәлиә Ғөбәйҙуллинаның «Башҡорт еренең тоғро ҡыҙы ине» исемле мәҡәләһендә танышырһығыҙ.  

 

Закон, тәртип һағы өлкәләре кешеләре үҙҙәре хаҡында бик һөйләп бармай, журнал-гәзит биттәрендә лә улар һирәгерәк күренә. Берҙән, һөнәр шуны үҙе талап итә, икенсенән, тормошта ла улар баҫалҡы ғына үҙ йөктәрен тарта бирә. Өфө ҡалаһы Совет районы прокурорының өлкән ярҙамсыһы Гүзәл Позднякова ла шундайҙарҙан.  «Йылдарым илтте йондоҙҙарға...» мәҡәләһендә журналыбыҙҙың баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева һеҙҙе һоҡланғыс ханым тормошо менән таныштыра.

 

«Атайсал»...» «Айсыуаҡ»...» «Сибай кантон»...» «Баймаҡ»...» «Иҫке Сибай»...» «Яҙгөл»... Нимә бәйләй һуң был атамаларҙы һәм исемдәрҙе? Ниндәй серле ваҡиғалар тураһында һөйләй улар?.. Яуапты  мәғариф ветераны Фирзәүес Ибраһимованың  «Яҙгөл атайсалын данлай» яҙмаһында уҡып белергә мөмкин.

 

«Әҙәби балҡыш» рубрикаһында һеҙҙе Бөрйән ҡыҙы, танылған шағирә  Айһылыу Ғарифуллинаның  тәрән мәғәнәле, хисле-моңло  шиғырҙары көтә.

Шулай уҡ был һанда Дүртөйлөлә йәшәп ижад итеүсе Мөҙәрис Мөсифуллиндың  «Ағастар» хикәйәһен тәҡдим итәбеҙ.

 

Йәш башҡорт һәм татар башҡарыусылары ижадына йыл йомғағы яһап, Өфөлә «Иҙел» халыҡ-ара фестивале ойошторолоуы бер изге йолаға әйләнде. Ике туғандаш халыҡтың сағыу йыр сәнғәтен, мәҙәниәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән был фестиваль хаҡында һүҙ Альбина Ғөбәйҙуллинаның  «Тарих йәнләнде «Иҙел» фестивалендә»  мәҡәләһендә барыр.

 

Йыл  буйы дауам иткән «Тарих тирмәненән» рубрикаһын  «Етерыу» исемле яҙма йомғаҡлаясаҡ. Тарих фәндәре кандидаты Әхәт Сәлиховтың  ете ырыу тураһындағы ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәре берегеҙҙе лә битараф ҡалдырмаҫ, тип ышанабыҙ.

 

«Психолог кәңәше»ндә журналыбыҙҙың даими авторы Айгөл Әбелхәйерова бөгөнгө көндөң актуаль проблемаларының береһе – вахта ысулы менән  аҡса эшләү мәсьәләһен күтәрә. «Араларға Себер еле үтмәһен» мәҡәләһендәге кәңәштәр ғаиләләге матур хистәрҙе һаҡлауға  йүнәлтелгән.

 

Балалар ғына түгел, ололар ҙа яратып көтөп алған байрам яҡынлаша.  Яңы йылда һәр беребеҙ ниндәйҙер мөғжизәгә өмөт итә, бүләк көтә. Ә иң ҙур бүләк ул – үҙ ҡулдарың менән, йөрәк йылыңды ҡушып  эшләнгәне. «Ҡулыңдан һөйөн» рубрикаһында Белорет ҡалаһынан Баныу Астанова бүләк-гөлләмә эшләргә өйрәтә.

 

Яңы йылды  ҡаршылауға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Яҡты өмөттәр, матур хыялдар менән көтөп алына был байрам. Һәр ғаилә үҙенсә әҙерләнә, ғөрөф-ғәҙәтен булдыра. Бөгөн беҙгә Яңы йыл табынын Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында хеҙмәт иткән Зиләрә һәм Руслан Юлтаевтар тәҡдим итә. Ә ниндәй ризыҡтар әҙерләнеүен Гөлшат Ҡунафина «Ҡыуаныстары менән килһен!» мәҡәләһендә таныштырасаҡ. 

 

«Рәссам оҫтаханаһы»нда һүҙ рәссам, дизайнер, педагог, иллюстрациялар оҫтаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Сулпан Билалова хаҡында булыр. Мәскәүҙә йәшәп ижад итеүсе рәссам  тормошон  Гөлнур Ишбулатова «Тыуған ерҙән илһам алып...» мәҡәләһендә бәйән итә.

Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас: