+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
20 Октябрь 2021, 15:23

«Башҡортостан ҡыҙы» журналының октябрь һанына күҙәтеү

Баҫманың был һаны «Юлдар саҡыра» рубрикаһы менән асыла. Айзилә Мортаева данлы Салауат еренә сәфәр хаҡында яҙа.

«Башҡортостан ҡыҙы» журналының октябрь һанына күҙәтеү
«Башҡортостан ҡыҙы» журналының октябрь һанына күҙәтеү

«Сәхнә – уларҙың яҙмышы». Гөлназ Ҡотоеваның мәҡәләһендә Салауат районында йәшәп ижад итеүсе үҙешмәкәр композитор Альбина Ғәйфуллина һәм уның тормош иптәше Фларис Ғайсин хаҡында уҡый алаһығыҙ.

Был һандың тышын Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, мәғариф ветераны Алһыу Абдуллина биҙәй. Уның тураһында Рәсүл Байгилдиндың «Яҡты уйҙар, изге хистәр йәшәтә» мәҡәләһен уҡырһығыҙ.

«Тәңкәләр сыңында – дәүерҙәр ҡайтауазы». Альмира Кирәеваның Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһының технология уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Гөлсөм Шафиҡова тураһында мәҡәләһе шулай атала.

Редакциябыҙға бала үҫтереүсе әсәйҙәр, теге йәки был түләүҙәр хаҡында аңлатма биреүҙе һорап, йыш мөрәжәғәт итә. «Һорағыҙ – яуап бирәбеҙ» рубрикаһы аҫтында уларҙың һорауҙарына Рәсәй Социаль страховкалау фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе белгесе Раушания Кәбирова яуап бирә.

«Беҙҙең тормошобоҙ шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан ғына тормай, төрлө ауырлыҡтар, ауырыуҙар, ҡайғы-хәсрәттәр аша ла үтергә тура килә...» Мосолмандарға нисек дауаланырға? Фәнирә Ғайсинаның «Аллаһ бәрәкәте» рубрикаһы аҫтында баҫылған «Шифа – Аллаһ Тәғәләнән» тигән мәҡәләһендә һорауға яуап табырһығыҙ.

«Башҡортостан ҡыҙы» журналының ярты быуаттан ашыу тарихында күпме яҙмыштар уның менән туранан-тура бәйләнгән. Ололар көнө уңайы менән ветерандарыбыҙҙы ҙур хөрмәт менән иҫкә алабыҙ. Улар, гүйә, беҙҙән китмәгән. Баҫмабыҙ тормошо менән ҡыҙыҡһыналар, уны ҡайғырталар, хәлдәренән килгәнсә ярҙам итергә, ойошторған сараларыбыҙҙы ҡалдырмаҫҡа тырышалар. Ошо айҙа күркәм юбилейын билдәләгән Рәйсә апай Ҡыуатова хаҡында йылы яҙмаһын Гөлсирә Ғиззәтуллина «Күңел баҡсамдың бер аҫыл гөлө» тип атаған.

«Әҙәби балҡыш» рубрикаһы аҫтында Рәшиҙә Шәмсетдинованың шиғырҙарын, Рәсүл Байгилдиндың «Ҡарғыштан алғыш яҡшы» хикәйәһен уҡырһығыҙ.

«Иммунитет көсөнөң 60 проценты эсәктәрҙә һаҡлана», – ти Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш штаттан тыш гастроэнтерологы, Өфө ҡалаһы 21-се дауаханаһының гастроэнтерология бүлеге мөдире Эльмира Ҡаһарманова. «Ҡартайыу ҡайҙан башлана?» Альмира Кирәева әҙерләгән яҙма һау-сәләмәт булып оҙон ғүмер кисерергә теләгән өләсәй менән олатайҙарға ғына түгел, уларҙың хәстәрлекле ул һәм ҡыҙҙарына ла файҙалы булыр.

«Тарих тирмәненән» рубрикаһында тарих фәндәре кандидаты Әхәт Сәлихов был һанда түңгәүерҙәр менән таныштыра.

«Күңел наҙын өләшеп». Өфөнөң 51-се башҡорт балалар баҡсаһының юғары категориялы тәрбиәсеһе Шәүрә Ярмуллина тураһында Айзилә Мортаева яҙа.

«Ҡоллоҡ: уйҙырма түгел – ысынбарлыҡ» мәҡәләһе бөгөнгө көн проблемаһына арналған. Авторы – Рәсүл Байгилдин.

«Ҡулыңдан һөйөн» рубрикаһы аҫтында Филүзә Әхмәтова көҙ темаһына арналған матур уйынсыҡтар бәйләргә өйрәтә.

Сей кәбеҫтәгә ҡарағанда тоҙланғанында ҡайһы бер витаминдар күберәк тә була, ти белгестәр. «Тәмлекәс» рубрикаһы тап кәбеҫтә тоҙлау серҙәренә арнала.

Билдәле йәмәғәт һәм сәнғәт эшмәкәре, Рәсәй юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре, профессор Фәрдүнә Ҡасимова – 86 йәшенә тиклем бар ғүмерен сәнғәт белгестәрен әҙерләүгә арнаған шәхес. Күптән түгел киң прокатҡа сыҡҡан «Йыл ғаиләһе» фильмында ул өләсәй ролен башҡара. Был хаҡта Гөлнур Ишбулатованың «Ваҡыт ҡуласаһында – йәнә киноға!» мәҡәләһенән уҡырһығыҙ.

«Рәссам оҫтаханаһында» рубрикаһы аҫтында рәссам Зинфира Ғабдуллина тураһында мәҡәләһен Гөлнур Ишбулатова «Ижадынан йылы бөркөлә» тип атаған.

Тышлыҡтың дүртенсе битендә Дилара Асаинованың ҡул эштәре урын алған.

Хөрмәтле әхирәттәребеҙ! Әле 2022 йылдың беренсе яртыһына тваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу барғанын онотмайыҡ. «Яҙыл һәм от» конкурсында ҡатнашыусыларҙы ҡиммәтле бүләктәр ҙә көтә. Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: