+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
16 Ноябрь 2021, 16:17

«Башҡортостан ҡыҙы» журналының ноябрь һанына күҙәтеү

Ноябрь һанының журнал тышлығын билдәле кеше, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы Миңзәлә Хәйруллинаның гүзәл һыны биҙәйәсәк. Актриса тураһында мәҡәлә «Дәүергә ауаздаш һүҙең ҡалһын» тип аталасаҡ.

«Башҡортостан ҡыҙы» журналының  ноябрь һанына күҙәтеү
«Башҡортостан ҡыҙы» журналының ноябрь һанына күҙәтеү

Башҡортостан башлығы грантына «Һаулығы буйынса  мөмкинлектәре сикләнгән балалар тарафынан анимация фильмдарын төшөрөү» проекты тормошҡа ашырыла.  Башҡорт легенда һәм риүәйәттәре нигеҙендә  5 анимациялы фильм төшөрөлгән. Журналыбыҙҙың тәүге бите башҡорт телен сәнғәт аша өйрәнеүгә арналған мәҡәләнән башлана.

Ысынлап та, бөгөнгө көндә ике аяҡһыҙ, ҡулһыҙҙар бөтә ағзалары булғанға ҡарағанда ла күберәккә өлгөрә. Мөхәррир һүҙе лә тәүге мәҡәләне ҡеүәтләй. Ярыҡ биҙрә тип аталған уйланыуҙар кешенең үҙе уйлап тапҡан кәмселектәре, шул арҡала тормошҡа ашмай ҡалған хыялдары хаҡында булыр.

Ноябрь һанының журнал тышлығын билдәле кеше, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы Миңзәлә Хәйруллинаның гүзәл һыны биҙәйәсәк. Актриса тураһында мәҡәлә «Дәүергә ауаздаш һүҙең ҡалһын» тип аталасаҡ.

Атайҙар абруйына бағышланған мәҡәләләр шәлкемен дауам итәбеҙ. Был һанда «Атайлы бала – арҡалы» рубрикаһы геройы өс малай тәрбиәләп үҫтергән ир-уҙаманы Хәбир Мәҡсүтов.

Санкт-Петербург ҡалаһының туризм үҫеше комитеты   төрлө төбәк журналистары өсөн пресс-тур  ойошторҙо. Унда Питерҙың медицина туризмы үҙәге булыуы хаҡында һүҙ алып барылды. Ошо хаҡтағы  таныштырыу мәҡәләһе журнал  битендә урын аласаҡ.

Тарих фәндәре кандидаты Әхәт Салиховтың сираттағы мәҡәләһе тамъяндарға арналған.  Тарихсы тамъян ырыуы вәкилдәренең тарихы, арҙаҡлы шәхестәре хаҡында бәйән итә.

2021 йылдың тәүге яртыһында 800 ҡатынға түш яман шеш сире тигән диагноз ҡуйылған. Бар ғүмерен гүзәл заттың һаулығына арнаған табип Марат Ғәлиев  йәнә иғтибарын онкология сирҙәренә йүнәлтә.

Тылсымлы өндәр иленә сәйәхәт. Сибай ҡалаһының мәктәпкәсә йәштәге «Аҡһылыу» балалар баҡсаһының педагог-логопедтары Зөлфиә Ҡәйепҡолова һәм Розалия Сәғитова шулай тип исемләнгән  методик ҡулланма сығара. Уның төҙөлөшө бик үҙенсәлекле. Ошо хаҡта тулыраҡ материалды журналдың 11-се һанында уҡырһығыҙ.

«Әҙәби балҡыш» рубрикаһында һеҙҙе Көйөргәҙе районы Ялсыҡай ауылы ҡыҙы Миңлегөл Хисамова менән осрашыу көтә.

Шулай уҡ был һанда яңы автор Гөлсибәр Шакированың «Бүләк» хикәйәһен тәҡдим итәбеҙ.

Гүзәлдең гүзәл донъяһында оҫтабикә Гүзәл ханым Әбйәлилованың  ҡул эштәре менән танышырһығыҙ. Өфөнөң «Ай» оҫтаханаһы хужабикәһе теккән кейемдәр, хеҙмәттәр хаҡында уҡып белерһегеҙ.

Сираттағы даими рубрика «Аллаһ бәрәкәте». Унда һүҙ нәфел намаҙҙары хаҡында барыр.

Интернет аша танышыуҙың ояты юҡ. Күп парҙар бер-береһен тап виртуаль донъя селтәрендә таба. Нисек танышырға, фотоны асыҡтан-асыҡ ҡуйырғамы, анкетаға нимә яҙырға һәм үҙеңде нисек тоторға. Ошо һорауҙарға интернет аша танышыуҙа тәжрибәһе булған ҡатын-ҡыҙ монологы яуап бирер. Был сетерекле мәсьәләгә һеҙҙең ҡараш нисек булыр?

Заманса зауыҡлы сумка-шопперҙарҙы тегеү оҫталығы менән йәнә бер героинябыҙ Гөлнара Дилмеева бүлешә.

Журналыбыҙҙа филология фәндәре докторы Рәшит Шәкүрҙең төрлө ер, йылға-һыу, тау, урын атамалары, уларҙың килеп сығышы һәм башҡорттар менән бәйләнеше хаҡындағы яҙмалары йәнә урын алған. Был юлы ғалим бүреҫтәр хаҡында фекер йөрөтә.

Тотош быуат бары бер мәл. Саҡмағош ҡыҙы Зөбәрйәт Вәлитованың тормошона арналған мәҡәлә шулай тип аталды.

Тәмлекәс рубрикаһында гөбәҙиә бешереү серҙәре менән танышырһығыҙ.

Сағыу, күркәм балаҫтарҙы кемдәр һуға? Журналыбыҙҙың һуңғы битен Мәләүез ҡыҙы, Өфөлә йәшәүсе балаҫ оҫтаһы Сажидә Муллағолова һәм уның балаҫтары биҙәй.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: