+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Анонстар
16 Сентябрь 2021, 10:05

16 сентябрҙә «Ашҡаҙар» радиоһында ЫРЫУҘАР КӨНӨ!

Башҡортостандағы иң моңло «Ашҡаҙар» радиоһы яңы миҙгелгә яңы тапшырыуҙар, идеялар менән аяҡ баҫты. Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалыныуға 450 йыл тулыуға арналған «Минең Өфөм» тапшырыуы эфирға сыға башланы. Яңы ижад әҫәрҙәренең тыуыуы тураһында бәйән иткән «Саҡматаш»  программаһы ла тыңлаусылар күңеленә хуш килде.

16 сентябрҙә «Ашҡаҙар» радиоһында ЫРЫУҘАР КӨНӨ!
16 сентябрҙә «Ашҡаҙар» радиоһында ЫРЫУҘАР КӨНӨ!

Һәр кесаҙна -  «Ашҡаҙар» радиоһын яратып тыңлаусыларҙың иң яратҡан көнө. Үткән аҙнанан башлап эфирҙа тематик көндәр башланды. Тәүге кесаҙна башҡорт халҡының иң ҙур хазиналарының береһе «Урал батыр» эпосына бағышланды. Көн дауамында эпосты яттан һөйләгән балаларҙың сығышы, Хөсәйен Әхмәтов менән Морат Әхмәтовтың симфоник әҫәрҙәренән өҙөктәр, мәңгелек ҡомартҡыбыҙҙы өйрәнеүгә бар көсөн һалған ғалимдар тураһында очерктар яңғыраны. Радио тыңлаусылар бер көн эсендә «Урал батыр» эпосы тураһында бик күп мәғлүмәт тупланы.

Бөгөн 16 сентябрҙә «Ашҡаҙар» радиоһында Ырыуҙар көнө! «Көнө буйы эфир тулҡындарында радио хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән 40-тан ашыу ырыу тураһында мәғлүмәт, ырыу гимндары, ырыуҙар тураһында төплө фекерҙәр яңғыраясаҡ. Ырыуҙар тарихын өйрәнгән тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов тураһында очерк эфирға сыға. Тура эфирҙы тыңлаусыларҙың һорауҙарына философия фәндәре кандидаты Рәфил Аҫылғужин яуап бирергә әҙерләнә. «Сәсмәүер» шәлкемендә Илгиҙәр Бураҡаевтың «Ырыу ҡошо –торна» әҫәрен тыңларға мөмкин. Билдәле журналистар Әлфиә Батталова, Венера Ситдиҡова, Рәшиҙә Ишембәтованың радионың «Алтын фондында» һаҡланған тапшырыуҙары ла эфирҙы йәмләйәсәк», - тип белдерҙе «Ашҡаҙар» радиоһының баш мөхәррире Гәүһәр Батталова.

Киләһе кесаҙна «Ашҡаҙар» радиоһы эфиры башҡорт халыҡ йырҙарына бағышлана.

Автор:
Читайте нас: