+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
18 Ноябрь 2021, 11:16

“Ашҡаҙар” радиоһында – Музейҙар көнө

“Миңә музей бирегеҙ һәм мин уны  тултырасаҡмын”.  Пабло Пикассоның  шундай  һүҙҙәре  билдәле.  Данлыҡлы рәссамдың әйткәндәре  күптәрҙә  ауаздашлыҡ табыр ине, сөнки  музей  булдырыу тураһында   хыял  йөрөткәндәр  һәм уны тормошҡа ашырғандарҙы ла беләбеҙ.

“Ашҡаҙар” радиоһында – Музейҙар  көнө
“Ашҡаҙар” радиоһында – Музейҙар көнө

 “Ашҡаҙар” радиоһы асылған  көндән башлап, тиҫтә йылдан ашыу инде Башҡортостан музейҙары эшмәкәрлеген яҡтыртҡан   тапшырыуҙар  эфирҙан  юғалғаны  юҡ.  Ҙур музеймы ул, бәләкәйме, район, ҡала кимәлендәме, билдәле  ойошманыҡымы  йә  ауыл мәктәбендәге тыйнаҡ ҡына бер мөйөшмө – һис айырма юҡ, иң мөһиме – йөкмәткеһе, мәғлүмәт байлығы, үҙенсәлеге.  Башҡоростан  музейҙары  менән танышҡан һайын,  әллә ни саҡлы  яңылыҡҡа юлығаһың, хатта  асыштар яһайһың,  тарих  һуҡмаҡтарын ҡыҙыраһың. Ҡомартҡылар серен аса, һүрәттәрҙәге шәхестәр йәнләнә, ваҡиғалар  күҙ алдынан үтә. Бер музейҙа һуғышта  бәреп төшөрөлгән фашист самолеты торбаһынан башҡорт атлылары яһаған алюмин ҡурайҙы ҡулға алыу онотолмай. Икенсеһендә халыҡ шағирының күңел кисерештәре ҡыуған шиғри юлдар теҙелгән дәфтәр иҫтә ҡала. Яу тынғанда яҙған өсмөйөшлө хаттар... Боронғо китаптар тупланмаһы... Халыҡ кәсептәре өлгөләре... Һуҡыр скульптор яһаған бюст... Ә ҡайһы бер музей архитектура ҡомартҡыһы булған йортта урынлашыуы менән  ҡыҙыҡлы.

Аутизм менән ауырыған ватандашыбыҙ Соня Шаталованың “Музейҙар – ваҡыт консерваһы” тигән ҡанатлы һүҙҙәре  бар. Эйе, музейҙарҙа үткәндәрҙе гиҙәбеҙ, уҙған тарихтарҙы, шәхестәрҙе барлайбыҙ. Әммә музейҙар  киләсәккә лә  күпер һуҙа: улар һаҡлаған хәтер  беҙгә һабаҡ та, фәһем дә  бирә  бит. 

2010 йылдан бирле “Ашҡаҙар”ҙа  билдәле журналист Фәймә Мәжитова әҙерләгән “Үткәндәр һағында” проекты  Башҡортостандың бер нисә йөҙ музейы  менән  таныштырҙы.  Ул эш һаман дауам итә. 18 ноябрь көндө Ашҡаҙар радиоһы эфиры  тулыһынса  музейҙарға арнала. “Беҙҙең донъя”  тапшырыуында музейҙар  эшмәкәрлеге тураһында әңгәмә  ҡороласаҡ.  Ул 12 сәғәт 15 минутта эфирға сыға. Унда Башҡортостан Милли музейының генераль директоры Альбина Ярмуллина тыңлаусыларҙың һорауҙарына яуап бирәсәк.

«Был көндө Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт сәнғәт музейы, Миәкә районындағы Аҡмулла, Баймаҡтағы Ҡурай, Бөрө ҡалаһындағы Һәҙиә Дәүләтшинаның музей-кабинеты, республиканың археология һәм этнография, Хәрби Дан музейҙары тураһындағы иң ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәрҙе беҙҙең радио тулҡындарында ишетергә мөмкин», - ти «Ашҡаҙар» радиоһы етәксеһе  Гәүһәр Батталова.

Автор:
Читайте нас: