+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
20 Октябрь 2021, 11:46

21 октябрҙә республиканың «Ашҡаҙар» радиоһында – ретро-йырҙар көнө

21 октябрҙә республиканың «Ашҡаҙар» радиоһында көн дауамында башҡорт телендә ретро-йырҙар яңғыраясаҡ. Улар күптән инде «халыҡ йырҙары» тип ҡабул ителә. «Был көндө беҙҙең каналда Һеҙҙе иң яратҡан башҡарыусыларбыҙ менән онотолмаҫ осрашыуҙар көтә – Мәғәфүр Хисмәтуллин, Фәриҙә Ҡудашева, Ғүмәр Әбделмәнов, Ләлә Муллабаева, Рамаҙан Йәнбәков, Вәкил Йәләлетдинов, Фәрит Бикбулатов, Фидан Ғафаров, Нурия Ирсаева, Радик Гәрәев, Илфак Смаков, Ғәли Хәмзин, Нәзифә Ҡадырова һәм башҡалар. Эфирҙа йәшлек, тәүге мөхәббәт, тыуып-үҫкән ауыл  тураһында хәтерләүҙәргә илтер йыр-моңдар өҫтөнлөк итәсәк. Илап та, йырлап та, шатланып та, һағышланып та алырға мөмкин буласаҡ», - ти «Ашҡаҙар» радиоһының етәксеһе Гәүһәр Батталова.

21 октябрҙә республиканың «Ашҡаҙар» радиоһында – ретро-йырҙар көнө
21 октябрҙә республиканың «Ашҡаҙар» радиоһында – ретро-йырҙар көнө

Бөйөк композиторҙарыбыҙ – Заһир Исмәғилев, Таһир Кәримов, Рафиҡ Сәлмәнов, Бәхти Ғайсин, Наил Ғәлиев, Абрар Ғабрдрахманов, Роберт Ғәзизов, Рим Хәсәнов, Роза Сәхәүетдинова тарафынан яҙылған «мәңгелек йырҙар»ҙы халыҡ күптән инде үҙенеке итеп иҫәпләй. Ижадсы өсөн иң ҙур баһа, моғайын, ошолор....

Һүҙ батшалары Назар Нәжми, Рәми Ғарипов, Уран Кинйәбулатов, Шәриф Биҡҡол, Яҡуп Ҡолмой, Сафуан Әлибай, Зөһрә Ҡотлогилдина, Гөлфиә Йоносованың шиғырҙары үҙҙәре үк йырлап тора. «Мәңгелек йырҙарҙы» бер тәүлек эфир ваҡытына һыйҙырыу мөмкин булмаған эш, шуның өсөн дә «Ашҡаҙарҙар» иң-иңдәрен һайларға тырышҡан.

«Быйыл сентябрь айында «Ашҡаҙарҙа» тематик көндәр ойоштора башлағас, күптәрҙең ҡайҙан тема табып бөтөрһөгөҙ икән тип аптырағаны хәтерҙә.  Декабрь аҙағына тиклем эшләрбеҙ ҙә тағы ла берәй ҡыҙыҡлы тапшырыу тәҡдим итербеҙ тип уйлағайныҡ. Ләкин беҙ уйлағанса булманы, тыңлаусыларыбыҙ үҙҙәре шылтыратып темалар тәҡдим итә башаланы! Фекерҙәре лә ниндәй бит әле! Шулай итеп, «Ашҡаҙарҙа» тематик көндәр май аҙағына - радиосезон ябылғанға тиклем дауам итәсәк», - тип ҡыуанысын йәшермәй радионың баш мөхәррире Гәүһәр Батталова.

«Ашҡаҙар» тулҡындарындағы киләһе тематик көндәр шиғриәт һәм дуҫлыҡ темаһына бағышлана. Беҙҙең радио тура эфирҙа эшләй. Телефоныбыҙ: 8 (347) 2461 – 481

Автор:
Читайте нас: