+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
22 Сентябрь 2021, 10:35

«Башҡортостан ҡыҙы»ның сентябрь һанына күҙәтеү

«Был тормошта һәр кемдең усағы бар. Усаҡ – ул Ерҙәге Ҡояш, һинең йөрәк тибешең, ғүмерең сығанағы, таянысың, хазинаң...» – «Башҡортостан ҡыҙы»ның яңы һанын асыу менән ошо һүҙҙәрҙән йәнегеҙгә йылы яғылыр. Баш мөхәррир Гөлназ Ҡотоеваның «Һүрелмәһен усағығыҙ!» яҙмаһы, бер нәмәгә лә ҡарамаҫтан, һәммәбеҙҙе лә йөрәк утын һүндермәйенсә йәшәргә саҡыра.

«Башҡортостан ҡыҙы»ның сентябрь һанына күҙәтеү
«Башҡортостан ҡыҙы»ның сентябрь һанына күҙәтеү

«Хыялың артынан эйәр» – һүрәте сентябрь тышлығын биҙәгән Белорет эшҡыуары Резеда Рәфҡәт ҡыҙы Сайдарова хаҡында йөкмәткеле очерк шулай тип атала. Күңелендәге аҡ елкәндәрҙе елберҙәтеп, һис яңылышмайынса, хыялына табан бара ул. Мул ҡуллы, даланлы ханымдың уңыш һәм бәхет сере нимәлә икәнен белгегеҙ килһә, Гөлназ Ҡотоеваның ошо очергын уҡығыҙ.

Кемдәр улар – ҡатайҙар, улар ҡайҙан килеп сыҡҡан? Билдәле был ырыуҙың тарихын тарих фәндәре кандидаты Әхәт Сәлихов «Ҡатайҙар» тигән яҙмала һүрәтләй.

Гөлнур Ишбулатова Олимпия чемпионы исеменә лайыҡ яҡташыбыҙ Аделина Заһиҙуллина менән таныштыра. Токиола үткән йәйге Олимпия уйындарында фехтование буйынса Рәсәй йыйылма командаһы составында сығыш яһап, алтын миҙал яулаған Башҡортостан ҡыҙы хаҡында «Олимпия миҙалы – һәр спортсының хыялы» тигән мәҡәләлә бәйән ителә.

Коронавирус үткәргәндән һуң ни өсөн мотлаҡ рәүештә тәрәнәйтелгән диспансеризация уҙырға кәрәк? Был етди тикшереү нимәнән ғибәрәт? Ошо һәм башҡа һорауҙарға Башҡортостан Мотлаҡ медицина страховкалауы төбәк фондының Үҙәк филиалы табип-эксперты Светлана Минһажева яуап бирә. Журналдың даими авторы менән әңгәмәне Альмира Кирәева әҙерләгән.

«Башҡортостан ҡыҙы»н гүзәл заттар ғына түгел, ир-ат та яратып уҡый. Айытбай Вәлиев тигән ир-азаматтың «Ҡатын-ҡыҙҙың матурлығы – хәләл ефете өсөн» мәҡәләһе берәүҙе лә битараф ҡалдырмаҫ.

«Көҙҙө һиңә бүләк итәм, йәнем, көҙҙәрҙең дә бар бит наҙҙары...» – Учалы һылыуы Римма Солтанованың шулай исемләнгән шиғри шәлкеменән ҡабатланмаҫ миҙгелдең мең төҫлө балҡышын тойорһоғоҙ.

Ошо көндәрҙә үҙенең күркәм юбилейын билдәләгән күренекле яҙыусы Нажиә Игеҙйәнованың «Тартай теленән таба» хикәйәһе көлдөрөр ҙә, илатыр ҙа, уйҙар сөңгөлөнә лә алып төшөр.

«Ниһайәт, хаҡлы ялға сыҡҡас, республикабыҙҙың хозур ерҙәрен байҡарға ваҡыт етте!» –тип дәрт иткән ханымдар һәм уҙамандар үҙҙәре өсөн махсус программа барлығын беләме икән? Башҡортостан Республикаһы Туризм буйынса дәүләт комитетының бүлек етәксеһе Олеся Гончарова «Йәнгә ял бирерлек ерҙәрҙе күр!» тигән яҙмала «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» социаль проекты хаҡында һөйләй.

«Милли кейем – иҫ киткес бай мәғлүмәт сығанағы, асылмаған бер донъя, хазина», – техник фәндәр кандидаты Айгөл Камалиева шулай ти. Уның менән Айзилә Мортаева ҡорған «Милли кейем – асылмаған сер» тигән әңгәмә һеҙҙе мөғжизәүи донъяға әйҙәр.

Башҡортостандан ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙ араһында журналыбыҙ дуҫтары бик күп. Шуларҙың береһе – Силәбе өлкәһендә йәшәүсе яҙыусы, рәссам, музыка белгесе, тыуған яҡты өйрәнеүсе Урал Ҡолошов уҡыусыларыбыҙға «Нурҡояш һәм Маһинур» риүәйәтен тәҡдим итә.

«Рәхмәт һиңә, уҡытыусым!» – бар ғүмерен мәғариф эшенә бағышлаған, фиҙакәр хеҙмәте менән балалар, ата-әсәләр, йәмғиәтебеҙ алдында хөрмәт ҡаҙанған мөғәллимәләр Римма һәм Руфа Бикбирҙиналар хаҡында булыр был һүрәтләмә. Мәймүнә Ишкилдинаның яҙмаһы балаларҙы белем донъяһына алып инеүсе барса уҡытыусыларға арнала.

Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы һәм журналыбыҙ иғлан иткән «Һуғыш – ҡатын-ҡыҙ яҙмышында» конкурсында Дарья Чернова «Беҙ һине хәтерләйбеҙ, Мария!» тигән эше менән рус телле авторҙар араһында икенсе урынға сыҡҡайны. Яҙмышында ил тарихы китаптағылай сағылған Марияның кисергәнен уҡыйһың да, бөгөнгө яҡты көндәрҙе яҡынайтҡан быуындың фиҙакәрлегенә тағы бер һоҡланаһың!

Көҙгө мул уңыш йыйылып, эштәр тынып, баҡсалар бушап ҡалған ваҡыт әле. Ағас-ҡыуаҡтарҙы, түтәлдәрҙе, тупраҡты ҡышҡылыҡҡа әҙерләү хаҡындағы файҙалы кәңәштәр Гөлшат Рафатованың «Ҡышҡылыҡҡа әҙер!» мәҡәләһендә тупланған.

«Уларҙы мәҙәниәткә, сәнғәткә һөйөү осраштырған, ҡауыштырған», – тип яҙа Гөлшат Ҡунафина Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында ижад итеүсе Аида һәм Мөсәлим Күлбаевтар тураһында. «Бер тулҡында күңелдәр» мәҡәләһендә ул Күлбаевтарҙың сәхнә һәм ғаилә тормошон мауыҡтырғыс тасуирлап ҡына ҡалмай, табын түрендәге ризыҡтарын әҙерләү серен дә аса.

Өфөнөң ижад көмбәҙендәге яңы йондоҙ – баш ҡаланың иҫтәлекле урындары буйлап белешмә төҙөүҙә ҡатнашҡан рәссам, иллюстрациялар оҫтаһы Лиана Ниғәмәтйәнованың ҡылҡәләме һеҙҙә лә ихлас ҡыҙыҡһыныу уятыр. Гөлнур Ишбулатова «Өфө буйлап сәйәхәткә сығығыҙ!» тигән һүрәтләмәлә йәш ижадсының үҙенсәлекле эштәренең ҡөҙрәтен еткерергә тырыша.

«Йылы ипкен бөркөлә» тигән яҙмала илһөйәр оҫта Гөлнара Дилмиеваның илһамына арбалырһығыҙ. Ул бәйләгән сумкаларҙы, янсыҡтарҙы иң талымлы ҡупшыҡайҙар ҙа үҙ күрер. Һуңғы коллекцияһы милли рух менән һуғарылған булыуы менән айырылып тора.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: